Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы

дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) менән бүләкләнгән. Ҡы

Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы (1897 йыл — ?) — дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) менән бүләкләнгән. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1897
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Иҫәкәй, Рәсәй
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Берлинды алған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы 1897 йылда Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Иҫәкәй ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) тыуған.

1932 йылда Мәскәүҙә тәьминәт академияһын тамамлаған. 1919—21 йылдарҙа айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһында сәйәси хеҙмәткәр. 1922 йылда Приют кредит ширҡәтен ойоштора һәм уға етәкселек итә. 1926 йылдан алып Бәләбәй кантон ауыл хужалығы кооперацияһы союзы ағзаһы, рәйесе, 1929—30 йылдарҙа Башҡортостан өлкә һөт кооперацияһы союзы идаралығы рәйесе урынбаҫары, 1932 йылдан башлап БАССР‑ҙың тәьминәт, 1935—37 йылдарҙа БАССР‑ҙың сауҙа буйынса халыҡ комиссары[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас 1941 йылда Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Чимкент ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. САВО (Урта Азия хәрби округы) 63-сө кавалерия дивизияһының 223-сө кавалерия полкында, 1-се Белоруссия фронты составындағы 45 (иптабр) танкыларҙы юҡ итеү артиллерия бригадаһының 1970 (иптап) танкыларҙы юҡ итеү артиллерия полкы хәрби тәьмин итеү хеҙмәтендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылдың 26 апрелендә интендант хеҙмәтенең өлкән лейтенанты Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы күрһәткән батырлығы өсөн 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2]. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған награда ҡағыҙында уның тураһында былай тип яҙылған: «Көстәрҙе оҫта урынлаштырыу арҡаһында, полктың хәрби хәрәкәттәре ваҡытында Байморатов тарафынан 64 пар итек тегелә, 890 пар аяҡ кейеменә уртаса ремонт, 700 пар аяҡ кейеменә ваҡ ремонт яһала. Өҫтәүенә, алғы һыҙыҡта 400 пар аяҡ кейемен йүнәтә. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ».

Бынан тыш Байморатов Исхаҡ Исмәғил улы «Берлинды алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләләнә[3]. Һуғышты 1946 йылда капитан дәрәжәһендә тамамлай. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә