Баек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Баек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Баек
татар. Баек
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Баек

Координаталар

55°13′ с. ш. 53°35′ в. д.HGЯO

Халҡы

383 кеше (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423983 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 428 150 01 

Код ОКТМО

92 642 415 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Баек (Рәсәй)
Баек
Баек
Баек (Татарстан)
Баек

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Ауыл Башҡортостан Республикаһы менән сик буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы үҙгәртергә

Баек (Байыҡ)— Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы ауылы. 1728 йылдан билдәле[1]. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.

1870 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда мәсет һәм 2 һыу тирмәне теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].

Халҡы үҙгәртергә

1859 йылда 335 башҡорт, мишәр, типтәр; 1870 йылда — 380 башҡорт, 5 урыҫ; 1902 йылда — 745 йән типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1870189719261938194919581970197919892000
385769803930702779850711477383

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 504-505. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.