Үсекләшеү, үсекләмешбалалар фольклоры жанры, таҡмаза, ул рифма рәүешендә исемде йәки көлгән кешенең ҡушаматын һәм уның ысын йәки уйлап сығарылған кәмселектәрен бәйләй[1] (мәҫ., урыҫтарҙа «Лиза-подлиза», үсекләшеүҙәр башҡорттарҙа ла киң таралған, бигерәк тә балалар араһында «Динә, Динә — көнө буйы һыу инә», «Гәрәй, Гәрәй, тау башынан тәгәрәй», Г.С.Виноградов үсекләшеүҙәр араһында тышҡы ҡиәфәтте, милләтте, физик ғәҙәттәрҙе, урлашыу, ошаҡлашыу, намыҫһыҙлыҡ, битарафлыҡты, әшәкелекте, көйөнөү, туҡмау һәм яза биреү, көтөлмәгән үҙгәрештәр, көсһөҙлөктө билдәләй. Һанап үтелгән мотивтарҙың күбеһе крәҫтиән әхлағы нигеҙҙәренең шиғри сағылышы булып тора, шуға күрә лә йәмәғәт тормошон сағылдыра[2].

Үсекләшеүҙәр

Үсекләшеүҙәр ҡысҡырып, һүҙҙәрҙе ашығыс һамаҡлап һәм, ғәҙәттә, хәүефһеҙ аранан (әгәр кәрәк булһа, ҡасып өлгөрөү өсөн) әйтелә.[3][4]. Мәҫәлән илаҡ балаларҙы үсекләү:

* * *


Илаҡ-илаҡ, илле ҡолаҡ,
Ҡолаҡтарын йыумаған,
Күҙ йәштәрен тыймаған.
йәки:
Нур һата, нур һата,
Урындыҡта тик ята.
Әсәйемдән туҡмалам тип,
Уйындан илап ҡайта).




Үсекләшеүҙәр формаһы буйынса ҡыҫҡа, башлыса юмористик, һирәгерәк сатирик характерҙағы бер строфалы әҫәрҙәр[5].

Күп көнсығыш славян үсекләшеүҙәре төрлө йолалар ваҡытында башҡарылған юмористик характерҙағы йырҙарҙан барлыҡҡа килгән. Түбәнһетеү туйҙа маҡтау ваҡытында шелтәләү йырҙарының бер төрө булып тора. Үсекләшеүҙәр балаларға өлкәндәр фольклорынан йәки әҙәби сығанаҡтарҙан күскән[6].

Үсекләшеүҙәр тиҫтерҙәргә, зыянһыҙ өлкән кешеләргә, хатта хайуандарға һәм статуяларға йүнәлтелә[7].

* * *


Әтәс менгән ситәнгә
«Ки-ки-ри-күк!» итергә.
Әтәскә повестка килгән
Армияға китергә.

Әтәс китте армияға
Котелогын күтәреп.
Тауыҡ, бахыр, илап ҡалды
Бағанаға терәлеп



Г.С. Виноградов шулай уҡ төрттөрөүҙәрҙе (мыҫҡыллауҙарҙы) — адресатты берәй һүҙҙә эләктереп алыу маҡсатында башҡарыла торған диалогтарҙы йәки псевдодиалогтарҙы айырып әйтә[8].

Үсекләшеүҙәр шиғриәттең, таҡмаҡтарҙың йоғонтоһон кисерә, ҡайһы берәүҙәр иҫәпләү шиғриәтен үҙләштерә:

* * *


Сығып киттем урманға,

Сатыр-сотор йыйырға,

Килеп сыҡты Айыу дуҫ,

Минән һорай ' папирос.

Мин тартмайым папирос,

һорама, зинһар, Айыу дуҫ



* * *


2. Сәрби әбейҙең кәзәһе

Һигеҙ бәрәс килтергән.

Сәрби әбей ш атлығынан

Береһен тапап үлтергән



Иҫкәрмәләр

  1. Алиева, 2018, с. 58
  2. Дразнилки
  3. ДЕТСКИЕ ДРАЗНИЛКИ, ОБЗЫВАЛКИ И ПОДДЕВКИ
  4. Ғәләүетдинов И.Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.
  5. Колядич, 2002, с. 100
  6. Колядич, 2002, с. 101
  7. Ғәләүетдинов И.Ғ. һәм башҡалар. Балалар фольлоры: Бала саҡ — уйнап көлөп үҫер саҡ (баш.). — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994. — ISBN 5-295-01280-8.
  8. Алиева, 2018, с. 58-59

Сығанаҡтар

Дразнилка // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).

Әҙәбиәт

Һылтанмалар