Аталанта (бор. грек. Ἀταλάντη «ҡаҡшамаҫ») боронғо грек мифологияһы геройы исеме, уның тураһында хикәйәттең бер нисә версияһы бар[3]. Ҡайһы берҙә ике Аталантаны айыралар: Аркадия һәм Беотия Аталантаһы (Гиппомендың ҡатыны). Ике Аталанта тураһындағы мифтар йыш ҡына бутала һәм Артемида тураһында күҙаллауҙар менән бәйлеләр.

Аталанта
бор. грек. Ἀταλάντη
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Атаһы Иасий[d][1], Менал[d] һәм Схеней[d]
Әсәһе Климена[d]
Хәләл ефете Гиппомен[d] һәм Меланион[d][2]
Внебрачный партнёр Мелеагр[d] һәм Арес[d]
Балалары Парфенопей[d]
Появляется в виде Арыҫлан
 Аталанта Викимилектә

Иас һәм Клименаның ҡыҙы (Парфения тауынан Иасия/Иасиона[4]); йәки Схенея (Гесиод[5] һәм башҡалар[6] буйынса); йәки Менала[el] (Еврипид буйынса[7]).

Аркадия Аталантаһы

үҙгәртергә
 
Якоб Йорданс. Мелеагр һәм Аталанта. 1620—1650. Прадо. Мадрид

Аркадия Аталантаһы — Иасий (Иас) һәм Клименаның ҡыҙы. Уның атаһы, ир балаһы булыуын теләп, ҡыҙҙы Парфений тауына ташлай, һәм һунарсылар тапҡансы Аталантаны айыу имеҙә. Уҡтан атыуҙа оҫта һунарсы. Уны эҙәрлекләргә маташҡан кентаврҙар Гилей һәм Рек уның уғынан һәләк булалар. Һунар иткәндә, Кифанта (Лаконика) янындағы мәмерйәләге ҡаяға һөңгө менән һуға, һәм унан һыу ағып сыға[8].

Калидон ҡабанына һунарҙа ҡатнаша[9], Аталанта беренсе булып уға уғын тейҙерә, ә һуңынан Мелеагр көсһөҙләнгән ҡабанды һөңгөһө менән үлтерә. Мелеагр уға һунар трофейын — ҡабан башын һәм тиреһен бүләк итә[10]. Фестийҙың улдары уның тиреһен тартып ала, һәм Мелеагр уларҙы үлтерә[11].

Бер версия буйынса, аргонавтар походында ҡатнаша[12]. Аполлоний буйынса, Ясон, мөхәббәт низағтарынан ҡурҡып, уны аргонавтар менән походҡа алмай, һәм ул Ясонға һөңгө бүләк итә[13].

Күптәрҙе йүгереүҙә ярышып үлтерә[14]. Йүгереүҙә еңелеп, Меланионға кейәүгә сыға, уға Парфенопей исемле ул табып бирә (Еврипид һәм Овидий буйынса, Гиппоменға кейәүгә сыға).

Беотия Аталантаһы

үҙгәртергә
 
Гвидо Рени. Гиппомен менән ярышыу. Яҡынса 1612 йыл. Прадо. Мадрид

Беотия Аталантаһы — Схенейҙың ҡыҙы, матурлығы һәм йүгереү тиҙлеге менән данлыҡлы. Ул үҙенең ҡулын һораусыларҙың һәр береһенә йүгереүҙә ярышырға тәҡдим итә, өҫтәүенә ул, ҡоралһыҙ, алда йүгерергә тейеш була, ә ул һөңгө менән уның артынан эйәрә; әгәр ул уны ҡыуып етмәһә, уны үҙенең кейәүе тип таный, юғиһә уны ҡотолғоһоҙ үлем көтә. Гиппомен (Мегарей йәки Арей улы) уны Афродита ярҙамында һемәйткәнсе, күп егеттәр уның ҡулынан һәләк була. Илаһ уға алтын алмалар бирә, уларҙы йүгергән ваҡытында берәм-берәм төшөрә: уларҙы йыйнап, Аталанта артта ҡала, һәм Гиппомен беренсе булып маҡсатына өлгәшә.

Әммә Ул Афродитаға рәхмәт әйтергә онота; унан үс алырға теләп, ул уның күңелендә шул тиклем көслө дәрт уята, улар Парнастағы Зевс ғибәҙәтханаһында яталар[15]. Артемида ихтыяры менән арыҫландар булып китәләр[16]. Икенсе бер хикәйә буйынса, улар Кибела ғибәҙәтханаһында яталар, һәм асыулы Кибела уларҙы арыҫландарға әйләндерә, уларҙы үҙенең арбаһына егә. Рационалистик аңлатма буйынса, Аталанта менән Гиппоменды арыҫландар ашаған[17].

Үлгәндән һуң уның йәне киләһе тормошта ир-ат-атлетты һайлай[18].

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Эсхил, Критий, Аристий һәм Пакувийҙың «Аталанта» трагедияларының, шулай уҡ Эпихарм, Страттид, Алексид, Евтикл, Филиллий, Филетер, Амфистың «Аталанта» комедияларының төп геройы.

Аталанта тураһындағы мифтың үҙ версияһын итальян балалар яҙыусыһы Джанни Родари «Atalanta. Una fanciulla nella Grecia degli dei e degli eroi» («Аталанта. Тәңреләр һәм геройҙар Грецияһындағы ҡыҙ») китабында яҙа.

1855 йылда асылған астероид (36) Аталанта, Венералағы Аталанта[d] тигеҙлеге, «Аталанта» (Бергамо) футбол клубы Аталанта хөрмәтенә аталған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Любкер Ф. Iasus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 654.
  2. Любкер Ф. Atalanta (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 174.
  3. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.1. С.120; Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т. 1. С. 202
  4. Феогнид. Элегии 1295—1298; Каллимах. Гимны III 215; Проперций. Элегии I 1, 9; Гигин. Мифы 70; Элиан. Пёстрые рассказы XIII 1
  5. Гесиод. Перечень женщин, фр. 73 М.-У.
  6. Овидий. Любовные элегии I 7, 14; Гераклит-аллегорист. О невероятном 12; Гигин. Мифы 173; 185
  7. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека, III, 9, 2
  8. Павсаний. Описание Эллады III 24, 2
  9. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 8, 2; Павсаний. Описание Эллады VIII 45, 6; Овидий. Метаморфозы VIII 317; Гигин. Мифы 173
  10. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 8, 2-3; III 9, 2; 13, 3
  11. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 34, 5
  12. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 9, 16
  13. Аполлоний Родосский. Аргонавтика I 764
  14. Овидий. Ибис 371—372; Гигин. Мифы 185
  15. Гигин. Мифы 185.
  16. Нонн. Деяния Диониса XII, 90.
  17. Гераклит-аллегорист. О невероятном 12.
  18. Платон. Государство X 620b.