Анюй милли паркы
Анюй милли паркы (рус. Аню́йский национа́льный парк)[1] — Хабаровск крайының Нанай районындағы милли парк. Милли парк 2007 йылдың 15 декабрендә барлыҡҡа килә[2]. Идара итеүсе ойошма — Анюй милли паркы федераль дәүләт учреждениеһы 2009 йылдың 13 мартында ойошторола. Амур йылғаһының уң ярында, Анюй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан һәм Сихотэ-Алинь тауҙарының кеше эшмәкәрлеге әҙ йоғонто яһаған районын биләй[3].
Анюй милли паркы | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 4293 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 15 декабрь 2007 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Анюй милли паркы федераль дәүләт учреждениеһы |
Урынлашыуы | |
49°26′26″ с. ш. 136°33′25″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
anyui-park-rf.ru | |
Анюй милли паркы Викимилектә |
Парк биләмәһенең майҙаны — 429,37 мең гектар[4]. Төньяҡтан һәм көнбайыштан Р454 автомобиль юлы менән сикләнгән (Хабаровск — Амурҙағы Комсомольск/Лидога — Ванино). Етәкселеге Хабаровск крайының Нанай районы Троицк ауылында урынлашҡан[4].
Паркта бер генә торама пункт — Үрге Манома ауылы бар.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәКиң япраҡлы урмандарҙан һәм ҡара ылыҫлы тайганан (күбеһенсә Корея кедры үҫә) тора.
Милли паркта Гималай айыуы, һоро айыу, ҡабан, изюбр, балыҡ өкөһө, мандаринка өйрәк, амур йыланы, киң таралған[5].
Нагда ҡаялары (Анюй бағаналары)
үҙгәртергәВладимир Клавдиевич Арсеньев үҙенең «Сихотэ-Алин тауҙарында»[6] тигән китабында ҡаяларҙы түбәндәгесә тасуирлай:
Анюйҙың был өлөшө бик матур. Үҙән менән сиктәш тау һырттары ғәжәйеп ҡаялар менән ҡапланған, улар алыҫтан башнялары һәм атыу уйымдары булған боронғо ҡәлғә емереклектәренә оҡшаған. Урындағы халыҡ уларҙы шаман таштары тип атай һәм боронғо замандарҙа бында ҡанатлы кешеләр йәшәгән, ти. |
Фотоматериалдар
үҙгәртергә-
Анюйҙың түбәнге ағымы. Р454 юлынан, Лидога - Ванно участкаһы ситенән
-
Милли парк егеры кәмәлә
-
Анюй бағаналарының береһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ АНЮ́ЙСКИЙ НАЦИОНА́ЛЬНЫЙ ПАРК // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 15 декабря 2007 года № 1838-р «О создании национального парка „Анюйский“ в Нанайском районе Хабаровского края» (недоступная ссылка — история).
- ↑ В Хабаровском крае создан национальный парк «Анюйский» // regnum.ru . Дата обращения: 18 сентябрь 2010. Архивировано 18 декабрь 2007 года.
- ↑ 4,0 4,1 Приказ министерства природных ресурсов и экологии Российской Федерации от 13 марта 2009 года № 60 "Об утверждении Положения о федеральном государственном учреждении «Национальный парк „Анюйский“»"
- ↑ НАЦИОНАЛЬНЫЙ ПАРК «АНЮЙСКИЙ» . https://naturerussia.travel. Дата обращения: 15 август 2022. Архивировано 18 май 2022 года.
- ↑ Библиотека Горького (ингл.). www.gorkilib.ru. Дата обращения: 29 май 2023. Архивировано 10 март 2023 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Анюйский национальный парк на сайте ООПТ России
- Местоположение и описание парка . Дата обращения: 18 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 21 ноябрь 2011 года.
- Планета Тайга. Анюйский национальный парк. Часть 1. (26 декабрь 2016). Дата обращения: 25 февраль 2017. Архивировано 6 апрель 2017 года.
- Планета Тайга. Анюйский национальный парк. Часть 2. (29 декабрь 2016). Дата обращения: 25 февраль 2017. Архивировано 6 апрель 2017 года.
- Видеоролик о патрулировании Анюйского национальногой парка