Аҡыҫтау (рус.  Акыстау) — Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Сураҡай ауыл Советының 2005 йылда юҡҡа сығарылған ҡасабаһы

Аҡыҫтау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сураҡай ауыл Советы (Әлшәй районы)
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Аҡыҫтау ҡасабаһы Буласово йылғаһы буйында Аҡыҫтау тауы янында урынлаша.

Ауылдың атамаһы Акыҫтау тауының исеменә барып тоташа (Аҡыҫ шәхси исем һәм тора -тау) (Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. - Уфа: Китап, 2001.- 320 с. С. 26).

Башҡортостан тораҡ пункттарын өйрәнеүсе тарихсы Ә.З. Әсфәндиәров күрһәтеүенсә, Аҡыҫтау 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә лә, 1925 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә лә иҫәпкә алынмаған (История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4)

Аҡыҫтау ҡасабаһы 2005 йылда бөтөрөлә

2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың төҙөлөүенә, берләшеүенә, бөтөрөлөүенә һәм статусын үҙгәртеүгә, административ үҙәктәр күсеүгә бәйле рәүештә Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» N 211-з  ҡарар итә:

4-се статья. Түбәндәге тораҡ пункттарҙы бөтөрөргә:1) Әлшәй районында:а) Сураҡай ауыл Советының Аҡыҫтау ҡасабаһын;

1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Аҡыҫтау ауылында 150 кеше йәшәгән, өҫтөнлөклө милләттәр булып башҡорттар торған.

2002 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше тәшкил итә[1].

Географик урыны

үҙгәртергә

Түбәндәге тораҡ пункттарға тиклемге алыҫлығы:

  • район үҙәгенә тиклем (Раевка): 19 км
  • ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сураҡай): 5 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 9 км

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..