Бакич Андрей Степанович

Бакич Андрей Степанович (Андрия Бакич, сер. Андрија Бакић; 19 декабрь 1878 йыл (1 ғинуар 1879 йыл), Черногория — 17 июнь 1922 йыл, Новониколаевск) — Рәсәй империяһы хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант (1920). Себерҙәге аҡтар хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре.

Андрей Степанович Бакич
Тыуған ваҡыты

19 декабрь 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Черногория

Үлгән ваҡыты

17 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Новониколаевск, РСФСР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Белое движение Белое движение
Боғдохан Монголияһы

Ғәскәр төрө

инфантерия (1919 йылға тиклем)
иррегуляр кавалерия (1919 йылдан һуң)

Хеҙмәт итеү йылдары

19001913
19141917
19181921

Хәрби звание

подпоручик (1902)
поручик (1906)
штабс-капитан (1910)
полковник (1916)
генерал-майор (1919)
генерал-лейтенант (1920)

Командалыҡ итеү

55-се Себер полкы
(ғинуарапрель 1917)
2-се уҡсылар дивизияһы КОМУЧ Халыҡ армияһы
(24 июльоктябрь 1918)
Ырымбур армияһының 4-се Ырымбур армия корпусы
(февраль 1919ғинуар 1920)
Ырымбур отряды
(март 1920октябрь 1921)

Хәрби алыш/һуғыш

рус-япон Һуғышы
Беренсе донъя һуғышы:

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы:

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
IV дәрәжә Изге Владимир ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
II дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
Ҡалып:Золотое оружие «За храбрость»
Отставкала

коммивояжёр (19131914)
тотҡон (19211922)

Черногория һәм Сербиялағы тормошо

үҙгәртергә

Андрей Степанович Бакич сығышы менән черногор ғаиләһенән (документтарында рәсми рәүештә серб тип яҙылған). Король Александр Сербский исемендәге 3-сө Белград гимназияһының алты класын тамамлаған. 1899 йылда Сербияның элекке короле Милан Обреновичҡа һөжүм итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн ғәйепләнеп, илдән һөрөлә.

Рәсәй империяһы офицеры

үҙгәртергә

1899 йылда артабан йәшәү өсөн Рәсәй империяһына күсеп килә. 1902 йылда Одесса пехота юнкер училищеһын подпоручик чины алып тамамлай һәм артабан хеҙмәт итеү өсөн Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. 1905 йылдан рус-япон һуғышында ҡатнаша. 1906 йылдан — поручик, 1910 — штабс-капитан. 1913 йылда ауырыуы арҡаһында отставкаға китә, Монголияла «рус-монгол сауҙа ширҡәтендә» коммивояжер булып эшләй.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Беренсе донъя һуғышы башында йәйәүле ополчениеға инә. 1914 йылда ЛОдзь операцияһында ҡатнаша. Башта рота, һуңынан батальон менән етәкселек итә. Георгий ҡоралы менән наградлана. 1914 йылдың декабрендә яралана.

1915 йылдың 30 майында Польша территорияһында ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм 4-се дәрәжә Изге Георгий орденына лайыҡ була.

Бер-бер артлы чиндар бирелә: капитан, подполковник, 1916 йылдың декабренән — полковник. 1917 йылдың ғинуарында 55-се Себер полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Әммә шул уҡ йылдың апрелендә, Февраль революцияһынан һуң, һалдаттарҙың талабы буйынса вазифаһынан бушатыла: һалдаттарға уның талапсанлығы оҡшамай.

Граждандар һуғышында ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1918 йылдың яҙындаҠыҙыл армия составындағы Һамар ҡала гарнизон начальнигы, ошо уҡ йылдың йәйендә Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты Халыҡ армияһына инә. Ҡыҙыл армия составында булған. Бер үк ваҡытта офицерҙарҙың йәшерен ойошма составына инә, уның отрядтары менән етәкселек итә. 1918 йылдың 24 июленән 2-се уҡсылар дивизияһы начальнигы, ошо уҡ ваҡытта Быҙаулыҡ районы Халыҡ армияһы ғәскәрҙәре менән етәкселек итә.

1919 йылдың феврале— 1920 йылдың ғинуары — аҡтарҙың Ырымбур армияһының 4-се армия корпусы командиры, 1919 йылдың апреленән — генерал-майор. «Шәхси ҡаһарманлығы һәм ғәскәргә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» Ырымбур казак ғәскәре составына штаб начальнигы полковник (һуңынан генерал-майор) И. И. Смольнин-Терванд менән берлектә казактарға ҡабул ителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 1919 йылдың 26 апрелендә Бакич корпусы Яңғыҙ тауы янындағы Һайылмыш йылғаһында (Һаҡмар ауылынан алыҫ түгел) Һайылмыш алышында тар-мар ителә.

Генерал А. И. Дутов 1919 йылдың апрелендә Бакичҡа ошондай баһа бирә:

Вынослив. Отлично храбр. В среде солдат и командиров сильно популярен и пользуется огромным уважением. Прекрасный администратор и хозяин. Всегда дисциплинирован, строг и настойчив в требованиях. Убеждений твёрдых. Решителен в бою и отважен в задачах. Начитан. В бою абсолютно спокоен и умно руководит войсками.

Белорет заводы эргәһендәге һуғыштарҙа, Верхнеурал, Магнит, Ҡыҙыл станицаларындағы алыштарҙа ҡатнаша (июль—сентябрь 1919). 1919 йылдың ноябрь — декабрендә «Аслыҡ походы» тигән исем аҫтында билдәлелек алған корпустың Атбаҫар һәм Ҡустанайға табан сигенеүен етәкләй. Ырымбур армияһы был поход осоронда бөлгөнлөккә төшкән, рухи яҡтан төшөнкөллөккә бирелә. «Аслыҡ походы» исеме корпус үткән «Ас дала» исеменән (Төркөстан ерҙәре) һәм дөйөм фажиғәле шарттарҙан алынған. Күп кенә хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары аслыҡтан, һыуыҡтан, хәлһеҙләнеүҙән һәм тифтан үлә.

А. И. Дутов Бакичҡа генерал-лейтенант дәрәжәһе бирә. 1920 йылдың мартында Ырымбур отряды (10 меңдән ашыу кеше, элекке Ырымбур армияһы) етәкселегендә Чугучак ҡалаһы янында Ҡытай сиктәрен үтә, Синьцзян ҡалаһында тотҡонлана. 1921 йылда, А. И. Дутовты үлтәргәндән һуң, армия командующйы була (армияның һаны ҡырҡа кәмегән була, алты мең тирәһе кеше Рәсәйгә ҡайта, бер өлөшө Алыҫ Көнсығышҡа сығырға рөхсәт ала). Бакич үҙенең ғәскәрҙәрендә тәртип булдырыу өсөн күп көс һала.

Монголиялағы алыштар һәм Бакичтың үлеүе

үҙгәртергә

1921 йылдың апрель айында отрядҡа Себерҙән киткән хорунжий (һуңынан полковник) Токаревтың баш күтәреүселәр Халыҡ дивизияһы ҡушыла. 1921 йылдың майында ҡыҙылдар ҡамауынан ҡасып Бакич етәкләгән отряд көнсығышҡа табан, Жуңғарияның һыуһыҙ далалары аша Монголияға юллана (ҡайһы бер тарихсылар ошо ваҡиғаларҙы Аслыҡ походы тип исемләй). Бакичтың төп лозунгы: «Коммунистар бөтһөн (долой), ирекле хеҙмәт власы йәшәһен!» була. Бакичтың программаһынан:

внутреннее управление страною должно основываться на широком народоправстве. Выборные земства и городские самоуправления восстанавливаются. До их восстановления должны оставаться на местах и работать советские учреждения и органы, только без коммунистов (партийных)… Признавая необходимым вести беспощадную борьбу с моральным развалом, взяточничеством, спекуляцией и насилиями, установить скорые беспощадные мероприятия по отношению к виновным, в том числе и представителям власти, вплоть до смертной казни, до тех пор, пока жизнь страны не войдёт в норму.

Кобук йылғаһы янында ҡоралһыҙ тиерлек (8 мең кешенән 600 тирәһе генә һуғышҡа һәләтле, уларҙың өстән бер өлөшө генә ҡораллы) отряд ҡыҙылдарҙың заслонын йырып үтә, Шара-Сумэ ҡалаһына (Ҡытай, Алтай районы) барып етә һәм уны өс аҙналыҡ ҡамауҙан һуң баҫып ала, 1000 кеше юғалта. Сентябрь башында 3 меңдән ашыу кеше ҡыҙылдарға бирелә, ҡалғандары Монгол Алтайына китә. Октябрь аҙағында отряд ҡалдыҡтары монгол ҡыҙыл ғәскәрҙәренә биреләләр, 1922 йылда уларҙы Совет Рәсәйенә ҡайтаралар. Күпселеге үлтерелә йәки юлда үләләр, ә А. С. Бакич һәм тағы ла 5 офицер (генерал И. И. Смольнин-Терванд, полковниктар С. Г. Токарев, И. З. Сизухин, капитан Козьминых һәм корнет Шиғабетдинов) 1922 йылдың 17 июнендә Николаевскиҙа суд процесынан һуң атып үлтерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • III дәрәжә Изге Станислав ордены (1906).
  • III дәрәжә Изге Анна ордены ҡылыстар һәм бант менән (1915).
  • II дәрәжә Изге Станислав ордены ҡылыстар менән (1915).
  • IV дәрәжә Изге Владимир ордены ҡылыстар һәм бант менән (1915).
  • Георгий ҡоралы (1915).
  • IV дәрәжә Изге Георгий ордены (1916).

Һылтанмалар

үҙгәртергә