Джанни Родари (итал. Gianni Rodari, 23 октябрь 1920 йыл, Оменья, Италия — 14 апрель 1980 йыл , Рим, Италия) — Италияның балалар яҙыусыһы, журналист, Г. Х. Андерсен исемендәге премия лауреаты.

Джанни Родари
итал. Gianni Rodari
Тыуған көнө

23 октябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

14 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1][3][4][…] (59 йәш)

Ил

 Италия[5]
 Италия короллеге[d]
 Итальянская социальная республика[d][6]

 Джанни Родари Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Родари 1920 йылдың 23 октябрендә төньяҡ Италияла урынлашҡан ҙур булмаған Оменья ҡалаһында тыуа.

Атаһы иртә вафат була, һәм Джанни ике ағаһы (Чезаре һәм Марио) менән бергә әсәһе тыуған ауылда — Варесоттола йәшәйҙәр. Бала саҡтан Родари сирләшкә генә һәм көсһөҙ була, шуға күрә ул музыка һәм китаптар менән ҡыҙыҡһына. Өс йыл семинарияла уҡып, ул уҡытыусы дипломы ала һәм 17 йәштә ауыл мәктәптәренең башланғыс синыфтарында уҡыта башлай. 1939 йылда бер аҙ ваҡыт Милан университетының филология факультетына тыңлаусы булып йөрөй.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Джанни Родари, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, хеҙмәттән азат ителә. Ике яҡын дуҫы һәләк булғандан һәм ағаһы Чезаре концентрацион лагерғаа ябылғандан һуң ул фашист режимына ҡаршы көрәшкән хәрәкәттә ҡатнаша башлай һәм 1944 йылда Итальян коммунистик фирҡәһенә ағза булып инә.

1948 йылда Родари «Унита» коммунистик гәзитендә журналист булып эшләй һәм балалар өсөн китаптар яҙа башлай. 1951 йылда ул беренсе шигырьләр йыйынтығын һәм "Чиполлино мажаралары"н баҫтырып сығара.

1952 йылда СССР-ҙа булып китә.

1957 йылда Джанни Родари профессиональ журналист исемен ала.

1970 йылда Г. Х. Андерсен исемендәге премияға лайыҡ булып, бөтә донъя таныла.

1953 йылда Мария Тереза Фереттиға өйләнә, дүрт йылдан һуң уларҙың Паола исемле ҡыҙҙары донъяға килә.

Родари ауырыуҙан 1980 йылдың 14 апрелендә Рим ҡалаһында вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә