Артемида

боронғо грек мифологияһында мәңге йәш һунар алиһәһе, ҡатын-ҡыҙ сафлығы алиһәһе

Артемида (һ. б.бор. грек. Ἄρτεμις. — боронғо грек мифологияһында мәңге йәш һунар алиһәһе, ҡатын-ҡыҙ сафлығы алиһәһе. Ерҙәге бөтә тереклектең ҡурсалаусыһы, никахта бәхет биреүсе һәм бала тапҡанда ярҙам күрһәтеүсе, һуңыраҡ Ай алиһәһе (уның ағаһы Аполлон Ҡояшты кәүҙәләндерә). Гомерҙа — һомғоллоҡ, һунарсылыҡ ҡурсалаусыһы[2]. Римлеләрҙә Диана[3] менән тиңләштерелә.

Артемида
бор. грек. Ἄρτεμις
Артемида
Артемида

Һунар алиһәһе, бөтә тереклек ҡурсалаусыһы

Мифология

боронғо грек

Туғандары

Аполлон[d][1]

Балалары

балаһыҙ

Башҡа мәҙәниәттә

Анаит, Диана, Артио, Ҡыҙ

 Артемида Викимилектә
Артемида (нурлы таж кейеп ултырған), гүзәл нимфа Каллисто (һулда), Эрос һәм башҡа нимфалар. Помпейҙың антик фрескаһы.
Артемиданың бронза һыны, беҙҙең эраға тиклем 4 быуат.

Артемиданың культ хайуандары булып лань һәм айыу тора.

Мифология һәм мәҙәниәт

үҙгәртергә

Артемида исеменең этимологияһы билдәһеҙ[4]. Микен телендә a-ti-mi-te[5].

Зевстың һәм алиһә Летоның ҡыҙы, Аполлондың игеҙәк ҡыҙ туғаны (Hes. Theog. 918)[6][3], титандар Кея һәм Фебаның ейәнсәре. Делос утрауындағы Кинф тауында тыуған.

60 океанида һәм 20 амний нимфалары уның хеҙмәтселәре була. Пандан бүләк итеп 12 эт ала[7]. Согласно Каллимаху, охотясь на зайцев, радуется виду их крови[8]. Каллимахҡа ярашлы, ҡуянға һунар иткәндә уларҙың ҡанын күреп шатлана[9].

Классик Артемида — мәңгелек ҡыҙ; уны оҙатып йөрөгән нимфалар шулай уҡ никахһыҙлыҡ антын бирә, уны үтәмәүселәр ҡәтғи язаға тарттырыла (мәҫәлән, Каллисто). Туй алдынан алиһә Артемидаға ҡорбан килтерелә. Күп мифтарҙа ул үс алыусы һәм аяуһыҙ булып күренә: Ниобаның балаларын, Актеонды үлтерә, Агамемнонға үҙенең ҡыҙы Ифигенияны ҡорбан итергә бойора. Артемиданың зыянлы функциялары уның архаик үткәне — Криттағы йәнлектәр хужаһы булыуы менән бәйле. Үҙенең боронғо ипостасында һунарсы ғына түгел, айыу ҙа була.

Кеше ҡорбандары килтерелгән бындай Артемида Кибеле һәм Иштар кеүек боронғо алиһә-әсәләргә яҡын; бәлки, шунан, алиһәнең уңдырышлылығын данлаған оргиастик культ элементтары ла килеп сыҡҡандыр. Йыш ҡына уның менән бала табыусыларға ярҙам итеүсе Ильфия, ҡараңғылыҡ алиһәһе һәм тылсымсыларҙы ҡурсалаусы Геката, Айҙы кәүҙәләндереүсе Селена тиңләштерелә. Художестволы һүрәттәрҙә Селена Артемиданан тулы йөҙө, костюмы һәм башындағы дуға формаһындағы япмаһы менән генә айырыла[10]. Артемида (үҙенең боронғо ипостасияһында), уға оҡшаш күп кенә алиһәләр кеүек үк, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы яҡлай, үлеп барғандарҙың ғазаптарын еңеләйтә, ул бер үк ваҡытта тыуыу һәм үлем менән ассоциациялана.

Артемиданың айыуҙар менән бәйләнештәре бик ҡыҙыҡлы һәм бер ни тклем аңлайышһыҙ. Брауронда, Аттиканың көнсығыш яры буйында, хәҙер ҡаҙылған Артемиданың Браурония ғибәҙәтханаһы булған. Бер яҡтан, был ҡорамға ҡатын-ҡыҙҙар тыуҙырыуҙа вафат булғандарҙың кейемдәре бағышланған: был Артемиданың бала тыуыуҙа ярҙамсы булараҡ функцияһы менән бәйле[11], һәм үҙендә ниндәй ҙә булһа көтөлмәгән хәлдәрҙе аңлатмай. Әммә ошо уҡ ғибәҙәтхана менән сәйер йола бәйле була: биш йәштән ун йәшкә тиклемге Афина ҡыҙҙары был ғибәҙәтханала күпмелер ваҡыт йәшәй, ἄρκτοι, йәғни «инә айыуҙар» тип атала, дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән Брауронии байрамы ваҡытында шафран менән буялған кейем кейгән ҡыҙҙар Артемида хөрмәтенә ниндәйҙер тантаналар ойоштора. Был йола менән Каллистоның айыуға әүерелгән юлдашы тураһындағы аркада мифы менән сағыштырыла һәм бында боронғо териоморф, йәғни Артемиданың «йыртҡыс» ҡиәфәте эҙҙәрен күрәләр[12].

Коттеға ярашлы, Артемида өсәү булы: Зевстың һәм Персефонаның ҡыҙы, ул Герместан ҡанатлы Эротты тыуҙыра; өсөнсө Зевстың һәм Летоның ҡыҙы; Упис һәм Главканың ҡыҙы, уны Упис тип атайҙар[13].

Мысыр риүәйәттәре буйынса, эллиндарға Эсхил хәбәр иткәнсә, Артемида — Деметраның ҡыҙы[14]. Аллалар Мысырға ҡасҡанда, ул бесәйгә әйләнә[15].

Артемида культы бөтә ерҙә лә таралған була, әммә бигерәк тә уның Кесе Азияла Эфестағы ғибәҙәтхананың даны тарала, унда күп түшле бала табыуҙы ҡурсалаусы алиһәнең данлыҡлы статуяһы урынлашҡан. Артемиданың беренсе ғибәҙәтханаһын Герострат «дан алырға» теләп б. э. т. 356 й. яндыра. Уның урынында төҙөлгән икенсе ғибәҙәтхана антик донъяның ете мөғжизәһе була. Артемида Эфесская амазонкаларҙың ҡурсалаусыһы була.

Артемида ҡорбандары

үҙгәртергә
 
Диана Версальская. Грек скульптураһының рим күсермәһе. Леохар
 
Артемида Эфесская
  • Агротера («Охотница», «Ловчая»). Уның ғибәҙәтханаһы Аттикала[16]. Йәки ниндәйҙер алиһә[17]..
  • Алфея.
  • Апанхомена («Удавленница»). Риүәйәт менән бәйле Кафияла эпитет (Аркадия)[18]. Каллимахҡа ярашлы, аркадалылар Артемидаға доға ҡыла[19].
  • Арикийская.
  • Ариста[20].
  • Астратея.
  • Браврония. Аттик демының Браврон исеме буйынса[21]. Байрамдар айыу кейеме кейеү менән бәйле[22].
  • Бромия[23].
  • Гегемона («Воительница»). Тегейҙа уның менән бәйле риүәйәт бар[24]. В Тегее с ним связана легенда[25].
  • Геката[26].
  • Гекаэрга[27].
  • Гиакинфотрофос — Книдта эпитет[28].
  • Дафния[29].
  • Делия[30]. Делостан, унда ул һәм Аполлон тыуа, (Аполлонды Делий тип тә атайҙа). Тибуллдың һөйәркәһе исеме.
  • Евклея.
  • Евринома — фигалейҙар эпитеты[31].
  • Ифигения («Сильнорожденная, Могущественная»)[32].
  • Каллиста[20]. Беренселәрҙән булып уны шағир Памф ҡуллана. Артемида Каллиста ғибәҙәтханаһы Каллисто ҡәбере янында тора[33].
  • Кариатида. Кариаттар — Артемида жрецтары[34]. Кастор һәм Полидевк Карида урынында спартанецтарҙы бейеүҙең айырым төрөнө өйрәтә[35]. en:Caryatis
  • Кинфия — Делостағы Кинф тауынан[36]. Проперци һөйәркәһенең исеменән
  • Колоенская — Лидияла Колоя күле янындағы сиркәү[37].
  • Кордака — Элидала эпитет[38].
  • Лафрия (Λαφρία). Калидонда (см. Мифы Фокиды)[39], шулай у Патрала

[40] Артемида культын урынлаштырған Лафрий исемле калидондар һәм мессессаларҙа эпиитеты (см. Мифы Фокиды).

  • Левкофрина («Белобровая») — магнеттарҙың эпитеты[41].
  • Лигодесма («Обвязанная ивами») — Спартала эпитет Артемида Орфия эпитеты[42].
  • Лохия («Родовспомогательница»)[43].
  • Мелисса (Μέλισσα, «пчела»). Деметраның ҡыҙы тарафынан аталған Эфестағы эпитет. Культ булдырыу Эсхилдың «Жрицы» трагедияһында һүрәтләнә (фр.86-87 Радт). Мелиссалар тип Деметра жрицаларын атайҙар[44].
  • — Ионияла Пигела ҡалаһында Агамемнон нигеҙ һалған уның ғибәҙәтханаһы[45]. Артемида Мунихияның ксоанын Сикионда Скиллид һәм Дипен төҙөй[46].
  • Орфия (Ортия), Спартала уның алтары[47]
  • Орфосия (Ортосия)[48] — Амазонка Антиопаны шулай тип атайҙар[49].
  • Пайдотрофа («Детокормилица») — Коронда ғибәҙәтхана (Мессения)[50].
  • Подагра — Сосибий буйынса, Лаконикта Артемида Подаграның ҡорбан килтереү урыны бар[19].
  • Селасфора («Светоносная»)[51].
  • Тавриона[52]
  • Тавропола[53] — Бравронда Артемида Таврическаяның һүрәте[21]. Артемида Таврополаның йолалары Каппадокияла ла була. Геката эпитеты[54]. Питоклға ярашлы, фокейҙар уға кешене күмәкләп яндырыуҙы ойоштора[55].
  • Улия.
  • Феба.[56][57].
  • Ферея[58] — Фералар менән бәйле, Аргостағы һыны[59].
  • Хесийская — Самоста эпитет[60].
  • Хитона[61].
  • Элефтерия («Свободная»).
  • Эфопия — Митиленда сиркәү[62]. «Эфиопид»та (синопсис) Лесбоста Ахиллдың Аполлонға, Артемидаға һәм Летоға ҡорбан килтереүе телгә алына.

Юлдаштары

үҙгәртергә
  • Гиала[63].
  • Нефела[63].
  • Опис — нимфа[64].
  • Ортигия — Артемида һәм Аполлондың һөт инәһе[65]. Уның исеме менән Эфеста Артемида храмы янында парк аталған, унда уның ҡулдарында балалар тотҡан һыны урынлашҡан[45].
  • Псека[66]
  • Ранида[63].
  • Фиала[66].
Артемиданың башҡа юлдаштары

Артемида ҡорбандары

үҙгәртергә

Ҡатын-ҡыҙҙарға (ир-егеттәргә Аполлон кеүек) тәбиғи үлем килтерә, әммә ҡан ҡойғос үлем дә була ала, йыш ҡына язалау ҡоралы итеп уҡтар ҡуллана. Уның ҡорбандары араһында шулай уҡ Мелеагр һәм Орест.

  • Агамемнон. Алиһә Ифигенияны ҡорбан итеп килтереүҙе талап итә (мифтың һуңғы версияһы буйынса алиһә тарафынан йәлләнә).
  • Адонис. Уға ҡабан ебәрә.
  • Актеон. Боланға әйләнә.
  • Алоадалар. Артемида боланға әйләнә, һәм улар бер-береһен үлтерә.
  • Алфей. Артемидаға ғашиҡ була.
  • Амфион һәм уның ҡыҙҙары. Уҡ менән үлтерелә.
  • Ариадна.
  • Аталанта һәм Гиппомен. Арыҫландарға әйләнәләр.
  • Бротей. Утҡа ташлана.
  • Аркадиянан буфаг. Уҡ менән зарарлана.
  • Гиппа (Хирондың ҡыҙы), ул шулай уҡ Меланиппа. Бейәгә әйләнә.
  • Гратион (гигант). Үлтерелә.
  • Танагранан Дриант.
  • Каллисто. Версия буйынса, уҡтан үлә.
  • Кенхрей. Ул осраҡлы рәүештә үлтерә.
  • Коронида (Флегияның ҡыҙы). Үлтерелә.
  • Лаодамия (Беллерофонттың ҡыҙы).
  • Лимон (Тәһиттың улы). Уҡтан үлтерелә.
  • Меланипп һәм Комефо. Артемидаға ҡорбан килтерелә.
  • Мера (Перт ҡыҙы). Үлтерелә.
  • Ойней. Калидондың ҡыр сусҡаһын ебәрә.
  • Орион. Артемида тарафынан үлтерелә (версия).
  • Титий. Үлтерелә.
  • Фалек. Тиранды Артемида ебәргән арыҫлан үлтерә.
  • Филонида (шулай уҡ Хиона). Уҡтан үлә.
  • Посидониянан фоант. Уға ҡабандың башы төшә.
  • Эфимия. Үлтерелә.

Өсөнсө айҙың (Боедромиондың) алтынсы көнөндә гректар Артемида Агротераға ҡорбан килтерә.[67]

Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

үҙгәртергә
  • Уға Гомерҙың IX һәм XXVII гимндары, Каллимахтың III гимны, XXXVI орфик гимны арналған. Еврипидтың «Ипполит», «Ифигения в Авлиде», «Ифигения в Тавриде».трагедияларының геройҙары.
  • Алтын йәйә һәм яурынында колчан, ҡулдарына һөңгө, ҡайһы берҙә башында ярым ай (Ай алиһәһе символы) булып һүрәтләнә, йыш ҡына боландар һәм нимфалар оҙатыуында.[68][69] Традиция буйынс ғиффәтлекте кәүҙәләндергән алиһәне ҡыҫҡа хитонда «кейендерәләр». Һуңыраҡ, XVIXIX быуаттарҙа, яланғас алиһә һүрәттәре барлыҡҡа килә, был ул ваҡытта ысын ғауғаға килтерә (мәҫәлән, 1790 йылда Гудон ижад иткән Диана-һунарсы).

Астрономияла

үҙгәртергә
  • Артемида хөрмәтенә 1868 йылда асылған Артемида астероиды (105); 1894 йылда асылған (395) Делия астероиды; Венералағы Артемида сулпаны аталған.
  • Артемида хөрмәтенә шулай уҡ яңы Америка ай программаһы атала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Артемида и олень
  • Артемида Пирейская
  • Статуя Артемиды

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Любкер Ф. Ἄρτεμις (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 163—164.
  2. Гомер. Одиссея VI 102—108
  3. 3,0 3,1 Roman, Luke; Roman, Monica. Encyclopedia of Greek and Roman Mythology (инг.). — Infobase Publishing (инг.)баш., 2010. — P. 85. — ISBN 9781438126395.
  4. Ҡалып:Cite dictionary
  5. Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.141
  6. Артемида 2014 йыл 31 март архивланған. // terme.ru
  7. Каллимах. Гимны III 87-97
  8. Гигин. Астрономия II 33, 1
  9. Гигин. Астрономия II 33, 1
  10. Σελήνη // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  11. Callimachus – Hymn III to Artemis 1-27. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 24 ноябрь 2009 года.
  12. Зайцев А. И. Греческая религия и мифология: Курс лекций / Под ред. Л. Я. Жмудя. — Учеб. пособие для студ. высш. учеб. заведений. — СПб.: Филологический факультет СПбГУ; М.: Издательский центр «Академия», 2005. — С. 122—123.
  13. Цицерон. О природе богов III 58
  14. Геродот. История II 156; Павсаний. Описание Эллады VIII 37, 6
  15. Овидий. Метаморфозы V 330
  16. Павсаний. Описание Эллады I 19, 6
  17. Плутарх. Об Эроте 14
  18. Павсаний. Описание Эллады VIII 23, 6-7
  19. 19,0 19,1 Климент. Протрептик 38, 3
  20. 20,0 20,1 Павсаний. Описание Эллады I 29, 2
  21. 21,0 21,1 Павсаний. Описание Эллады I 23, 7
  22. Аристофан. Лисистрата 643
  23. Орфические гимны XXXVI 2
  24. Павсаний. Описание Эллады VIII 37, 1
  25. Павсаний. Описание Эллады VIII 47, 6
  26. Орфика, фр.188 Керн
  27. Нонн. Деяния Диониса V 491
  28. Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян. М., 1996. С.311
  29. Павсаний. Описание Эллады III 24, 9
  30. Стаций. Фиваида II 243
  31. Павсаний. Описание Эллады VIII 41, 5
  32. См.: A Greek-English Lexicon compiled by Henry George Liddel and Robert Scott, revised and augmented throughout by Sir Henry Stuart Jones with the assistance of Roderick McKenzie and with the cooperation of many scholars. With a revised Supplement / Henry George Liddel, Robert Scott. — Oxford, 1996. — P. 845
  33. Павсаний. Описание Эллады VIII 35, 8
  34. Орозий. История против язычников I 7, 1 комм.
  35. Лукиан. О пляске 10
  36. Стаций. Фиваида I 577
  37. Страбон. География XIII 4, 5 (стр.626)
  38. Павсаний. Описание Эллады VI 22, 1
  39. Павсаний. Описание Эллады IV 31, 7
  40. Павсаний. Описание Эллады VII 18, 8
  41. Павсаний. Описание Эллады I 26, 4
  42. Павсаний. Описание Эллады III 16, 11
  43. Плутарх. Застольные беседы III 10, 3
  44. Каллимах. Гимны II 110
  45. 45,0 45,1 Страбон. География XIV 1, 20 (стр.639)
  46. Ксенофонт. Греческая история II 4, 11; Каллимах. Гимны III 259
  47. Алкман. Парфений, ст.43
  48. Пиндар. Олимпийские песни III 30
  49. Ликофрон. Александра 1331
  50. Павсаний. Описание Эллады IV 34, 6
  51. Павсаний. Описание Эллады I 31, 4
  52. Ταυριώνη // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  53. Софокл. Эант 172; Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 77, 7
  54. Орфические гимны I 7
  55. Климент. Протрептик 42, 6
  56. Phoebe // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  57. Гомер. Илиада V 51
  58. Каллимах. Гимны III 259
  59. Павсаний. Описание Эллады II 23, 5
  60. Каллимах. Гимны III 228
  61. Каллимах. Гимны I 77
  62. Мякин Т. Г. Сапфо. СПб, 2004. С.181, по надписям
  63. 63,0 63,1 63,2 Овидий. Метаморфозы III 171
  64. Вергилий. Энеида XI 532
  65. Комментарий О. П. Цыбенко в кн. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека. Кн.4-7. СПб, 2005. С.333
  66. 66,0 66,1 Овидий. Метаморфозы III 172
  67. Античный мир и археология. — Вып.2. — Саратов, 1994. — С. 31—37. — 140 с.
  68. Артемида. Дата обращения: 28 май 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  69. Артемида. Дата обращения: 28 май 2014. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә