Сураҡай ауыл Советы (Әлшәй районы)

Әлшәй районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе.

Сураҡай ауыл Советы — Әлшәй районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Шафран ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә . Почта индексы — 452107. Код ОКАТО — 80202867000.

Сураҡай ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әлшәй районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Составы: Сураҡай ауылы — административ үҙәге, Иҙрис, Ҡаран, Колонка, Ташкисеү ауылдары. 2005 йылда ауыл Советында Аҡыстау ҡасабаһы бөтөрөлә. 2005 йылдың 20 июлендә ҡабул ителгән 211-з һанлы («Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү, бөтөрөү һәм статустарын үҙгәртеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, ст. 4, 1) а)).

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, 1-се статьяла түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: д) Әлшәй районының Шафран һәм Сураҡай ауыл Советтарын, «Шафран ауыл Советы» атамаһын һаҡлап, берләштерергә, административ үҙәген Шафран ауылына урышлаштырырға.

Сураҡай ауыл Советының Сураҡай, Идрис, Ҡаран, Колонка, Ташкисеү ауылдарын Шафран ауыл Советы составына индерергә. Шафран ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Сураҡай ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;

2008 йылға түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Торонтайыш ауыл Советы, Казанка ауыл Советы, Раевка ауыл Советы, Ҡармыш ауыл Советы, Шафран ауыл Советы ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы "Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статустары һәм административ үҙәктәре тураһында "") Законы (ред. 19.11.2008)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә