Асия
Викидатала элемент юҡ |
Асия — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәАсия исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе дауалаусы, тынысландырыусы тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәНафиҡова Асия Закуан ҡыҙы (9 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 1995 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (28 август 1947 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы (3 июль 1952 йыл) — ғалим-ветеринар врач, профессор, биология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004.
Юнысова Асия Шәйехриза ҡыҙы — журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районының Ҡыҙылъяр ауылы ҡыҙы.
Асия бинт Муза́хим (ғәр. آسيا بنت مزاحم) — Муса пәйғәмбәр осоронда хакимлыҡ итеүсе Фараондың ҡатыны. Мосолмандар тарафынан бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ хөрмәт ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәАсия (мәсет) — Өфө ҡалаһының Калинин районында Максимовка ауылында төҙөлгән мәсет.
Тораҡ пункттар
үҙгәртергәАсия — Япониялағы ҡала.
Асия — Японияла, Фукуока префектураһының Онга өйәҙендә урынлашҡан ҡасаба.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |