Тимер Арыҫлан
Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл — 19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Тимер Арыҫлан | |||
Исеме: |
Арыҫланов Тимер Гәрәй улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||
Тыуған урыны: |
Кәкребаш ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы[1] | ||
Вафат булған көнө: | |||
Вафат булған урыны: | |||
Гражданлығы: | |||
Эшмәкәрлеге: |
Шағир | ||
Жанр: |
Сатира һәм юмор | ||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||
Наградалары: |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергәТимер Гәрәй улы Арыҫланов (Тимер Арслан; Тимер Арыҫлан) 1915 йылдың 1 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш ауылында[1] тыуған.
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1951). 1946—64 йылдарҙа (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта. «Беҙҙең йәшлек» (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 быуаттың 30‑сы йылдары йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. «Окоптар төбөнән» (1944), «Тауҙар йырлай» (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы «Башҡортостан егете» (1949), «Тау ҡыҙы» (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1964), «Йәшәһен ир» (1968), «Ҡунаҡ булып кил, әсәйем» (1972) һ. б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы.
Бүләктәре
үҙгәртергә- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (16.08.1945)[2]
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1965;
- Өс ут араһында. — Өфө, 1975;
- И смех, и грех: стихи. — Уфа, 1970.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Харисов Ә. И. Әҙәби күренештәр. Өфө, 1963.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 33 с. ISBN 5-295-02294-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тимер Арыҫлан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.