Апас (Мәләүез районы)

Апас (рус. Апасово) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[1]. Почта индексы — 453873, ОКАТО коды — 80241810002.

Ауыл
Апас
Апас
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

52°52′27″ с. ш. 56°06′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 810 002

ОКТМО коды

80 641 410 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Апас (Рәсәй)
Апас
Апас
Апас (Мәләүез районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Апас

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 30 38 44,1 55,9
Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %) йәшәй[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 17 км

Апас ауылын Өфө наместниклығы картаһында табырға мөмкин. V ревизия һөҙөмтәләре буйынса унда 17 йортта 79 ир-ат һәм 76 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1859 йылда йорттарҙың һаны 87-гә, халыҡ һаны 383 кешегә етә. 1920 йылға халыҡ һаны 50 кешегә артҡан, йорттарҙың һаны 13-кә кәмегән. Ауылға нигеҙ һалыусының улы Иҙрис Апасовҡа 1816 йылда 68 йәш булған. Уның улы Ибраһим, ейәндәре Исмәғил, Әбделкәрим, Әбделнасир. Ярышевтар — Бошман-Ҡыпсаҡ улусында билдәле фамилия. XVIII быуаттың икенсе яртыһында бында Ярыш Күлшәрипов йәшәгән. Уның улдары Күзбай (1766 йылда тыуған) улдары Әбдрәхим, Әхмәт, Әбдрәхман, Мөхәмәҙиәр менән һәм Баязит (1774 йылғы) улдары Хәбибулла, Сәйфулла менән 1816 йылдағы VII ревизияла иҫәпкә алына.

1842 йылда 274 кешегә 151 сирек, йәғни 1208 бот яҙғы иген сәселгән[3].

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)[4]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 69. 2022 йыл 7 апрель архивланған.
  4. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә