Арбатова Мария Ивановна

Мария Ивановна Арбатова (тыуғанда бирелгән исеме — Гаврилина; Арбатова — псевдоним, 1999 йылдан рәсми фамилияһы булып китә[1][2][3]) (17 июль 1957, Муром, Владимир өлкәһе) — Рәсәй яҙыусыһы, драматург, сценарист, радио алып барыусыһы, публицист. Психоаналитик, феминистик хәрәкәттең әүҙем эшмәкәре. Мәскәү яҙыусылар союзы ағзаһы[4]. Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҡуйылған 14 пьеса, егерменән ашыу китап, шулай уҡ 70-кә яҡын публицистик мәҡәлә авторы.

Арбатова Мария Ивановна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Мария Ивановна Гаврилина
Тыуған көнө 17 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Муром, Владимир өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле, Немец теле һәм инглизсә
Һөнәр төрө журналист, шағир, яҙыусы, алып барыусы, сценарий яҙыусы, тәржемәсе, сәйәсмән, телетапшырыуҙар алып барыусы, прозаик, йәмғиәт эшмәкәре, радио алып барыусы, драматург, публицист
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Рәсми сайт arbatova.ru
 Арбатова Мария Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1957 йылдың 17 июлендә Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһында Иван Гаврилович Гаврилин һәм Цивья Ильинична Айзенштадт ғаиләһендә тыуа. Бер йылдан ғаилә Мәскәүгә күсеп килә. Мәктәптә уҡығанда, үҙе әйтмешләй[5], «принципиаль ҡарашы буйынса» комсомол сафына инмәй. 9-10-сы кластарҙа Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты янындағы Йәш журналистар мәктәбенә йөрөй. Шул уҡ ваҡытта, үҙенең белдереүе буйынса, Мәскәү хиппи хәрәкәте активистарының береһе була[1].

Атаһы, Гаврилин Иван Гаврилович (1910, Ҡоҙаш (Кудашево) ауылы Рязань губернаһы — 1969) Философия һәм әҙәбиәт институтының тарих факультетын, һуңыраҡ — В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның адъюнктураһын тамамлай, «Красная звезда» гәзитендә журналист һәм мөхәррир, баш мөхәррир урынбаҫары була, Ленин исемендәге, Фрунзе исемендәге, Дзержинский исемендәге хәрби академияларҙа марксистик философиянан уҡыта. 1950 йылда ул Муром ҡалаһына марксистик философия буйынса хәрби уҡытыусы итеп тәғәйенләнә[5]. 1958 йылда ғаилә Мәскәүгә ҡайта.

Әсәһе, Цивья Ильинична Айзенштадт (1922, Мәскәү — 2017, Мәскәү), Самуил Иосифович Айзенштадттың туғаны. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, 1940 йылда И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетына уҡырға инә, һуңынан эвакуацияла Мәскәүҙән эвакуацияланған Мәскәү зооветеринария институтына күсә һәм уны микробиолог һөнәре буйынса ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1990-сы йылдарҙа рэйки-терапия менән әүҙем мауыға һәм ул уңышлы рэйки-терапевт булып китә.

Мария Мәскәү дәүләт университетының философия факультетына уҡырға инә, әммә тиҙҙән унан китә, сөнки, уның һүҙҙәренсә, «көслө идеологик баҫымға осрай»[6]. 1984 йылда Горький исемендәге әҙәбиәт институтының драматургия бүлеген тамамлай[7]. Шәхси психоаналитик консультацияларға өйрәнә[5], уның һүҙҙәренә ҡарағанда[8], Кравцовтың һәм С. Г. Аграчёвтың шәхси «психоаналитик подпольеһында» психоаналитик консультация биреүгә уҡый.

1989 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1991 йылдан «Гармония» ҡатын-ҡыҙҙарҙы психологик реабилитациялау клубы менән етәкселек итә. 1996 йылдан психоаналитик булараҡ шәхси консультация биреү менән шөғөлләнә. Биш йылға яҡын «Общая газета» баҫмаһының күҙәтеүсеһе булып эшләй. Биш йыл дауамында ТВ-6 каналының «Я сама» ҡатын-ҡыҙҙар ток-шоуы етәксеһе булып эшләй. «Маяк 24» радиостанцияһында «Право быть собой» хоҡуҡ һаҡлау программаһының авторы һәм алып барыусыһы.

Сәйәси һәм ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Бик күп төрлө кимәлдәге пиар-проекттарҙа һәм һайлау кампанияларында эшләй. Эксперт сифатында Борис Ельциндың президент һайлау алды программаһын һәм Элла Памфилованың президент һайлау алды программаһын яҙыуҙа ҡатнаша. 1991 йылда Горбачевҡа Совет ғәскәрҙәрен кисекмәҫтән Литванан сығарыу талабына ҡул ҡуя.

1999 йылда Мәскәү ҡалаһының бер мандатлы Университет округы буйынса Уң көстәр союзынан Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа тәҡдим ителә, әммә 14,78 % тауыш йыйып, 20,16 % тауыш йыйған «Яблоко» партияһы кандидаты Михаил Задорновтан еңелә[9].

2001—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына кандидат була. Инвесторҙар ихтыяры буйынса йәшәүҙән туҡтаған Кеше хоҡуҡтары партияһында рәйестәш була.

2007 йылдың февралендә «Граждандар көсө» партияһы итеп үҙгәртелгән «Ирекле Рәсәй» партияһы етәкселегенә инә. 2005 йылдың 4 декабрендә Мәскәү ҡала Думаһына һайлауҙарҙа «Ирекле Рәсәй» партияһынан кандидаттар исемлегендә икенсе була[10], где партия получила 2,22 % голосов[11]

2007 йылда 0,22 % тауыш йыйған Социаль ғәҙеллек партияһы исемлеге буйынса Дәүләт думаһына депутатлыҡҡа кандидат була[12]. Һайлауҙар алдынан «Малохудожественная история выборов» исеме аҫтында «Как я пыталась честно попасть в Думу» китабы яңынан нәшер ителә, ул тәүге тапҡыр 2000 йылда сыға һәм 1999 йылда Уң көстәр союзынан Дәүләт Думаһына һайланырға маташыуын тасуирлай[13].

2007—2008 йылдарҙа «Граждандар көсө» сәйәси партияһының Юғары советы ағзаһы[14], уның исемлеге буйынса бишенсе саҡырылыш Думаһына тәҡдим ителергә тейеш була. Ул партия тураһында ҡырҡа фекерҙә була һәм ул саҡтағы лидеры Михаил Барщевскийҙы, шулай уҡ бер нисә билдәле мәҙәниәт эшмәкәрен «Граждандар көсө»нә килтереүенә үкенес белдерә. «Уларҙы минең кеүек кайҙаландылар һәм ташланылар, — тип яҙа Арбатова. —- Округтар буйынса кандидатуралар раҫлаусы съезға көн ярым ҡалғас, партияның формаль етәксеһе Рявкиндың ҡулы менән Барщевский намыҫһыҙ рәүештә мине исемлектән сығарҙы»[13].

1996 йылдан «Сәйәсәткә ҡыҫылған ҡатын-ҡыҙҙар клубы» йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. «Позитив дискриминация» идеяһын хуплай. Бер нисә тапҡыр енси аҙсылыҡтың хоҡуҡтарын боҙоуға ҡаршы сыға[15][16][17][18], бер енесле никахтарҙы рәсмиләштереүҙе һәм гей-парҙарҙың балаларҙы уллыҡҡа алыу мөмкинлеген хуплауын белдерә[19][20]. Pussy Riot төркөмө ҡатнашсыларына хөкөм ҡарары һәм Рус православие сиркәүенең ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса позицияһына ҡарата тәнҡит һүҙҙәрен еткерә[21][22].

2013 йылдың ғинуарында АҠШ граждандарының Рәсәй етем балаларын уллыҡҡа алыуын тыйған закон ҡабул итеүҙе хуплай[23]. Мәскәүҙә Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ҡарамағындағы Ижтимағи Эксперт Советы ағзаһы.

2014 йылдан Украинаға ҡаршы агрессияны хуплай, быны «Рәсәй һәм НАТО һуғышы» тип аңлата»[24]. Бер нисә тапҡыр украинофобия фекерҙәрен әйтә[25].

2008 йылдың октябрендә ЮКОС-тың элекке юрисы Светлана Бахминаны азат итеү өсөн кампания ваҡытында Бахминаны һәм уның яҡлаусыларын ғәйепләгән мәҡәлә менән сығыш яһай. Арбатованың мәҡәләһе ҙур ижтимағи резонанс тыуҙыра, уның позицияһы сит ил матбуғатына ла барып етә. Һуңыраҡ Мария Арбатова Валерия Новодворская менән бергә «К барьеру!» телепрограммаһында ҡатнаша, унда шул уҡ тема буйынса һөйләшеү була. Арбатованың позицияһын күптәр тәнҡитләй, Татьяна Толстая «Айырыуса шуныһы насар, ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙан мыҫҡыллап көлә», — тип яҙа ул. Николай Сванидзе былай ти: «Миңә Арбатованың ҡарашы ерәнгес». Валерия Новодворская әйтеүенсә, Арбатова әшәкелек ҡыла һәм ҡорбанға таш ырғыта, ошоноң менән Арбатова үҙен «намыҫлы кешеләр» йәмғиәтенән мәңгелеккә сығарып ташлай. Ксения Ларина былай ти: «Был-уҙған йылдың төп мәҙәни шоктарының береһенә әйләнгән «К барьеру» программаһы менән тарих, Мария Арбатованың Светлана Бахминаны ваҡытынан алда азат итеүгә ҡәтғи ҡаршы булған позицияһы. Ул ысынлап та күптәрҙә мәҙәни тетрәнеү тыуҙырҙы. Күптәр өсөн Мария Арбатова, шартлы әйткәндә, «ҡул бирмәҫлек» кеше булып китте». Ирина Петровская «Арбатова асыҡтан-асыҡ үҙ-үҙенә ҡул һалды»,- тип белдерә.

Йәмәғәт ойошмаларынан бүләктәр

үҙгәртергә

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Арбатова өс тапҡыр кейәүҙә була[29][30]:

  • Беренсе ире — Александр Мирошник (никахтары 17 йыл дауам итә) — классик йырсы. Гнесиндар исемендәге музыка училищеһында музыкаль комедия бүлегендә һәм П. И. Чайковский исемендәге консерватория ҡарамағындағы Академия музыка училищеһында вокал бүлегендә уҡый. Мәскәү хор һәм музыка театрҙарында солист булып эшләй; А. Мирошник менән никахта Арбатованың игеҙәк улдары тыуа:
    • Улы — Петр Александрович Мирошник (18 сентябрь 1977) — Рәсәй дәүләт гуманитар университетты (РГГУ) «культурология» һөнәре буйынса тамамлай[31]. Ҡала архитектураһына һәм социологияһына арналған «Дүртенсе Рим» селтәрле альманахын булдыра һәм мөхәррирләй[32]. «Архнадзор» йәмәғәт хәрәкәте координаторы.
    • Улы-Мирошник Павел Александрович (18 сентябрь 1977) — Юғары психология мәктәбен «психология» һөнәре буйынса тамамлай[31], психотерапевт, регрессион терапевт. Йәш саҡтарында Петр менән Павел «Инки» рок-төркөмөндә ҡатнашалар[33].
  • Икенсе ире — Олег Тумаевич Вите (1950 йылда тыуған) (никахтары 8 йыл дауам итә) — сәйәси эксперт. ЛДУ-ның иҡтисад факультетын һәм Ғәмәли психология һәм психоанализ институтын тамамлаған. "Мәскәү яңылыҡтары"нда, һуңынан — 1-се ТВ каналында күҙәтеүсе, РФ хөкүмәте ҡарамағындағы иҡтисади реформалар эшсе үҙәгендә (1993—2000), Президент ярҙамсылары хеҙмәте эргәһендәге эксперттар төркөмөндә (1996)[34], һөҙөмтәле сәйәсәт Фондында (2000—2004), 2004 йылдың көҙөнән — закон сығарыу башланғыстарына булышлыҡ итеү Фондының баш эксперты булып эшләй. Совет социологы һәм тарихсыһы Б. Ф. Поршневтың биографияһын һәм ижадын өйрәнеүсе[35]. Иҡтисад, сәйәси социология, тарих һәм психоанализ өлкәһендә фәнни һәм публицистик хеҙмәттәр авторы[36];
  • Өсөнсө ире — Шумит Датта Гупта (әлеге ваҡытта ире) — рус теленән инглиз теленә әҙәби тәржемәсе. Рәсәйҙә 1985 йылдан алып йәшәй. Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының физика-математика һәм тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай. Мария Арбатованың «Поединки. Испытание смертью» киносценарийы һәм «Испытание смертью» китабы буйынса авторҙашы. Пуран Чанд Джошиҙың (Puran Chand Joshi)[1][37] — Һиндостан коммунистар партияһының беренсе генераль секретарының (1935—1947 йылдар) туғаны, шулай уҡ Калпана Даттаның (Kalpana Datta)[37][38] — Һиндостандың милли геройы, П. Ч. Джошиҙың ҡатынының туғаны.

Китаптары

үҙгәртергә
  1. «Пьесы для чтения» — сборник пьес — М.: Прометей — 1991.
  2. «Drang nach Westen» — пьеса — Berlin: Felix Bloh Erben — 1992.
  3. «Probeinterview zum Thema Freiheit» — пьеса — Reinbek: Rowohlt Verlag GmbH — 1996.
  4. «Gleichung mit zwei gegeben» — пьеса — Reinbek: Rowohlt Verlag GmbH — 1996.
  5. «Erobrte Bastiionen» — пьеса — Reinbek: Rowohlt Verlag GmbH — 1997.
  6. «Меня зовут женщина» — сборник рассказов — М.: Прометей, 1998; М.: Эксмо, 1999 — ISBN 5-04-003539-X; М.: Эксмо-Пресс, 2001 — ISBN 5-04-008069-7; М: АСТ, 2008 — ISBN 978-5-17-043667-5, ISBN 978-5-9713-6629-4.
  7. «Mon nom est femme» — сборник рассказов — Paris: Editions Jacqueline Chambon — 2000 — ISBN 978-2-87711-231-4.
  8. «Визит нестарой дамы» — роман — М.: Подкова, 1999 — ISBN 5-89517-033-1; М.: Эксмо, 1999 — ISBN 5-04-004754-1; М.: Эксмо, 2005 — ISBN 5-699-05585-1; М: АСТ, 2008 — ISBN 978-5-17-047862-0, ISBN 978-5-9713-7587-6.
  9. «Мне 40 лет» — автобиографический роман — М.: Захаров. АСТ., 1999—464 с. ISBN 5-8159-0013-3
  10. «По дороге к себе» — сборник пьес — М.: Подкова — 1999.
  11. «On the Road to Ourselves \\ Russian Mirror. Three Plays by Russian Women» — пьеса — Amsterdam: Overseas Publishers Association, 1998 — ISBN 90-5755-025-3; On the Road to Myself — Amsterdam: Harwood Academic Publishers — 1999.
  12. «Мобильные связи» — М.: Эксмо — сборник повестей и рассказов — 2000 — ISBN 5-04-004755-X; М.: АСТ, 2008 — ISBN 978-5-17-044177-8, ISBN 978-5-9713-6628-7.
  13. «На фоне Пушкина… и птичка вылетает…» — сборник повестей и рассказов — М.: Эксмо — 2001 — ISBN 5-04-007940-0.
  14. «Последнее письмо к А»— сборник повестей и рассказов — М.: Эксмо — 2001 — ISBN 5-04-008257-6.
  15. «Опыт социальной скульптуры» — сборник повестей и рассказов — М.: Эксмо, 2002 — ISBN 5-04-010340-9.
  16. «Уроки Европы» — сборник повестей и рассказов — М: Эксмо-Пресс — 2002 — ISBN 5-04-010121-X.
  17. «Прощание с XX веком» — автобиографический роман в 2-х тт. — М.: Эксмо — 2002. — ISBN 5-699-00249-9.
  18. «Семилетка поиска» — роман в 2-х тт. — М.: Эксмо — 2003 — ISBN 5-699-03826-4, ISBN 5-699-04583-X; М: АСТ, 2008 — ISBN 978-5-17-046073-1, ISBN 978-5-9713-7588-3.
  19. «Как я честно пыталась попасть в думу» — автобиографическая повесть — М.: Эксмо — 2003 — ISBN 5-699-04180-X
  20. «Мне 46» — автобиографический роман — М.: Эксмо — 2004 — ISBN 5-699-05183-X.
  21. «Na imię mi kobieta» — сборник повестей и рассказов — Warszawa: Twój Styl — 2005 — ISBN 83-7163-554-0.
  22. «Любовь к американским автомобилям» — сборник повестей и рассказов — М.: Эксмо — 2004 — ISBN 5-699-07954-8.
  23. «Как я пыталась честно попасть в Думу» — автобиографическая повесть — М.: АСТ, Харвест, 2007 — ISBN 978-5-17-046018-2, ISBN 978-5-9713-6401-6, ISBN 978-985-16-3319-3.
  24. «Дегустация Индии» — роман — М.: АСТ — 2006 — ISBN 5-17-040576-6, ISBN 5-9713-3550-2, ISBN 978-5-9713-3550-4; София: Рива, 2008.
  25. «Старые пьесы о главном» — сборник пьес — М.: АСТ — 2008 — ISBN 978-5-17-053496-8, ISBN 978-5-9713-9176-0.
  26. «Кино, вино и домино» — роман — М.: АСТ — 2009 — ISBN 978-5-17-060342-8, ISBN 978-5-403-01655-1.
  27. «Испытание смертью или Железный филателист» В соавторстве с Шумитом Датта Гупта — роман — М.: Астрель — 2012 — ISBN 978-5-271-40565-5.
  28. «Новая русская женщина» — сборник повестей и рассказов — СПб.: АМФОРА — 2012 — ISBN 978-5-367-02365-7.
  29. «Неделя на Манхэттене» — автобиографическая проза — М.: АСТ — 2017 — ISBN 978-5-17-102382-9.
  30. «Живая скульптура» — сборник прозы — Т8 RUGRAM — 2018 — ISBN 978-5-4467-3319-4.
  31. «Время Оливье» — рассказ в «Книге гастрономических историй, ради которой объединились те, кого объединить невозможно» — «Лимбус Пресс» — 2018 — ISBN 978-5-8370-0817-7; авторская запись текста на радио в программе «Много букв» на радиостанции Маяк — 2018.
  32. «Вышивка по ворованной ткани» — первая часть романа «Берёзовая роща» — М. ЭКСМО 2021 — ISBN 978-5-04-112788-6.
  33. «लपंडाव म्रित्युषु» — роман «Испытание смертью или Железный филателист». В соавторстве с Шумитом Датта Гупта (в переводе на язык марати) — издательство «Каласакта»(город Пуне, Индия — 2022 — ISBN 9818195363803.
  34. «Пирамиды роста» — вторая часть романа «Берёзовая роща» — М. ЭКСМО 2022 — ISBN 978-5-04-169183-7.

Пьесалары

үҙгәртергә
  1. 1979 — «Завистник»
  2. 1982 — «Уравнение с двумя известными»
  3. 1984 — «Алексеев и тени»
  4. 1987 — «Анкета для родителей»
  5. 1985 — «Виктория Васильева глазами посторонних»
  6. 1987 — «Сны на берегу Днепра»
  7. 1987 — «Семинар у моря»
  8. 1991 — «Сейшен в коммуналке»
  9. 1991 — «Поздний экипаж»
  10. 1992 — «Дранг нах вестен»
  11. 1992 — «По дороге к себе»
  12. 1993 — «Пробное интервью на тему свободы»
  13. 1991 — «Пробный сеанс»
  14. 1994 — «Взятие Бастилии»

Киносценарийҙары

үҙгәртергә

Кинолағы ролдәре

үҙгәртергә

Радио һәм телевидение

үҙгәртергә
  • Ток-шоу «Я сама» — ТВ-6 (1995—1999, Юлия Меньшова менән бергә алып барыусыларҙың береһе)[39]
  • «Право быть собой» — «Маяк 24» радиостанцияһы (автор һәм алып барыусы)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Март М. Мария Арбатова: «Хорошо выгляжу, потому что дома у меня нет весов» 2014 йыл 1 сентябрь архивланған.. // АиФ Суперзвёзды. — № 24 (102). — 26 декабря 2006.
  2. Копылова В. Не просто Мария. // «Московский комсомолец», 16 октября 2008. Дата обращения: 13 декабрь 2009. Архивировано 11 ғинуар 2010 года.
  3. Интернет-конференция М. Арбатовой на сайте «Чат со звездой» {{{2}}}., 12 октября 2001
  4. Список членов Союза писателей Москвы(недоступная ссылка)
  5. 5,0 5,1 5,2 Согласно официальному сайту М. Арбатовой. Дата обращения: 21 май 2008. Архивировано 7 август 2013 года.
  6. Чему вас научили в МГУ? // Коммерсантъ-Власть. — № 4 (607). — 31 января 2005.
  7. Список выпускников 1984 года Литературного института им. А. М. Горького. Дата обращения: 30 апрель 2020. Архивировано 28 сентябрь 2020 года.
  8. По информации в блоге М. Арбатовой. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
  9. Выборы депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации третьего созыва 19 декабря 1999 года. Данные о числе голосов избирателей, полученных каждым из зарегистрированных кандидатов, и числе голосов избирателей, поданных против всех кандидатов 2011 йыл 1 ноябрь архивланған.. // Российская газета. — 1999.
  10. Решение Московской городской избирательной комиссии от 27 октября 2005 года № 83/2 «О регистрации городского списка кандидатов в депутаты Московской городской Думы четвёртого созыва, выдвинутого Московским региональным отделением политической партии Всероссийская политическая партия „Свободная Россия“». Дата обращения: 13 декабрь 2009. Архивировано 14 февраль 2006 года. 2006 йыл 14 февраль архивланған.
  11. Результаты выборов депутатов Московской городской Думы четвёртого созыва. Дата обращения: 13 декабрь 2009. Архивировано 17 ноябрь 2015 года. 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
  12. Результаты выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации пятого созыва. Дата обращения: 13 декабрь 2009. Архивировано 12 май 2011 года.
  13. 13,0 13,1 Мария Арбатова: «Для того чтобы люди в России знали, кто есть кто в политике, судьба должна чаще забрасывать в эту среду писателей». Архивная копия на Wayback Machine // Российская газета. — № 4532. — 30.11.2007.
  14. Высший Совет Партии Гражданская Сила. Архивная версия официального сайта партии Гражданская Сила, 2007.
  15. Мария Арбатова: «…Молитесь, чтобы Лужков стал гомосексуалистом!» Gay.ru (27 декабрь 2007). Дата обращения: 12 ғинуар 2013. Архивировано 28 июль 2013 года.
  16. Мария Арбатова: «Женского» и «мужского» достоинства не существует. Квир (ноябрь 2010). Дата обращения: 12 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2011 года.
  17. Российские знаменитости выступили против гомофобии. Русская служба Би-би-си (13 октябрь 2009). Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  18. Арбатова считает закон о гей-пропаганде «шизофреническим». Актуальные комментарии (19 апрель 2012). Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  19. Вопрос «Труда»: Равны ли М и Ж? Труд (28 май 2013). Дата обращения: 8 июнь 2013. Архивировано 3 август 2018 года.
  20. Мария Арбатова: Запрет на однополые браки и усыновление детей гомосексуалами - дискриминация. Gay.ru (2 июнь 2013). Дата обращения: 8 июнь 2013. Архивировано 22 июль 2013 года.
  21. Мария Арбатова: У нас не верующие, а ряженые. Правда.Ру (17 август 2012). Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  22. Арбатова: Срок Pussy Riot будет снижен в других инстанциях. Актуальные комментарии (18 август 2012). Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  23. Как быть с лозунгом «против подлецов»? russia.ru (11 ғинуар 2013). Архивировано 14 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 15 ғинуар архивланған.
  24. Мария Арбатова: Россия воюет не с Украиной — Россия воюет с НАТО
  25. Мария Арбатова и неблагодарные украинцы.: strekozamarina — LiveJournal
  26. Национальный Благотворительный Фонд Вечная Слава Героям. Дата обращения: 14 апрель 2022. Архивировано 13 июнь 2021 года.
  27. «MONE Beauty Awards-2008». Дата обращения: 14 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 29 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 29 ноябрь архивланған.
  28. Согласно блогу М. Арбатовой
  29. Мария Арбатова: «Мой муж — индийский принц» 2009 йыл 8 декабрь архивланған. \\ «АиФ», 24 сентября 2009
  30. Мужчины Маши Арбатовой, «АиФ Суббота-воскресенье», № 32 (197), 09.02.2002.
  31. 31,0 31,1 Ответы М. Арбатовой на вопросы посетителей сайта Arbatova.ru. Дата обращения: 14 декабрь 2009. Архивировано 20 август 2008 года.
  32. Согласно сайту «IV Rome». Дата обращения: 24 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 17 июль 2011 года. 2011 йыл 17 июль архивланған.
  33. Биографии Петра и Павла Мирошника на сайте группы «Инки». Дата обращения: 25 май 2005. Архивировано из оригинала 6 апрель 2005 года. 2005 йыл 6 апрель архивланған.
  34. По данным сайта С. Сорокиной. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
  35. Список публикаций О. Вите. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано 9 октябрь 2008 года. 2008 йыл 9 октябрь архивланған.
  36. По данным информационно-аналитического портала Tomchin.Ru. Дата обращения: 24 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 29 май 2009 года.
  37. 37,0 37,1 Арбатова М. Дегустация Индии. — М.: АСТ, 2006.
  38. Kalpana Joshi, 81; Struggled for India 2017 йыл 5 ғинуар архивланған. // «New York Times», February 26, 1995, page 138
  39. Мария Арбатова уходит с ТВ-6. Московский комсомолец (20 сентябрь 1999). Дата обращения: 8 апрель 2018. Архивировано 6 июль 2018 года.
  • Давыдов В. Парадокс Арбатовой // Современная драматургия. 1997. № 3. С. 32.
  • Кислова Л. С. Оппозиция «мужское — женское» в драматургии М. Арбатовой // Современная русская литература: Проблемы изучения и преподавания. — Ч. 1. Пермь, 2003 — С. 167—171.
  • Кислова Л. Оппозиция «чёрное-белое»: гендерные маски в драме М. Арбатовой «Взятие Бастилии» // Современная русская литература: Проблемы изучения и преподавания: Сборник статей по материалам Международной научно-практической конференции. Пермь, 2005. Ч. 1. С. 331—335.
  • Кислова Л. Поэтика женского образа в драматургии М. Арбатовой // Славянские духовные ценности на рубеже веков: Сборник статей. Тюмень, 2001. С. 92-96.
  • Тарасов А. Очень своевременная повесть. — М.: Издательство академии искусства и науки XXI века «Норма», 1999 — ISBN 5-85302-194-X, ISBN 978-5-85302-194-5.
  • Мария Хлыстова. Проза Марии Арбатовой. — Издательство LAP Lambert Academic Publishing — SBN 9783846531587.

Һылтанмалар

үҙгәртергә