Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы
Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы (рус. Акмалов Гариф Акмалович; 1911 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының 1-се батареяһы ездовойы. Гвардия сержанты. Ҡаһарманлығы өсөн ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1].
Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1911 |
Тыуған урыны | Яңы Нуғай, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | Сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒариф Аҡмал улы Аҡмалов 1911 йылда Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙендәге (хәҙер — Краснокама районы) Яңы Нуғай ауылында тыуған.
1941 йылда Краснокама районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
1941 йылдың декабрендә Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия 14828 һанлы артиллерия-миномёт полкының ездовойы. Аты Рыжий орёл ҡушаматлы була[2][3].
1943 йылдың 10 октябрендә:
1-се батарея ездовойы гвардия рядовойы Аҡмалов рейдта боеприпастарҙы ут позицияһына ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ ташып торғаны һәм рейдтан сыҡҡанда үҙ ҡоралы менән өс дошман һалдатын юҡ иткәне өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1911 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, БАССР-ҙың Краснокама районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған[4]. |
1945 йылдың 20 майында:
1-се батарея ездовойы, гвардия сержанты Аҡмалов Ғариф Аҡмал улы 1945 йылдың 14 апреленән 2 майына тиклем дауам иткән һөжүм һуғыштарында асыҡ ут позицияһына бер нисә тапҡыр боеприпастар сығарғаны һәм алыш ваҡытында үҙенең карабинынан атып дошмандың ике һалдатын юҡ иткәне өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1911 йылғы, башҡорт, партияһыҙ, БАССР-ҙың Краснокама районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған[2]. |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәАҡмалов Ғариф Аҡмал улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Акмалов Гариф Акмалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акмалов Гариф Акмалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Гариф Акмалов 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Краснокамский район, т. 7, 2004 ISBN 5-295-03392-9
- В контакте. Акмалов Г. А.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шаймуратовцы. Акмалов Гариф Акмалович
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Память народа. Акмалов Гариф Акмалович
- ↑ В контакте. Акмалов Г. А.
- ↑ Память народа. Акмалов Гариф Акмалович
- ↑ Дорога памяти. Гариф Акмалов 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Краснокамский район, т. 7, 2004 ISBN 5-295-03392-9