Арсеньева Наталья Алексеевна

Наталья Алексеевна Алексеева (кейәүгә сыҡҡас Кушель, ингл. Кушаль; бел. Наталля Арсеннева, Натальля Арсеньнева; 20 сентябрь 1903 йыл25 июль 1997 йыл) — белорус шағиры.

Арсеньева Наталья Алексеевна
бел. Наталля Аляксееўна Арсеньева
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Үҙәк Литва[d]
 Польша Республикаһы[d]
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 20 сентябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Баҡы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 июль 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Рочестер, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Mount Hope Cemetery[d]
Хәләл ефете Франц Кушель[d]
Балалары Yaraslaw Kushal[d] һәм Uladzimir Kushal[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле белорус теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө лингвист, драматург, тәржемәсе, шағир, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө шиғриәт[1]
Эш урыны Беларуская газэта (1941)[d]
Janka Kupala High School (Bavaria)[d]
Беларус[d]
Белорусская служба Радио "Свобода"[d]
Belarusian Institute of Arts and Sciences[d]
Уҡыу йорто Виленская белорусская гимназия[d]
Ойошма ағзаһы Белорусское культурное объединение[d]
 Арсеньева Наталья Алексеевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1903 йылдың 20 сентябрендә Баҡыла рус хеҙмәткәрҙәренең ғаиләһендә тыуған. Беренсе донъя һуғышы (1915) мәлендә Арсеньевтар ғаиләһе Ярославлдә эвакуацияла була, бында буласаҡ шағир үҙенең беренсе шиғырҙарын яҙа (рус телендә). 1920 йылда уларҙың ғаиләһе Вильнаға йәшәргә ҡайта, унда Наталья Арсеньева Вилен белорус гимназияһына, университеттың гуманитар факультетына уҡырға инә. Уның шиғри һәләте М. Горецкийҙың иғтибарын йәлеп итә. 1922 йылда Наталья Арсеньева Франтишек Кушелға кейәүгә сыға, уны, Польша армияһы офицерын, Польшаның көнбайышына, Хелмно ҡалаһына хеҙмәт итергә ебәрәләр.

1939 йылдың сентябренән алып Наталья Арсеньева Вилейкала йәшәй, «Сялянская газета» (белор.) («Крәҫтиән гәзите») өлкә баҫмаһында эшләй. 1940 йылдың апрель айында, әсирҙәге поляк офицеры ҡатыны булараҡ, ике улы менән Ҡаҙағстанға ебәрелә, колхозда эшләй. 1941 йылдың майында һөргөндән БССР Яҙыусылар берләшмәһе юллауы буйынса Минскиға ҡайта, был эштә Янка Купала ҙур тырышлыҡ һала. Бында уны һуғышҡа эләгә. Оккупацияланған Минск ҡалаһында фашистар яҡлы эш алып барған «Минск гәзите» менән хеҙмәттәшлек итә. Бер нисә операға либретто яҙа, тәржемә менән шөғөлләнә. Уның улы Ярослав партизандар ойошторған шартлау ваҡытында кинотеатрҙа һәләк була. 1944 йылда ире, Белорусь крайы оборонаһы командиры менән Германияға эвакуациялана. «Илдәренән ирекһеҙләп килтерелгән кешеләр» лагерында мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша, Я. Купала исемендәге белорус гимназияһында уҡыта. Нацистар властары менән хеҙмәттәшлек итеүен артабан шулай аңлата: «Совет власынан михнәт кисергән кешеләр, ә ундайҙар әҙ түгел ине, немецтарға ҡотҡарыусы итеп ҡарап, уларҙы ҙур өмөт менән ҡаршыланылар. Бер кем дә немецтарҙы ундай ҡәбәхәт булырҙар тип уйламаны».

1949 йылдан алып АҠШ-та йәшәй. Эмигранттар ойошторған белорус гәзите "Беларус"та, «Азатлыҡ» радиоһында, Нью-Йорктағы Белорусь фән һәм сәнғәт институтында эшләй. 1970—1980 йылдарҙа белорус эмиграцияһының сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙан ситләшә. 1997 йылдың 25 июлендә Нью-Йорк штатының Рочестерында вафат була, бында ул улы Владимирҙың ғаиләһе менән йәшәгән була; ошонда уҡ ерләнә.

Һуғышҡа тиклемге лирикаһы интим һәм пейзаж мотивтары, фәлсәфәүи уйланыуҙар сиктәренән үтә алмай, уның ижадын «таҙа һәм ысын матурлыҡты, тәбиғәт һәм мөхәббәт мөғжизәһен маҡтау» тип атайҙар.

Һуғыш ваҡыты һәм эмиграция осоро әҫәрҙәрендә патриотик мотивтар көслө була, хатта төп урынды биләй. Тәүәкәллеккә һәм ҡыйыулыҡҡа дан йырлай. Белорусь тарихына һәм мәҙәниәтенә баҫым яһаны.

1980 йылдар уртаһында Наталья Арсеньеваның әҫәрҙәре билдәлелек яулай, һәм улар бик популяр булып китә, «Беларусь өсөн доға» шиғыры, Николай Ровенский көйөнә яҙылған һәм гимнға әйләнгән «Магутны Божа» («Ҡөҙрәтле Хоҙай») әҫәре, был әҫәр хөрмәтенә дини музыка фестивалдәре шулай атала; 1995 йылда был йырҙы хатта дәүләт гимны итергә тигән тәҡдим менән сығалар.

2003 йылда Минск өлкәһенең Старые Дороги ҡалаһында урындағы музей-усадьбаһында уға һәйкәл ҡуйыла[2].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Шиғырҙары

  • Пад сінім небам: Вершы, 1921—1925. Вільня, 1927
  • (Жёлтая осень) (не вышел из-за войны) Сягоньня: Вершы, 1941—1943. Мн., 1944. (Ныне)
  • Між берагамі: Выбар паэзіі, 1920—1970. Нью-Ёрк, Таронта, 1979.
  • Яшчэ адна вясна: Выбраныя вершы. Мн., 1996.
  • Выбраныя творы. Мн., 2002.

Пьесаһы

  • Сваты (1955)

Либреттоһы

  • Щегловтың «Урман күле», «Тылсымсы Всеслав» һәм уның «Аңлатманан» опереттаһы

Өсөн текст песни

  • «Магутный Божа» һ. б.

Тәржемәләре

  • Г Гауптмандың "Батҡан ҡыңғырау"драмаһы (1948—1954, Минскиҙа 1943 йылда сәхнәгә ҡуйыла.)
  • «Инжил христиан йыр китабы» (Минск, 1943)
  • В. А. Моцарттың «Фигароны өйләндереү», «Тылсымлы флейта», К. М. Веберҙың «Ирекле атыусы», Ж. Бизеның «Кармен», И. Штраустың «Сиған бароны» операларына либреттолар
  • П. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» арияһына текст
  • В. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һына текст
  • А. Мицкевитың «Олатайҙар», "Пан Тадеуш"ынан бүлектәр
  • И. В. Гетеның ҡайһы бер шиғырҙары
  • Байкоў М. Аб творчасці Наталлі Арсеньевай (белор.) // Полымя. 1927, № 8.
  • Сачанка Б. Сняцца сны… (белор.) С. 43-48.
  • Мішчанчук М. «Між берагамі» (белор.) // Культура беларускага замежжа. Кн. 1. Мн., 1993.
  • Тарасюк Л. Праз акіян забыцця (белор.) // ЛіМ. 1993, 5 лют.
  • Тарасюк Л. Пад небам паэзіі (белор.) // Полымя. 1995, № 6.
  • Сямёнава А. Лёс — і над лёсам (белор.) // Голас Радзімы. 1993, 30 верас.
  • Калеснік У. Наталля Арсеннева (белор.) // ЛіМ. 1994, 9 снеж.
  • Савік Л. Жывём Айчынай мы… (белор.) // Пакліканыя. Літаратура Беларускага Замежжа. Мн., 2001.
  • Vytautas Žeimantas. Natalija Arsenjeva — žurnalistė, poetė, tremtinė (лит.) // XXI amžius, 2010 bal. 14, 5-8 pusl.
  • М. Бераснев Арсенневать Творчасць Наталлі — набытак Беларусі 2015 йыл 18 июнь архивланған. (белор.)(белор.) // «Гәзите Рэгіянальная»

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә