Байков Александр Александрович

Байков Александр Александрович (25 июль [6 август1870, Фатеж, Курск губернаһы — 6 апрель 1946) — урыҫ, совет металлургы һәм химигы, педагог, СССР Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы һәм вице-президенты. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Байков Александр Александрович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 25 июль (6 август) 1870
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Курск губернаһы[d], Фатеж[d]
Вафат булған көнө 6 апрель 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө металлург, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө Химия һәм металловедение[d]
Эш биреүсе Санкт-Петербург дәүләт университеты
Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Институт металлургии и материаловедения имени А. А. Байкова РАН[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто физико-математический факультет Санкт-Петербургского университета[d]
Императорский Санкт-Петербургский университет[d]
Аспиранттар Гудцов, Николай Тимофеевич[d] һәм Старк, Борис Викторович[d]
Кемдә уҡыған Дмитрий Иванович Менделеев һәм Дмитрий Петрович Коновалов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Святой Анны II степени орден Святой Анны III степени орден Святого Владимира IV степени РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
Commons-logo.svg Байков Александр Александрович Викимилектә

Төп хеҙмәттәре ҡаты иретмәләре өлкәһендә, металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм металлургия («юғары температура химияһы»); ҡайһы бер етештереү процестарын физик-химия дәлилләүгә; утҡа сыҙамлылар һәм цементтар етештереү һәм теорияһы буйынса эштәргә нигеҙ һала.

БиографияһыҮҙгәртергә

Байков Александр Александрович присяжный вәкиле (адвокат) ғаиләһендә тыуған. Урыҫ[2].

Курск гимназияһын, һуңынан Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетында (1893) тамамлай; Д.П.Колновалов уҡыусыһы һәм хеҙмәткәре (1893-1898). А.А.Байковтың беренсе тикшеренеүҙәрен И.Д. Менделеев тарафынан юғары баһалана, ул алып барған курс лекцияларына А А. Байков барыһына ла йөрөй. Ике йыл химия кафедраһында лаборант булып эшләй.

1895-1902 йылда шулай уҡ Юл институтында эшләй. 1903 йылдан Петербург политехник институты профессоры. Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге өсөн бер нисә мәҡәлә яҙа.

Рәсәй империяһының граждан хеҙмәтендә һуңғы чин — дәүләт кәүәшсеһе була[3].

1911-1917 йылдарҙа П Ф. Лесгафт курстарында лекциялар уҡый.

1918 йылдың йәйендә Ҡаратау трастарын тикшереү буйынса Ҡырымда була[4]. Граждандар һуғышы ваҡиғалары уға Петроградҡа ҡайтырға мөмкинлек бирмәй, һәм 1923 йылда тиклем ул Симферополдә ҡала, унда Ҡырым университетында химия кафедраһы мөдире була, ә 1921-1923 йылдарҙа уның ректоры вазифаһында эшләй.

1923 йылда Петроградта ҡайтып, элекке кафедраһына ала һәм уҡытыусылыҡ эшенә яңынан тотона. Шул уҡ 1923 йылда А. А. Байков Петроград университетының химия кафедраһы профессоры итеп һайлана, элек кафедра мөдирҙәре булып уҡытыусылары Д. И.Менделеев һәм Д.П. Коновалов тора[4].

1925 йылдың февраленән — химия факультеты деканы, ә 1925 йылдың июненән 1928 йылдың октябренә тиклем — Ленинград политехник институтын ректоры[4].

1938 йылдан Мәскәүҙә яңы ойошторолған СССР ФА металлургия институтының металл фәне бүлегенең беренсе етәксеһе була. Артабан был институтҡа А.А.Байков исеме бирелә.

Мөхбир ағза, һуңынан — тулы хоҡуҡлы ағзаһы, президиум ағзаһы һәм, ниһайәт, СССР Фәндәр академияһының беренсе вице-президенты.

Ленинградтан (1937) һәм Бежицы ҡалаһынан (1946) СССР Юғары Советына депутат булып һайлана.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

ХәтерҮҙгәртергә

  • А. А.Байков исемен Мәскәүҙә РФВҮА металлургия һәм материал өйрәнеү фәне институты йөрөтә
  • Литейный проспект урамының 10-сы йортона 1948 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор Р. И. Каплан-Ингель).
  • А.А.Байковтың 100 йәше тулыу уңайынан 1970 йылда СССР-ҙа уға арналған почта маркаһы сығарыла.
  • Байков хөрмәтенә 1975 йылда Ленинградта урам аталған.
  • Санкт-Петербург дәүләт университетының химия факультеты (Васильев утрауы проспекты, 41/43), хәҙер — СПбГУ факультет-ара үҙәге.
  • 1978 йылда Политехник урамындағы 29-сы йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла (архитектор Р. И. Каплан-Ингель)[5]

Санкт-Петербургта адрестарыҮҙгәртергә

  • 1904-1918, 1923-1925 — Политехник урамы, 29;[6]
  • 1925-1930 — Миллион урамы, 1;
  • 1930-1942 — И.А. Апраксин йорто — Володарский проспекты (1944 йылдан Литейный урамы), 10, кв. 3.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 57. — 800 с.
  • Санкт-Петербург. 300 + 300 биографий. Биографический словарь / St. Petersburg. 300 + 300 biographies. Biographic Glossary // Сост. Г. Гопиенко. — На рус. и англ. яз. — М.: Маркграф, 2004. — 320 с. — Тир. 5000 экз. — ISBN 5-85952-032-8. — С. 20.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә