Өфө күлдәре

Өфө ҡалаһы һыҙатындағы күлдәр

Өфө күлдәре Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы сиктәре эсендә ята.

Ҡашҡаҙан күле

Өфө күлдәренең күбеһе карст сығышлы. Улар һыу тулған соҡорҙарҙан хасил булған. Дәүмәлдәре төрлө — ҙур булмаған йәйкәнән алып эре һыу ятҡылығына тиклем төрлөһө бар. Ҡайһы бер күлдәрҙе мүк һәм үлән баҫҡан һәм улар юҡҡа сыҡҡан, ҡайһылары күмдерелгән. Ҡашҡаҙан һәм Һалдат (Солдатское) күлдәре таҙартылған, тәрбиәләнгән һәм ҡаланың йәмле урынына әйләндерелгән.

Архимандрит (Архимандритское) үҙгәртергә

Өфөнөң көньяғында Тирмән комбинаты эргәһенән башлана, Һамар-Силәбе трассаһы буйлап һуҙыла. Оҙонлоғо 4 километр самаһы. Ағиҙел йылғаһы тар ғына тармаҡ менән күлгә тоташҡан. Ҡорман, һаҙан, суртан балыҡтары бында ыуылдырыҡ сәсергә инә. Күл заказник ителгән, унда һыу ҡоштарына һунар итеү тыйыла.

Ҡайынлы (Берёзовое) үҙгәртергә

Өфөнөң 8 Март ҡасабаһы артында уҡыу аэродромы эргәһендә. XVII быуат башында Өфө приказ йорто документтарында Өфө дворяндарының ер низағтарына бәйле телгә алына. Күлдә табан, шырт балыҡ, сабаҡ балыҡтары үрсей. Ярында ағастар, ҡыуаҡтар үҫә. Күлдән шишмә ағып сыға.

Волчок (Волчок) үҙгәртергә

Ҡаланың Калинин районында 2-се Өфө икмәк комбинаты һәм «Черниковка» тимер юл станцияһы эргәһендәге карст сығышлы күл. Рәүеше түңәрәк, көҙгөһөнөң диаметры — 260 метр самаһы.

Күлдең тәрәнлеге — 2-3 метр, 6-8 метрлы сөңгөлдәре бар. Күлдең уртаһында тәрәнлеге 27-29 метрға еткән ярыҡ бар. Күл балыҡлы, яр буйҙары ҡуйы күрәнлек менән ҡапланған.

Бысраҡ күл (Грязное) үҙгәртергә

Өфөеүнән көнбайышта Алексеевка ҡасабаһы менән Суровка ауылы араһында. XVII быуаттан телгә алына.

Оҙон күл (Долгое) үҙгәртергә

Был атамалы ике күл бар. Уларҙың береһе Нижегородка күле тип тә йөрөтөлә, ул Өфөнөң Ленин районында. Ҡала һыҙатында иң ҙур һыу ятҡылығы, оҙонлоғо 2 километр самаһы. Элек Ҡомло (Песчаное) тип тә аталған. Нижегородка халҡының ял итеү урыны, уны һаҙлыҡ тип йөрөтөүселәр ҙә бар. Көнкүреш ҡалдыҡтары менән ныҡ бысратылған, әммә йыш таҙартылып тора[1].

Оҙон күлдең икенсеһе Ҡариҙел йылғаһының аръяғында, Дудкин ауылынан көнсығыштараҡ. Уның элекке үҙәне булып тора һәм ташҡын ваҡытында йылға менән тоташа. Рәүеше оҙонса, оҙонлоғо 8 км самаһы. Балыҡлы.

Духовой (Духовое) үҙгәртергә

Ағиҙелдең көнбайышында һыубаҫар туғайҙағы күл, Ҡайынлы күлдән 1-1,5 километр көньяҡтараҡ, Некрасов ҡасабаһындағы уҡыу аэродромынан алыҫ түгел. Күл Өфө приказ йортоноң XVII быуат башы документтарында ерҙәрҙең законһыҙ үҙләштерелеүе буйынса низағтарға бәйле телгә алына.

Ҡашҡаҙан үҙгәртергә

Иваново үҙгәртергә

Һыубаҫар туғай күле. Ҡариҙел йылғаһының һул ярында Кенәз ауылы артында «Шаҡша» тимер юл станцияһынан төньяҡҡа ҡарай 5 километрҙа ята.

Казак (Казачье) үҙгәртергә

Затондың көнсығышында Ҡамышлы урамы эргәһендәге һыубаҫар туғай күле. Тәрәнлеге 2 метрҙан артмай. Ағиҙел ташҡанда балыҡ кереп ҡала, шуға был күл балыҡлы.

Сүбәкле (Кудельное) үҙгәртергә

Өфөнөң көнсығышында Оҙон күл эргәһендәге (унан 1 километрҙа) һыубаҫар туғай күле. Ҡамыш, күрән, үлән баҫҡан. Был йәшеллек сүбәккә оҡшаш, исеме шуға бәйле.

Кустарёвка (Кустарёвское) үҙгәртергә

Атамаһы күлдең көнбайыш ярындағы Кустарёвка ауылы атамаһынан алынған. Өфөнөң Дим районында 4 километр оҙонлоғондағы тар һыу ятҡылығы. Демьян Бедный урамы буйлап һуҙылған. Дим йылғаһының элекке йырҙаһы булып тора. Тәрәнлеге 2-2,5 метр.

Күл һыу инеүгә яраҡлы, балыҡлы (шырт балыҡ, сабаҡ). Элек бында йөҙөү ярыштары үткәрелә. Яҡындағы тимер юлдан ағып төшкән ҡалдыҡ һыуҙар менән бысратыла.

Аҡҡош (Лебяжье) үҙгәртергә

Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы һыубаҫар туғайҙа урынлашҡан. XVII быуаттан төрлө сығанаҡтарҙа телгә алына.

Ҡарабалыҡлы (Леневое) үҙгәртергә

«Цветы Башкирии» совхозынан 2 километрҙа Өфө аэропорты юлы буйында урынлашҡан. Элек унда ҡарабалыҡ (рус. линь, Өфө һөйләшендә «лень») була, урыҫса атамаһы шунан алынған.

Дегәнәкле (Лопуховое) үҙгәртергә

Элекке Золотухин слободаһында Пугачёв һәм Армавир урамдары сатында. Совет заманында күлде «Комиссар» тип атарға тырышып ҡарайҙар, әммә яңы атама ерекмәй.

Максимовка (Максимовское) үҙгәртергә

Максимовка ҡасабаһы артында, атамаһы ла шунан алынған. Күл оҙонса овал рәүешендә, әллә ни тәрән түгел. Һалҡын һыулы инештәре күп. Ярҙары таллыҡтар, ҡамыш, күрән менән ҡапланған. Күл балыҡлы.

Тирмән (Мельничное) үҙгәртергә

Өфөнөң төньяҡ-көнсығыш ситендә «Ҡариҙелдең уң яғы» тимер юл станцияһы эргәһендә. Элек Черниковка халҡының һыу инеү урыны була, әммә хәҙер күл ныҡ бысратылған һәм сәскә атҡан. Күл аша өйөм юл һалынған, ул күлде икегә бүлгән. Бер яғы һаҙға әйләнгән.

Күл һыуы Шөғөр йылғаһына ағып төшә.

Кесе Олокүл (Малый Улукуль) үҙгәртергә

Кесе Олокүл — Өфөнөң Киров районында. Атаевка ауылының төньяғында, Атаевка урамы буйында.

Ерекле (Ольховое) үҙгәртергә

Затон артында Михайловка һәм Суровка ҡасабалары араһында. Һай ҙур күл, балыҡ тотоу һәм ял итеү өсөн уңайлы. Күл Өфө приказ йортоноң XVII быуат башы документтарында ерҙәрҙең законһыҙ үҙләштерелеүе буйынса низағтарға бәйле телгә алына.

Силғау күле (Онучино озеро) үҙгәртергә

Ҡариҙел йылғаһы артында Жилин ауылынан төньяҡҡа ҡарай 5 километрҙа ята.

Эсәр күл (Озеро питьевое) үҙгәртергә

Һалдат (Солдатское) үҙгәртергә

Иван Якутов исемендәге паркта уранлашҡан. Түңәрәк, көҙгөһөнөң диаметры 250 метр. Ял урыны, балыҡлы.

Иҫке Йырҙа күле (Озеро Старая Старица) үҙгәртергә

Ҡариҙел йылғаһы аръяғында Һупайлы биҫтәһе тапҡырында. Балыҡ тотоу һәм ял итеү өсөн уңайлы. Даға рәүешендә, тәрәнлеге 2,5 метрғаса. Күлгә Юрмаш йылғаһы ҡоя.

Йылы (Тёплое) үҙгәртергә

Туба (Туба) үҙгәртергә

Тирмән комбинаты артында Ағиҙел йылғаһы буйында. Дуға рәүешендәге оҙонса күл. Балыҡлы. Эргәһендә «Туба», «Авангард», «Черёмушки» турбазалары урынлашҡан. Атамаһы Урал казактары һөйләшендә һыубаҫар тигәнде аңлатҡан «туба» һүҙенән алынған.

Киң бысраҡ (Широкое грязное) үҙгәртергә

Оҙонса һыубаҫар туғай күле, Өфө лесничествоһы яғында Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан. Күл буйында ерек, йүкә, муйыл үҫә. Балыҡлы күл.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гюльнур Иксанова. Экологический десант на озере Долгом. Ufacity.info (9 август 2011). Дата обращения: 13 май 2012. Архивировано 16 сентябрь 2012 года.(недоступная ссылка)(рус.). Ufacity.info (2011-08-09). Тәүге сығанаҡтан(недоступная ссылка) архивланған 16 сентябрь 2012. 13 май 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.