Арно Бабаджанян
Арно Бабаджанян (әрм. Առնո Հարությունի Բաբաջանյան; 22 ғинуар 1921 йыл — 11 ноябрь 1983 йыл) — СССР һәм Әрмәнстан композиторы, пианист, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)[6]. III дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951).
Арно Бабаджанян Առնո Հարությունի Բաբաջանյան | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Үлгән | |
Инструменттар | |
Жанрҙар |
песня, академическая музыка |
babajanyan.ru | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәАрно́ Арутю́н улы Бабаджаня́н 1921 йылдың 22 ғинуарында (ҡайһы бер башҡа сығанаҡтар буйынса — 21 ғинуарҙа[7] (Арноның атаһы метрикала улының тыуған көнөн, 1924 йылда В. И. Ленин үлгәндән һуң, ошо көндөң йыл һайын траур көнө булып билдәләнгәненән сығып, үҙгәртергә мәжбүр булған[7]) Эриванда (хәҙер — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
Уның атаһы флейтала уйнаған, Арноның музыкаль һәләте бәләкәйҙән асылған: ул өс йәшендә иҫке гармоникала уйнай башлаған. Быны Арам Хачатурян күреп ҡала.
1928 йылда Ереван консерваторияһы эргәһендәге һәләтле балалар төркөмөнә алына. Туғыҙ йәшендә "Пионер марш"ын яҙа, ә ун ике йәшендә йәш музыканттар конкурсында, Людвиг ван Бетховендың "Дүртенсе сонет"ын һәм Ф. Мендельсондың «Рондо капричиоззо»һын башҡарып, үҙенең тәүге призын ала. Консерватория эргәһендәге музыкаль мәктәпте тамамлағас, Ереван консерваторияһында уҡый. 1936 йылдан башлап В. Г. Тальян һәм С. В. Бархударяндан дәрестәр алған.
1938 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм шунда уҡ Гнесиндар исемендәге Музыкаль училищеһының һуңғы курсына уҡырға инә, Е. Ф. Гнесинала фортепиано класында һәм В. Я. Шебалинда композиция класында уҡып, уны тамамлай. Училищенан һуң П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында (Б. М. Берлиндың махсус фортепиано класы) уҡый. 1942 йылда Ереванға ҡайта һәм консерваторияла уҡыуын дауам итә. 1946 йылда йәш композиторҙар менән Мәскәүгә белемдәрен камиллаштырырға киләләр. 1947 йылда экстернат менән Ереван консерваторияһының композиция факультетын (В. Г. Тальяндың композиция класын), 1948 йылда — Мәскәү консерваторияһын (класс фортепиано К. Н. Игумновтың фортепиано класын) тамамлаған. 1946—1948 йылдарҙа композиция буйынса белемен Мәскәүҙәге Әрмән ССР-ы Мәҙәниәт йортонда Г. И. Литинскийҙа камиллаштыра.
Үҙенең ынтылыштары менән уның ижады А. Г. Арутюнян, Э. М. Мирзоян, Л. М. Сарьян әҫәрҙәре менән ауаздаш.
1950—1956 йылдарҙа Ереван консерваторияһында фортепиано класын уҡытҡан (1956 йылдан — доцент).
1956 йылдан башлап Мәскәүҙә йәшәгән һәм эшләгән.
Бабаджанян йырсы-композитор булараҡ ҙур популярлыҡ яулай, шағир Роберт Рождественский һәм йырсы Мөслим Мағомаев менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән [1](«Матурлыҡ королеваһы», «Зәңгәр тайга», «Йылмай», «Минең эргәмдә бул», «Көтмәгәндә», «Осрашыу», «Хәтирә», «Саҡыр мине», «Теләк уйла», «Рәхмәтлемен һиңә», «Туй» тигән йырҙары). Евгений Евтушенко («Ашыҡма», «Шайтан тәгәрмәсе», «Һинең эҙҙәрең»), Андрей Вознесенский («Мөхәббәт йылы», «Мәскәү-йылға», «Миңә музыканы кире ҡайтар»), Леонид Дербенёв («Донъяның иң яҡшы ҡалаһы») менән авторлыҡта яҙған йырҙары ла феноменаль уңышҡа өлгәште . «Беренсе мөхәббәт йыры» һәм «Ереван» тыуған ҡалаһына гимн күек ҡабул ителә. «Ноктюрн» йыры бик киң танылыу алған.
Композитор тарафынан инструменталь джаз өлкәһендә, музыкаль-театраль жанрҙарҙа күп эш башҡарылған. Ул «Багдасар бабай», «Төньяҡтан кәләш», «Тауҙарҙа минең йөрәгем» мюзиклдарын ижад иткән. Уның фольклор элементтары сериялыҡ менән новаторҙарса берләштерелгән, рельефлы образлылыҡ, экспрессив, сағыу миллилек менән айырылып торған фортепиано менән оркестрға тәғәйенләнгән «Героик баллада»һы (1950), Фортепиано триоһы (1952), скрипка һәм фортепиано өсөн сонатаһы (1959), «Алты музыкаль картина»һы (1965), шулай уҡ рояль өсөн яҙылған башҡа пьесалары репертуарҙарҙан төшкәне лә юҡ. «Поэма» әҫәре П. И. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстың программаһына мотлаҡ башҡарыла торған әҫәр булараҡ индерелгән. Уның Г. Арутюнян («Әрмән рапсодияһы», «Байрамса» — һуҡма инструменттар өсөн) менән авторҙаш булараҡ, ике рояль өсөн яҙылған баҙыҡ һәм виртуоз әҫәрҙәре бөтөн донъяла популярлыҡ алды. Бабаджанян С. В. Рахманиновтың, А. И. Хачатуряндың ижади тәжрибәһен артабан үҫтерҙе. Ғүмеренең аҙағында ижадында рационализмға күберәк иғтибар итте.
Уның академик музыкаһын башҡарыусылар: М. Л. Ростропович, Э. Г. Гилельс, Д. Ф. Ойстрах, Л. Н. Власенко, Ж. Тер-Меркерян, Д. А. Ханджян, Riga piano duo, Firenze piano duo. Йыш ҡына төрлө ҡалалар сәхнәләрендә пианиносы сифатында үҙенең әҫәрҙәрен бына тигән башҡарыусы булараҡ сығыш яһаған. Уның башҡарыуҙары кинотаҫмаларға төшөрөлгән, аудиодискыларҙа таралған. Арно Бабаджанян — «Әрмән ҡөҙрәтле өйөрөнөң» (төркөмөнөң) бер ағзаһы.
1943 йылдан — СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1956 йылдан КПСС ағзаһы.
Арно Бабаджанян 1983 йылдың 11 ноябрында Мәскәүҙә лейкемия өҙлөгөүенән вафат була (башҡа сығанаҡтар буйынса — Ереванда[8]). Ереванда Тохмах зыяратында ерләнгән[9].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡатыны — Тереза Сократ ҡыҙы Бабаджанян, пианиносы.
- Улы — Ара Арно улы Бабаджанян (1953 йылда тыуған), актёр, эстрада йырсыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестивалендә (Прага, 1947) — 1-се премияөс фортепьяно пьесаһы «Прелюдия», «Вагаршапат бейеүе» һәм «Токатта» өсөн
- Әрмән ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1953)
- Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1962)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)
- III дәрәжә Сталин премияһы (1951) — фортепиано менән оркестр өсөн «Героик баллада» (1950)
- Әрмән ССР-ының Дәүләт премияһы (1967)
- Әрмән ССР-ының Дәүләт премияһы (1983 — үлгәндән һуң)
- Ленин ордены (1981)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1956)
- Бөтөн донъя йыр конкурсында беренсе приз Токио (1973) — «Шайтан тәгәрмәсе» йыры өсөн[10].
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Багдасар бабай»
- «Төньяҡтан кәләш»
- «Тауҙарҙа минең йөрәгем»
- Башҡа әҫәрҙәре
- «Анданте», «Экспромт» пьесалары (1936)
- Ике фортепиано өсөн бейеү(совместно с А. Г. Арутюнян менән берлектә) (1942)
- Фортепиано өсөн соната(1942)
- Фортепиано менән оркестр өсөн концерт (1944)
- «Полифоник соната» (1947)
- 2 ҡыллы ҡоралдар өсөн квартет (1947, 1976)
- Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1948)
- «Әрмән рапсодияһы» (симфония, 1950) — ике фортепиано өсөн симфония (А. Г. Арутюнян менән берлектә)
- Фортепиано менән оркестр өсөн «Героик баллада» (1950)
- «Байрамса» — һуҡма инструменттар менән ике фортепиано өсөн (А. Г. Арутюнян менән берлектә)
- Фортепиано триоһы (1952)
- Симфоник оркестр өсөн поэма-рапсодия (1954)
- Скрипка һәм фортепиано өсөн соната(1959)
- Виолончель өсөн концерт (1962)
- Фортепианоөсөн әҫәрҙәр, шул иҫәптән «Алты музыкаль картина» (1965)
- Эстрада йырҙары
- Драматик театр спектаклдәренә, кинофильмдарға музыка.
Фильмография
үҙгәртергә- Композитор
- 1955 — Адресатты эҙләгәндә
- 1956 — Йәшен һуҡмағы менән
- 1957 — Үҙе билдәле (Лично известен)
- 1958 — Теге донъянан килгән кейәү (ҡыҫҡа метражлы)
- 1958 — Тәүге мөхәббәт йыры (Сарьян, Лазарь Мартиросович|Л. М. Сарьян менән берлектә)
- 1975 — Тауҙарҙа минең йөрәгем (фильм, 1976)|Тауҙарҙа минең йөрәгем
- 1975 — Төньяҡтан кәләш
- 1975 — Йыр һәр саҡ беҙҙең менән (Ивасюк, Владимир Михайлович|В. М. Ивасюк, Мартынов, Евгений Григорьевич|Е. Г. Мартынов менән)
- 1976 — Багдасар ҡатыны менән айырылыша (Ю. А. Арутюнян, М. Мависакалян менән берлектә)
- 1977 — Конкурсҡа ашнаҡсылар килгән
- 1980 — Осоу ерҙән башлана
- 1981 — Йыр тураһында баллада — «Рәхмәтлемен һиңә», «Туй» йырҙары
- 1982 — Бәхет механикаһы
- Кинолағы ролдәре
- 1954 — Әрмәнстан сәнғәт оҫталары концерты
- 1965 — Тәүге сәғәттә — «Зәңгәр ут» ҡунағы
- 1978 — Йырлаусы ҡатын — жюри ағзаһы
- Архив кадрҙар
- 1971 — Мөслим Мағомаев йырлай
- 2005 — Арно Бабаджанян (ДТВ каналының тапшырыуҙар циклы «Кумирҙарҙың нисек киткәне») (документаль фильм)
- 2012 — Арно (документаль фильм)
Иҫтәлек
үҙгәртергә- Ереванда композитор исемендәге урам.
- Ереван үҙәгендә 2003 йылдың 4 июлендә скульптор Д. Беджанян ижад иткән Арно Бабаджаняндың заманса стилле һәйкәле ҡуйылды.
- Композиторҙың исеменә ихтирамды уның улы Ара Бабаджанян (фонд президенты) етәкләгән һәм шағир, журналист, йырсы Владимир Попков (генераль продюсеры) булған «Арно Бабаджанян иҫтәлеге фонды» күрһәтеп тора. Фонд йәш таланттарға таяныс булып тора, кисәләр генә түгел, ә йыл һайын Арно Бабаджанян музыкаһы Фестивалдәрен ойоштора. 2011 йылда А. Хачатуряндың Еревандағы Йорт-музейында йәш пианиносыларҙың Арно Бабаджанян исемендәге Халыҡ-ара конкурсы булып үтте.
- Еревандағы музыкаль училищеларның береһенә һәм Әрмән филармонияһының элек Бәләкәй зал тип йөрөтөлгән залына композиторҙың исемен биргәндәр.
- Мәскәүҙә композитор йәшәгән йорттоң стенаһына мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Астероидҡа 9017 Бабаджанян исеме бирелгән
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бабаджанян Арно Арутюнович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #122802314 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://www.oxfordmusiconline.com/subscriber/article/grove/music/01642
- ↑ Arno Babajanian // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 2. Анкилоз — Банка. — М.: Издательство «Большая Российская энциклопедия», 2005. — 766 с.: ил.: карт.
- ↑ 7,0 7,1 Арно Бабаджанян
- ↑ А. Бабаджанян в Армянской энциклопедии 2016 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Арно Бабаджанян родился 21 января 1921 — Арно Бабаджанян умер 11 ноября 1983
- ↑ Биография - Арно Бабаджанян. Официальный сайт 2016 йыл 24 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Григорян А. А. Бабаджанян. — М., 1961.
- Тащян С. А. Бабаджанян. — Ер., 1961 (на арм. яз.)
- Аматуни С. Арно Бабаджанян. — Ер. 1985.
- Евдокимова Ю. «Шесть картин» Арно Бабаджаняна // Советская музыка. — 1967. — № 2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт памяти А. А. Бабаджаняна 2012 йыл 11 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2010)
- «Эра песен» А. Бабаджаняна(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2010)
- «Вокализ» в исполнении Л. Закарян
- Песни А. Бабаджаняна в mp3 (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2010)
- Страница композитора на Last.fm (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2010)
- Чёртово колесо Арно Бабаджаняна (2006)(недоступная ссылка): документальный фильм об Арно Бабаджаняне
- Эссе об Арно Бабаджаняне
- Арно Бабаджанян