Ҡырҡбыуын үләне
Ҡырҡбыуын үләне, баҫыу ҡырҡбыуыны, шыршы (ҡарағай) үләне, шылан (рус. Хвощ полево́й йәки, Хвощ обыкнове́нный, лат. Equisétum arvénse) — шыршы (ҡырҡбыуын) үләндәре ғаиләһенән күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 20-60 см. Споралар ярҙамында үрсей.
Ҡырҡбыуын үләне | |||||||||||||||||||||
Ҡырҡбыуын үләненең яҙғы үсентеләре | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Equisetum arvense L., 1753 | |||||||||||||||||||||
|
Ботаник һүрәтләмә
үҙгәртергәБейеклеге 40 см-ға тиклем, һирәкләп 50 см-ға тиклем булған күп йыллыҡ споралы үҫемлек. Тамырһабаҡтарында ҡыҫҡа ғына бүлбе һымаҡ тармаҡтар барлыҡҡа килә. Улар ярҙамында был үҫемлектәрҙең вегетатив үрсеүе күҙәтелә.
Ер өҫтө үренделәре ике төрлө (диморфик):
- генератив үренделәр — көрән йәки алһыу, тармаҡланмаған; өсмөйөшлө теш формаһындағы көрән япраҡлы. Споралар өлгөргәндән һуң яҙғы хлорофиллһыҙ үренделәр юҡҡа сыға йәки (күпкә һирәгерәк) йәшел төҫкә инә. Ян ботаҡтары барлыҡҡа килтерә һәм артабан вегетатив үренделәрҙән айырылмай.
- вегетатив үренделәр йәшел, тура йәки бер аҙ ауыш,эсе ҡыуыш. Осо һөңгөгә оҡшаш осло. Ғәҙәттә бейеклеге 15—50 см, диаметры 1,5—5 мм. Ботаҡлы. Һабаҡтарының эпидермисы шыма.
Япраҡ тештәре 6-12-әп ( ҡайһы берҙә 16-ға тиклем) суҡҡа йыйылған. Өҫкә тиклем ҡушылып үҫкән йәки ирекле. Суҡтарҙағы ботаҡтар ябай йәки еңелсә ботаҡлы, ҡырынлап өҫкә табан йүнәлә. Һабағындағы еңсәләр (редукцияланған япраҡтар) цилиндрик формала. Башаҡтарының оҙонлоғо 2-3 см, цилиндрик тиерлек.
Листовые зубцы собраны в мутовки по 6—12, иногда до 16, свободные или сросшиеся не до верху. Ветви в мутовках косо направлены вверх, простые или слабоветвистые. Влагалища (редуцированные листья) на стебле цилиндрические.
Колоски 2—3 см длиной, почти цилиндрические.
Таралыуы
үҙгәртергәҮҫемлек Евразияның субарктик, уртаса һәм тропик райондарында Исландиянан, Бөйөк Британиянан һәм Португалиянан көнбайышта Кореяға һәм Японияға, көнсығышта Кореяға һәм Японияға, Канада һәм Аляска субарктикаһынан АҠШ-тың көньяҡ штаттарына тиклем таралған.
Рәсәйҙә сүллектән һәм ярым сүллектән, шулай уҡ Алыҫ Төньяҡтан башҡа бөтә ерҙә лә таралған.
Тауҙарҙа субальпин билбауына барып етә. Урмандарҙа, ҡоро, һыубаҫар туғайҙарҙа, һаҙлыҡ ситтәрендә, ҡырсынташлы, ҡомло урындарҙа, баҫыуҙарҙа, көтөүлектәрҙә, йылға һәм шишмә ярҙары буйлап, арыҡтар эргәһендә, йыш ҡына ҡый үләне булып үҫә.
Ҡомло, ярайһы уҡ бай, уртаса дымлы тупраҡҡа өҫтөнлөк бирә. Һыубаҫар туғайҙарҙа һәм ятҡылыҡтарҙа, йыш ҡына үлән япмаһында үҙе генә ҡыяҡлылар менән бергә ( аҡтамыр, ҡылсыҡһыҙ күстерә, ҡыҙыл бүтәгә һ. б.) өҫтөнлөк итә.
Бигерәк тә төньяҡ йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында киң таралған.
Үҫемлек үҫкән тупраҡтың әселеге юғары була.
Хужалыҡта әһәмиәте
үҙгәртергәЯҙғы (генератив) үренделәрен сей көйө һәм бешереп аҙыҡ итеп файҙаланалар. Шулай уҡ запеканна, окрошка, соустар, бәлеш өсөн эслек итеп ҡулланалар.
Үҫемлек боландар өсөн аҙыҡ булып тора. Эре мөгөҙлө мал өсөн ағыулы булыуы тураһындағы мәғлүмәттәр шик тыуҙыра.
Ҡырҡбыуындың онтағы менән йорт хайуандарының тәнендәге сей яраларҙы дауалайҙар.
Йөндән эшләнгән материалдар өсөн һары һәм йәшел төҫтәге буяу етештерәләр.
Ҡырҡбыуындың составында кремнезём күп. Шуға һабағының онтағын мебель шымартыу, тимер һәм цинк һауыт-һабаны таҙартыу өсөн файҙаланалар.
Ҡырҡбыуындың ҡайнатмаһын декоратив баҡса үҫемлектәрен төрлө сирҙәрҙән иҫкәртеү өсөн ҡулланылар. Ҡырҡбыуын составындағы кремний кислотаһы арҡаһында үҫемлектәрҙең ҡайһы бер бәшмәкле ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға (онло ысыҡ, роза сәскәләренең ҡара тап сире, тут сире, үрмәксе талпандары) ҡаршы тороу һәләтлеге арта.
Үлән ҡайнатмаһын (отвар) әҙерләү: 1 килограмм яңы өҙөп алынған үләнде йәки 150 г ҡоро сеймалды 10 литр һалҡын һыуҙа тәүлек буйына ебетәләр. Унан 30 минут ҡайнаталар һәм һөҙәләр.. Һиптереү өсөн 1: 5 нисбәтендә һыу өҫтәйҙәр. Ҡайнатманың үҙенсәлектәре ике аҙна дауамында һаҡлана. Ҡулланыу өсөн ҡырҡбыуынды йәй уртаһында әҙерләйҙәр.
Химик составы
үҙгәртергәҮҫемлек составында углеводтар (пектин, галактоза, манноза, арабиноза, ксилоза, глюкоза) , органик кислоталар (аконит, фумар, глюкон, глицерин, алма, малон, хинна, цикориев кислоталары), стероидтар (шул иҫәптән β-каротин, кампестерин, изофукостерин, холестерин), сапониндар, лигнин, флавоноидытар (шул иҫәптән изокверцитрин, кемпферол, кверцетин, лютеолин), фенолкарбон кислоты8һы һәм уның сығарылмалары (шул иҫәптән, ванилин, протокатехов, галлов, ферулов, кофей кислоталары), каротиноидтар (шул иҫәптән, β-каротин и γ-каротин, лютеин), С витамины табылған.
Спораларында каротиноидтар (α-каротин, γ-каротин, γ-каротин), флавоноидтар (госсипитрин, артикулатин, изоартикулатин), юғары май кислоталары бар.
Дауаһы
үҙгәртергәФәнни медицинала дарыу сеймалы сифатында ҡырҡбыуындың яҙғы үренделәре (лат. Herba Equiseti) ҡулланыла. Сеймалды йәйен әҙерләйҙәр. Ураҡ менән урып йәки салғы менән сабып алып ышыҡта йәки махсус киптергестә 40 - 50 ° С. температурала киптерәләр. Сеймалды һаҡлау ваҡыты - дүрт йыл.
Төнәтмәһе шешенгәндә бәүел ҡыуҙырыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ бәүел ҡыуығы һәм бәүел юлдары шешенгәндә, ҡанһырағанда, эс киткәндә, йөрәк хәлһеҙләнгәндә ярҙам итә, Яраларҙы төҙәтеү, һыу-тоҙ балансын көйләү, иммунитетты нығытыу һәләтлегенә эйә. Ләкин төнәтмәне нефроз һәм нефрит осраҡтарында ҡулланыу тыйыла.
Һыубаҫар болондарҙа ҡырҡбыуындың үлән өлөшө ғәҙәттә 2 - 5 г / м2, ә бай ҡомло тупраҡтарҙа һәм башҡа төрҙәре менән конкуренция булмағанда, 100 г / м2 ,тиклемгә етә.
Үләндең экстракты бәүел-таш ауырыуҙары ваҡытында ҡулланылған "Марелин" дарыу препаратын составына инә . Ер аҫты өлөшө Литвала ревматизм менән сирләгәндә, Әрмәнстандың урта быуат медицинаһына - респиратор инфекциялар, гипоксия һәм ваҡытында файҙаланылған.
Ер өҫтө өлөштәре СССР фармакопеяһының 8, 9 һәм 11-се баҫмаларына һәм башҡа илдәрҙең дәүләт фармакопеяһында индерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 27. Equisetum arvense L. — Хвощ полевой // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 101. — ISBN 8-87317-091-6. (рус.)
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |