Аяла Пруденсия
Пруденсия Аяла (исп. Prudencia Ayala; 28 апрель 1885 йыл — 11 июль 1936 йыл) — Сальвадор журналисы, шағир, экстрасенс һәм йәмәғәт эшмәкәре, Сальвадорҙа ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы.
Аяла Пруденсия | |
исп. Prudencia Ayala | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Сальвадор |
Тыуған көнө | 28 апрель 1885 |
Тыуған урыны | Sonzacate[d], Central Sonsonate[d], Сонсонате[d], Сальвадор |
Вафат булған көнө | 11 июль 1936 (51 йәш) |
Вафат булған урыны | Сан-Сальвадор[d], Сальвадор |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Испан теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист, суфражистка, сәйәсмән |
Жанр | проза |
Аяла Пруденсия Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПруденсия Аяла Сальвадорҙа Сонсакате тигән ҡаласыҡта 1885 йылдың 28 апрелендә тыуа.
Сығышы менән Сальвадорҙың ерле халҡына ҡараған ғаиләнән. Пруденсияның ата-әсәһе — индеецтар Аурелия Айяла менән Висенте Чиефа.
Ҡыҙыҡай ун йәшендә атаһы һәм әсәһе менән бергә Санта-Ана ҡалаһына күсә, унда профессор Мария Луиза Кристофиненың башланғыс мәктәбенә уҡырға төшә. Фәҡир йәшәгән ғаиләлә баланы уҡытырлыҡ аҡса булмай, һәм уға уҡыуын ташлап, үҙ алдына белем алыу менән мәшғүл булырға тура килә.
Пруденсия тегенсе һөнәренә өйрәнә. Йәнә ул экстрасенслыҡ, күрәҙәлек һәләттәренә лә эйә була, «серле тауыштар» уның аша киләсәк тураһында һөйләй. Ошо һәләттәре менән ҡыҙ Сальвадорҙың ерле халҡы араһында билдәлелек яулай. Әммә башҡа милләт халыҡтары уның һәләттәрен танымай, ҡабул итмәй.
Пруденсия Аяла 1936 йылдың 11 июлендә Сан-Сальвадорҙа вафат була.
Ижады һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПруденсия Аяланың күрәҙәлектәре Санта-Ананың гәзиттәрендә баҫылып сығып тора, ҡалала уны «Санта-Ана сибиллаһы» тип йөрөтәләр. 1914 йылда ул Германия кайзеры ҡолаясағы һәм АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышына ҡушыласағы тураһында күрәҙәлек итә.
1913 йылдан алып уның мәҡәләләре Сальвадорҙың көнбайышында сыға торған «Диарио де Оссиденте» гәзитендә баҫыла башлай. Мәҡәләләрендә Пруденсия Аяла империализмға ҡаршы, феминизм һәм Үҙәк Америка синдикализмы яғында сығыш яһай, АҠШ-тың Никарагуаға баҫып инеүенә ҡаршы була. Ошо ваҡыттарҙа төрлө баҫмаларҙа уның бер нисә шиғыры нәшер ителә.
1919 йылда үҙе алып барған бағанала Сальвадорҙағы ҡаласыҡтың мэрын тәнҡитләгән өсөн төрмәгә ултыртыла. Бер нисә айҙы Гватемала зинданында үткәрә, уны түңкәрелеште ойоштороусылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләйҙәр. 1921 йылда «Эссибле. Гватемалаға барған саҡтағы мажаралар» тигән китабын баҫтырып сығара. Унда диктатор Мануэль Эстрада-Кабрера хакимлығының һуңғы айҙарын ентекле тасуирлай. Уның шулай уҡ «Үлемһеҙ, аҡылһыҙ мөхәббәт» (1925) һәм «Төтәүсе тап» (1928) тигән китаптары нәшер ителә. 1920-се йылдар аҙағында «Ҡатын-ҡыҙҙың ғәфү ителеүе» тигән гәзитте ойоштора һәм уға етәкселек итә. Гәзит биттәренән Сальвадор ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын ҙур әүҙемлек менән яҡлап сығыш яһай.
1930 йылда үҙенең кандидатураһын республика президенты вазифаһына тәҡдим итә. Сальвадор закондары буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуҡһыҙ була, әлбиттә. Уның программаһына түбәндәгеләр инә: профсоюздарға дәүләт булышлығы, дәүләт идаралығында намыҫлылыҡ һәм асыҡлыҡ, спиртлы эсемлектәрҙә бүлеүҙе һәм ҡулланыуҙы сикләү, дин тотоу ирке һәм никахһыҙ тыуған балаларҙы таныу. Пруденсия Аяланы яҡлаусыларҙың береһе фәйләсәү, педагог, яҙыусы һәм депутат Альберто Масферрер була. Әммә Юғары суд уның кандидатураһын кире ҡаға, ләкин ошо айҡанлы башланған дебаттар 1939 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғын раҫлай. 1950 йылда был хоҡуҡ президент Оскар Осорионың хуплауы менән Конституцияла нығытыла.
Пруденсия Аяланың 1932 йылғы крәҫтиән ихтилалында ҡатнашыуына шаһитлыҡтар юҡ, әммә ул баш күтәреүселәр менән хеҙмәттәшлек иткәндер тигән фекер йәшәй.
Хәтер
үҙгәртергәСан-Сальвадорҙың үҙәгендә, кафедраль собор эргәһендә, Пруденсия Аяланың иҫтәлегенә мемориаль таш ҡуйылған. 2009 йылдың мартында, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, Пруденсия Аялаға бағышлап «Пруденсия сихыры замандарында» тигән пьеса ҡуйыла.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Биография Пруденсии Аяла
- Prudencia Ayala, la hija de la centella 2007 йыл 30 сентябрь архивланған. (исп.)