Төп менюны асырға
Rochester1.jpg

Рочестер[1] (ингл.  Rochester) — АҠШ-та, Нью-Йорк штатының көнбайыш өлөшөндә Онтарио күле яры буйында урынлашҡан ҡала. Муниципалитет халҡы (Монро графлығы) 1 039 028 кеше тәшкил итә (2005 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса штатта өсөнсө урында тора. Рочестерҙың үҙенең халҡының һаны 212,5 кеше тәшкил итә (2004 йылға ҡарата). Ҡала агломерацияһы Бөйөк күлдәр Мегаполисы мегатөбәгенә ҡарай.

Ҡалала Kodak Eastman, Bausch & Lomb һәм Xeroxкорпорацияларының штаб-фатиры урынлашҡан — оптика сәнәғәте предприятиеларының күплеге арҡаһында, Рочестер «донъя оптикаһының баш ҡалаһы» абруйын ҡаҙанған.[2] Ҡалала Рочестер университеты (UoR) һәм уның составына ингән Истмен музыка мәктәбе эшләй, Рочестер филармония оркестры, университеттан тыш Рочестер технология институты (RIT) урынлашҡан.

Йөкмәткеһе

ДемографияһыҮҙгәртергә

Рочестер халҡы[3]
1840 20 191
1850 36 403
1860 48 204
1870 62 386
1880 89 366
1890 133 896
1900 162 608
1910 218 149
1920 295 750
1930 328 132
1940 324 975
1950 332 488
1960 318 611
1970 296 233
1980 241 741
1990 231 636
2000 219 773
2004 212 481

Билдәле кешеләреҮҙгәртергә

Был ҡалала билдәле америка педагогы һәм рәссамы Фрэнк Дюмон тыуған.

Энтони Сьюзан, активист, бында күп йылдар дауамында йәшәгән.

Туғандаш ҡалаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 308.
  2. Campbell Gibson, Population of the 100 largest cities and other urban places in the United States 1790 to 1990. Population Division, U.S. Bureau of the Census (June 1998). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 август 2011. 1 август 2007 тикшерелгән.