Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се кавалерия полкында, һуғыш аҙағында — 1-се гвардия штабында хеҙмәт итә

Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы (рус. Азнабаев Хайбулла Кудратович; 19031944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы.[1], 1944 йылда 1-се гвардия кавдивизияһы штабында хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы[2].

Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Мәзит, Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 18 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Корчина[d], Кросненский повят[d], Подкарпатское воеводство[d], Польша
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәйбулла Ҡөҙрәт улы Аҙнабаев 1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Муйнаҡ ауыл Советы) Мәжит ауылында тыуған.

1941 йылдың декабрендә Ейәнсура районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны ездовойы була.

  Иптәш Аҙнабаев, 1943 йылдың 23 октябренән 24 октябренә ҡаршы төндә, көслө миномёт-пулемёт уты аҫтында алғы һыҙыҡҡа боеприпастар ташыны. 24 октябрҙә, иптәш Аҙнабаев, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, өҫтөнә йөкмәп пулемёт уты аҫтында 500 метр араны 8 тапҡыр үтеп, алғы һыҙыҡҡа эҫе ашамлыҡ ташыны[3].  

1944 йылда 1-се гвардия кавалерия дивизияһы штабында хеҙмәт итә.

1944 йылдың 18 авгусында һәләк була. Польшала Подкарпатское воеводствоһының Кросно ҡалаһы янында, Корчина ҡасабаһының төньяҡ-көнбайыш ситендә ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Аҙнабаев Хәйбулла Ҡөҙрәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ейәнсура районы Мәжит ауылдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 951.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә