Атауллин Ринат Юмор улы

(Атауллин Ринат Йомор улы битенән йүнәлтелде)

Атауллин Ринат Юмор улы (23 ғинуар 1959 йыл17 ғинуар 2022 йыл) — рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (1998).

Ринат Юмор улы Атауллин
Тыуған:

23 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы

Үлгән:

17 ғинуар 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (62 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Жанр:

пейзаж, портрет

Уҡыған урыны:

ХГФ Магнитогорск дәүләт педагогия институты

Исемдәре:

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы (2010)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ринат Юмор (Йомор) улы Атауллин 1959 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған. Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

1981 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай.

1983—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.

1997 йылдан алып үҙәк район китапханаһының рәссам-биҙәүсеһе.

2007 йылдан реклама һәм дизайн бүлеге мөдире.

Ринат Атауллиндың эштәре башҡорт халҡы тарихына, тыуған ергә һәм кешенең рухи көсөнә арналған: «Еңеү тураһында хәбәр» (1998), «Ижап» (1999), «Аҡмулла» (2006), «Шанлы йылдар» (2010). «Бөйөк Шағәле Шаҡман» исемле картинаһында тантаналы мәлдең — башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының Мәскәүгә ике яҡлы килешеү төҙөү өсөн барыуының бер күренеше сағылдырылған һәм легендар шәхестең, бабаһы Шағәле Шаҡмандың, тарихи образы тыуҙырылған. Тамъян ҡәбиләһе бейе Мәскәүҙә Василий Блаженный храмы эргәһендә ҡалҡыулыҡҡа баҫҡан да, Иван Грозныйға башҡорт ырыуҙарының мөрәжәғәт хатын уҡып тора. Ҡараштары көсөргәнешле, ирендәре ҡымтылған. Күрәһең, рус батшаһына баш эйеп барыуы бик ауыр уға. Төҫтәрҙең бай палитраһы сағыулығы Р. Атауллин картиналарына драматизм өҫтәй («Аят», 1990, «Атайым уйҙары», 1991; «Ата-бабалар ере», 1999; «Васыят», 2000; «Еңеү», 2010), эске динамикаһын еткерә («Шүрәле тауы», 1988; «Епшек көн», 1990; «Август», 2000). Әбйәлил районының билдәле кешеләренең портреттары, пейзаждар («Көҙ», 1985; «Тауҙарҙа ҡыш», 1984; «Март ҡояшы», 1985), тематик картиналар («Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев — „Урал батыр“ эпосын тәүге һөйләүсе», 2001; «Салауаттың өҙөлгән йыры», 2004), Сибай музейындағы «Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары» (1996), Таһир Күсимов музейындағы «Күсем ауылы — Геройҙың тыуған төйәге» (1998) һәм «Днепр аша сығыу» (2000) диорамалары авторы. «Артыш» ижады берекмәһе ағзаһы (1995).

Рәссам 2022 йылдың 17 ғинуарында вафат булды[1].

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1983 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре: Әбйәлил районы Асҡар (1990, 2004) һәм Күсем (1996) ауылдарында, Сибай (1997), Баймаҡ (1998), Өфө (2000) ҡалаларында.

Эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (БДХМ), «Урал» галереяһында, РФ Мәҙәниәт министрлығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010);
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Творческое объединение «Артыш»: избранные произведения: каталог / автор-составитель С. В. Евсеева. — Уфа, 2002.
  • А. Королевский. Шәжәрә ағасының бер олоно. // Тамаша. № 1, 2002 й.

Һылтанмалар

үҙгәртергә