Арғымаҡ — этно-рок йүнәлештә йырҙар башҡарыусы төркөм.

Арғымаҡ
Йылдар

1989

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Өфө

Язык песен

башҡорт

Состав

Ринат Рамазанов

2009 йылда Өфө сәнғәт институтында ойошторола. 2015 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. “Арғымаҡ” төркөмө төрлө йүнәлеш һәм жанрҙарҙың (фолкрок, регги, дабстеп, трэп, нашд һ.б.), заманса музыка саралары менән милли көйҙөң берләшеүе, башҡорттарҙың һәм донъялағы башҡа халыҡтарҙың халыҡ музыка ҡоралдарын ҡулланыу хас.

Коллективтың инструменталь составы нигеҙендә ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, дөңгөр, гитара, бас һәм һуҡма ҡоралдар менән бергә өзләү, шулай уҡ төрлө халыҡтарҙың уйын ҡоралдары ҡулланыла.

Солист һәм художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы - Ринат Рамазанов.

Төркөм Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында (Сакатекас ҡалаһы, 2016), 1-се “Ебәк юлы” халыҡ-ара фестивалендә (Цзяюйгуань ҡалаһы, Ҡытай, 2017) һәм башҡа фестивалдәрҙә ҡатнаша. “Күсмә халыҡтар донъяһы” халыҡ-ара этнофестивалендә (Эр-Рияд ҡалаһы, Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге, 2019) Гран-при яуланы. “Керәшен һыуыҡтары” асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы (Бөрө ҡалаһы, 2012). Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы еңеүсеһе (Ҡырым, 2019). “Усилди-Хур болот” халыҡ-ара тере музыка һәм ышаныу (Тыва Республикаһы, 2010), халыҡ сәнғәте һәм “Садко” һөнәрҙәр (Бөйөк Новгород ҡалаһы, 2011) фестивалдәре лауреаты.

Репертуары

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ йырҙары: «Байыҡ», «Ҡара юрға», «Ирәндек», «Ҡарабай», «Любизар» һәм башҡалар. Инструменталь көйҙәр: «Йәйәүле Мәхмүт», ҡобайырҙар (“Балҡантау”, “Урҙың байыҡмауы”) һәм башҡалар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә