Э́ктор Эдуа́рду Бабе́нко (порт.-браз. Héctor Eduardo Babenco; 7 февраль 1946 йыл, Мар-дель-Плата, Аргентина — 13 июль 2016 йыл, Сан-Паулу, Бразилия) — Бразилия кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.

Бабенко Эктор
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-pt-br" does not exist.
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Аргентина
 Бразилия[3]
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Héctor Eduardo Babenco
Тыуған көнө 7 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[4][5][6][…]
Тыуған урыны Мар-дель-Плата[d], Буэнос-Айрес[d], Аргентина[4]
Вафат булған көнө 13 июль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[7][6][8][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Сан-Паулу, Бразилия[7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты һәм синусит[d]
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, режиссёр
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2015
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт www2.uol.com.br/hectorba…
 Бабенко Эктор Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Аргентинала йәһүд эмигранттары Хайме Бабенко (1918—1983) һәм Янки Хаберберг ғаиләһендә тыуған (1923—?). Әсәһе сығышы менән Варшаванан, атаһы  Украианан булған[9][10][11]. 17 йыл Аргентинала йәшәгәндән һуң (тегенсе булып эшләгән)[12]) ул Европаға күсенә, Италияла йәшәй. Ике йылдан һуң (1969 йылда) , ул Аргентинаға ҡайтмай (хәрбиҙәр араһында антисемитизмдың өҫтөнлөк итеүе арҡаһында), ә күрше илгә  — Бразилияға килә, унда уға иҫән ҡалыр өсөн хатта ҡәбер таштарын да һатырға тура килә[13]. 1975 йылда Эктор Бабенко үҙ теләге менән Бразилия гражданлығы ала (натурализация).

Экторҙың кинокарьераһы уҙышсы Эмерсон Фиттипальди тураһында «O Fabuloso Fittipaldi» документаль кинотаҫмала режиссёр Роберт Фариасҡа ярҙамсы сифатында ҡатнашыуҙан башлана. Бразилияла Экторға билдәлелек килтергән үҙаллы режиссерлыҡ эштәре булып «Король ночи» (1975) һәм «Лусиу Флавиу, пассажир Агонии» (1977) тора, һуңғы фильм Бразилияла хәрби диктатураның ҡанһыҙлығы тураһында бәйән итә.

Жозе Лоузейруның «Детство мертвых» китабы буйынса төшөрөлгән кинотаҫма - «Пишоте,закон самого слабого» (1981, иң яҡшы сит ил фильмы булараҡ «Алтын глобус» номинацияһы) һәм Мануэль Пуиганың «Поцелуй женщины» романын экранлаштырыу (1985, 1 Оскар премияһы (иң яҡшы актёр) һәм Оскарға башҡа 3 номинация) кеүек фильмдар уға донъя кимәлендә танылыу килтерә.

Уның «портфолио»һында киләһе ике кинофильм - «Чертополох» (1987 йыл, төп ролдәрҙә Мерил Стрип һәм Джек Николсон менән) һәм «Игра в полях господних» (1991) «тик Америка» проекттары. Ете йыллыҡ тәнәфестән һуң уның сираттағы режиссерлыҡ эше «Просветленное сердце» була, уның нигеҙенә үҫмерҙәр осоро хаҡында үҙенең хәтирәләре һалынған[14].

2003 йылғы «Карандиру» фильмы, Драузио Варелланың бестселлерын экранлаштырыу (ул 2002 йылға тиклем төрмәлә ултырған, тотҡондар тормошоноң ысынбарлыҡтағы тарихына нигеҙләнгән)[15] режиссёрҙың кинокарьерында яңы этапҡа әүерелә. Был фильмда ул элек «Поцелуй женщины-паука» фильмында ҡуҙғатылған төрмәлә гомосексуализм темаһына әйләнеп ҡайта.

2007 йылда ул Алан Паулстың романы буйынса (Эрральде премияһы, 2003) Гаэль Гарсиа Берналь менән «Прошлое» фильмын төшөрә.

2012 йылда 34 Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә төп конкурс жюрийын етәкләй[16].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Эктор Бабенко — Ракель Арно һәм Фиорелла менән никахтан булған ике ҡыҙҙың атаһы (Мира һәм Жанка)[17].Уның өсөнсө ҡатыны Бразилия актрисаһы Шуша Лопес булған.

«Поцелуй женщины-паука» фильмын төшөргәндән һуң унда лимфа системаһының яман шеше табылған. 1995 йылда уға елек күсереп ултыртыу буйынса операция яһала. 15 йыл дауамында уның онкологы «Карандиру» фильмының сценарийы нигеҙенә ятҡан китап авторы Драузио Варелла була.

Фильмографияһы

үҙгәртергә

Режиссёр

үҙгәртергә
  • 2016 — Мой индийский друг / Meu Amigo Hindu
  • 2014 — Разговоры с богами / Words with Gods (эпизод «Человек, укравший утку»)
  • 2007 — Прошлое / El pasado
  • 2003 — Карандиру / Carandiru
  • 1998 — Просветлённое сердце / Corazón iluminado
  • 1990 — Игра в полях господних / At Play in the Fields of the Lord
  • 1987 — Чертополох / Ironweed
  • 1984 — Поцелуй женщины-паука / Kiss of the Spider Woman
  • 1980 — Пишоте: Закон самого слабого / Pixote: a Lei do Mais Fraco
  • 1977 — Лусиу Флавиу, пассажир Агонии / Lúcio Flávio, o Passageiro da Agonia
  • 1975 — Король ночи
  • 1973 — Прославленный Фиттипальди

Премиялары һәм бүләктәре[18]

үҙгәртергә
  • 1977 — Сан-Паулула фестивалдең тамашасылар аудиторияһы премияһы — «Лусиу Флавиу, пассажир Агонии» фильмы.
  • 1981 — Локарнола фестивалдең «Серебряный леопард» премияһы — «Пишоте, закон самого слабого» фильмы.
  • 1981 — Сан-Себастьян кинофестиваленең почётлы призы — «Пишоте, закон самого слабого» фильмы.
  • 1985 — Токиола Халыҡ-ара кинофестивалдең махсус почетлы призы — «Поцелуй женщины-паука» фильмы.
  • 2003 — «Карандиру» фильмы өсөн Гавана кинофестиваленең ете премияһы.
  • 2004 — «Карандиру» фильмы өсөн ике премия: иң яҡшы фильм, иң яҡшы адаптация (Бразилия киноһы гран-прийы) .
  • 2004 — Картахенда «Карандиру» фильмы өсөн кинофестиваль премияһы: иң яҡшы фильм.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #66654444 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Piza D. BABENCO NAS CELAS DO HORROR — 2003.
  4. 4,0 4,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. Héctor Babenco // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 Itaú Cultural Hector Babenco // https://enciclopedia.itaucultural.org.br/pessoa204114/hector-babenco (порт.)São Paulo: Itaú Cultural, 2001. — ISBN 978-85-7979-060-7
  7. 7,0 7,1 http://www.lorientlejour.com/article/996349/bresil-deces-du-cineaste-hector-babenco-a-lage-de-70-ans.html
  8. Hector Babenco // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  9. Alex Bellos talks to Hector Babenco
  10. Hector Babenco's Carandiru 2014 йыл 29 октябрь архивланған.
  11. The Lavender Screen: The Gay and Lesbian Films
  12. :: Meu Cinema Brasileiro — Personalidade — Héctor Babenco :: Дата обращения: 15 февраль 2009. Архивировано 30 ғинуар 2009 года.
  13. Hector Babenco @ Filmbug
  14. UOL — Página não encontrada 2004 йыл 16 декабрь архивланған.
  15. C A R A N D I R U
  16. Официальный сайт Московского международного кинофестиваля 2012 йыл 18 июнь архивланған.
  17. Daniel Piza 2012 йыл 9 февраль архивланған.
  18. награды на IMDB

Һылтанмалар

үҙгәртергә