Архимандрит — Ағиҙел йылғаһы бассейынына ҡараған күл.Өфө районындағы Чесноковка ауылынан төньяҡта дүрт саҡрым алыҫлыҡта ята.Ағиҙел йылғаһының һыу һаҡлау зонаһына инә. Өфө халҡы өсөн иң популяр ял урындарының береһе. Төньяҡ-көнсығыштан, Архимандрит һәм Тубал күлдәренең араһында, ике санаторий-профилакторий: «Элемтәсе» һәм «Химик» (ОАО УЗЭМИК), турбазалар «Черемушки», « Тубал» , «Авангард»,«Ясная Поляна» урынлашҡан. Инеү юлы — Өфөнән сыҡҡанда М5 магистрале Р −314 трассаһы менән киҫешкән эргәлә. Күл менән йәнәшә Ағиҙелдә пристань Мелькомбинат урынлашҡан.

Архимандрит
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Өлөшләтә Ағиҙелдең иҫке йырҙаһынан, өлөшләтә (көньяҡтан) — ҡом сығарыу карьерынан барлыҡҡа килгән. Ураҡ формаһында. Күл дүртенсел осор тоҡомдары - гравий, ҡырсынташ, ҡом, балсыҡлы ҡом һәм балсыҡтан барлыҡҡа килгән. Төбө ҡомло-ләмле һәм ләмле. Ағар күл булып иҫәпләнә.Яҙ көндәрендә ҡылымлығы аша Бәрҫеүән йылғаһы (Ағиҙел йылғаһының ҡушылдығы )менән ҡушыла.Яуым -төшөм,ер аҫты һәм ер өҫтө һыуҙары менән туйына.Күл эвтрофлы,ҡышын ныҡ туңыусан. Архимандрит күленең ике ике инеше бар: тәүгеһе — үргеһе Ҡалмыҡ утрауы өҫтөндә,ә икенсеһе — түбәнгеһе — «Алтын ҡом» пляжы ҡаршыһында. Өҫкө майҙаны — 0,78 км2, оҙонлоғо 6,1 км, киңлеге 0,13 км, уртаса тәрәнлеге — 2,9 м (максималь тәрәнлеге — 4,5 м), һыу күләме — 2,3 млн м3.

  • Һыубаҫар туғай урмандарында ерек,күк тирәк,ҡарама,муйыл,тал ағастары үҫә.
  • Болондарында еҫле һарымһаҡ,ҡала ҡыҫыр сәскәһе,ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы,урман шыма ҡурайы, ябай кесерткән үҫә. Яр буйҙарын ,күрән,уҡъяпраҡ,һаҙ ҡырыҡбыуыны һәм башҡа төрлө үҫемлектәр биләй.

Күлдә 20 -гә яҡын балыҡ төрө - ҡыҙылғанат,опто,сабаҡ, суртан,һаҙан һ.б. йәшәй.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Архимандрит. [греч. archi — главный и mandra — стойло] (церк.). Монахтыҡлағы руханиҙың иң юғары дәрәжәһе[1] Күл Өфөнөң ирҙәр монастырына ҡараған[2] Монахтар күлде ҡарап торғандар.Һыу ятҡылығының исеме ошоға бәйле - Архимандрит булып ҡалған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Өфө күлдәре

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә