Антонов Константин Владимирович

Антонов Константин Владимирович (28 август 1900 йыл8 февраль 1940 йыл) — СССР-ҙың комсомол эшмәкәре, журналист, юрист һәм дипломат, педагог, мөхәррир. 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны. 1940 йылда атыла. 1956 йылда аҡлана.

Антонов Константин Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 (28) август 1900
Тыуған урыны Бутка[d], Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (39 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Балалары Владимир Константинович Антонов[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, юрист, дипломат
Эшмәкәрлек төрө журналистика[1], Хоҡуҡ[1] һәм Дипломатия[1]
Эш урыны Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
 Антонов Константин Владимирович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Пенза һәм Алыҫ Көнсығышта (1900—1923)

үҙгәртергә
 
Пенза ҡалаһының башҡарма комитет уҡыу-коммунистары. Антонов Константин —уртала

Антонов Константин Владимирович 1900 йылдың 15 авгусында Пермь губернаһы Бутка ауылында урмансы ярҙамсыһы ғаиләһендә тыуған. 1910 йылда ғаилә Пензаға күсенә. 8 йыл үткәс, 1918 йылда , 2-се Пенза гимназияһын тамамлай, губернаның «Известия» гәзиитендә эшләй[2]. РКСМ ҡала комитетының беренсе рәйесе була, 1919 йылда «Творцы грядущего» гәзитенең тәүге мөхәррире, шулай уҡ беренсе Бөтә Рәсәй коммунист-уҡыусылар съезына беренсе делегат була[3]. Киләһе йылда Пенза губерна комитетының секретары булып эшләй һәм РКСМ III съезы делегаты булып китә[4][5]. 1921 йылда ул I Бөтә Рәсәй конференцияһы һәм РКСМ-дың IV съезы[6][7] делегаты. РКП (б)-ның губерна съезында берлектә децистар өсөн тауыш бирә. Йыл аҙағынан Алыҫ Көнсығышта йәшерен эшләй башлай. 1922 йылда Приморье комсомолының III съезында Приморье РКСМ бюроһы рәйесе булып һайлана.

 
1922 йылда Приморье комсомолы съезы. Антонов Константин — уртала

Мәскәүҙә (1923—1932)

үҙгәртергә

1923 йылда Мәскәүгә саҡырыла һәм 1925 йылға тиклем РКСМ Үҙәк Комитетының гәзит бүлеге мөдире булып эшләй. Был ваҡытта троцкистар резолюцияһы өсөн тауыш бирә. 1926 йылда Мәскәү дәүләт университетының халыҡ-ара факультетын тамамлағандан һуң, ул РАНИОН-да аспирант була[7], бында 1930 йылға тиклем эшләй. Был ваҡытта Антонов Виктор Киндың «По ту сторону»[8]романында геройҙарҙың береһе Матвеев прототибы була. 1930 йылдан СССР Сит ил эштәренең халыҡ комиссариаты (НКИД) Хоҡуҡ бүлегенең мөдире урынбаҫары, һәм бер үк ваҡытта 1930 йылдың яҙына тиклем, халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында эшләй, ул структуралы үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында башта 1-се МДУ кафедраһы, һуңынан — Мәскәү хоҡуҡ институты һәм, ниһайәт, П.И.Стучка исемендәге Мәскәү юридик институтын була.[9]. Шул ваҡытта уҡ — И.В.Сталин исемендәге Көнсығыш эшсәндәренең коммунистик университетында Совет хоҡуғы кафедраһы рәйесе[10]. «Советское государство» журналында мәҡәләләр баҫтыра[11], китаптар сығара[12], документтар йыйынтығын мөхәррирләй[13][14][15][16].

Франция һәм Бельгияла эше (1933—1937)

үҙгәртергә

1933 йылда Крестинский тарафынан Францияла СССР тулы хоҡуҡлы вәкәләтенең 1-се секретары вазифаһына тәғәйенләнә, унда Генераль консул бурыстарын башҡара[9][17]. 1935 йылдан Бельгияла СССР тулы хоҡуҡлы вәкәләтенең кәңәшсеһе булып эшләй.

 
Парижда СССР тулы хоҡуҡлы вәкәләттә совет авиацияһы хөрмәтенә иртәнге аш.
Алғы планда һулдан уңға:
Эдуар Эррио, Францияның авиация генерал министры Денен, Семен Иванович Венцов-Кранц, Николай Николаевич Васильченко, Эйнак Лоран, Антонов Константин Владимирович
Артҡы планда уңдан һулға:
Иосиф Станиславович Уншлихт, Марсель Израилевич Розенберг

Оло террор йылдарында (1937—1939)[18]

үҙгәртергә

1937 йылдың апрелендәге анкетала 1921-1924 йылдарҙа децист һәм троцкист өсөн тауыш биргән факттарын күрһәтә, шуның өсөн Мәскәүгә ҡайтарыла, партия коллегияһы был факттарҙһы йәшергәне өсөн уға ҡаты шелтә сығара. Май айында Кретискийҙы эшенән бушаталар һәм ҡулға алалар. Уның урынына Потемкинды тәғәйенләйҙәр, уның менән Антонов 1934 йылда Францияла эшләй. Потемкин Антоновты СССР Сит ил эштәренең халыҡ комиссариаты 2-се көнбайыш бүлегенең мөдире ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй[19]. Ноябрь айында инде Антоновтың дуҫы яҙыусы Виктор Кин ҡулға алына, һәм сит ил эштәре бюроһы яңы эш ҡуҙғыта. 1938 йылдың ғинуарында НКВД-ла күрһәтмәләр бирә, шунан һуң был вазифаһынан бушатыла һәм резервҡа күсерелә. Март айында СССР Сит ил эштәренең халыҡ комиссариаты 3-сө көнбайыш бүлегенә консультант булып тәғәйенләнә, уның партия эше Мәскәү ҡалаһының Дзержинский ВКП(б) район комитетына тапшырыла, унда май айына тиклем эшләй, шунан һуң НКИД институтына ебәрелә. Бер үк ваҡытта ул СССР ФА Хоҡуҡ институтында эшләй. Ярты йылдан һуң уға партбилетын кире ҡайтаралар, әммә НКИД институтында вазифанан бушаталар һәм резервҡа ебәрәләр. НКИД институтынан 1939 йылдың ғинуарында бөтөнләй бушатыла, әммә шул уҡ ваҡытта, апрель айында, СССР Фәндәр академияһының хоҡуҡ институты штатында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһына раҫлана[20] һәм уның партойошмаһына теркәлә. Май айында халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса (теоретик) дәреслек әҙерләү эшенең өлөшөн тамамлай

11 майҙа ҡулға алына. Дәреслек ҡулъяҙмалары тартып алына

№ 407 эше (1939—1940)[9]

үҙгәртергә

1939 йыл алдан тикшереү ваҡытында баҫымы аҫтында[9] контрреволюцион троцкистар ойошмаһында ҡатнашыуҙа һәм Франция файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә таныу яҙа. 1940 йылдың 16 ғинуарында Сталин атып үлтерелеүселәр исемлегенә ҡул ҡуя. Туғыҙынсы номер аҫтында Антонов фамилияһы була. (Шунда уҡ, ун икенсе булып— Исак (шулай исемлеге) Бабель килә)[21]. Ике көндән һуң милкен конфискациялау менән атып үлтереүгә хөкөм ителә. Суд ултырышында үҙен ғәйепле танымай, «алдағы тикшереүҙәрҙә биргән күрһәтмәләр физик һәм әхлаҡи йоғонто ҡулланыу һөҙөмтәһендә бирелгән» тип инҡар итә. 8 февралдә, СССР НКВД 1-се махсус бүлеге начальнигы ярҙамсыһы, дәүләт хәүефһеҙлегенең өлкән лейтенанты Калинин[22][23][24] был ҡарарҙың үтәлеше тураһында белешмәгә ҡул ҡуя[9] . Ҡәбер урыны — Мәскәү, Яңы Дон зыяраты.

1956 йылда СССР ВКВС тарафынан аҡлана[25][26]. Протоколда тикшереүҙе алып барыусы СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының тикшереү часе начальнигы ярҙамсыһы Влодзимирский [27] эште ялғанлау өсөн хөкөм ителә, ә эш буйынса төп тәфтишсе тикшереү эштәре буйынса СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының следователе Матевос эшенән бушатыла тип күрһәтелә.

Балалары

үҙгәртергә
  • Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Антонов Владимир Константинович (1927—1992)
  • Антонова Марианна Константиновна халыҡ мәғарифы отличнигы (1937) — рәссам Борис Авдеевтың ҡатыны
  • 1968 йылда Алыҫ Көнсығышта яҡын дуҫы һәм комсомол эше буйынса буйһоноусыһы Виктор Киндың Константин Антоновҡа хаты баҫтырылып сыға.
  • 1978 йылда Антонов исеме Пенза ҡалаһында урамға бирелгән[28]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Antonov, Konstantin Vl. // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Люди Пензенской области. 2014 йыл 18 декабрь архивланған.
  3. Юрков, 2010
  4. Юрков, 2011
  5. Мандат и анкета делегата с решающим голосом 3-го Всероссийского съезда РКСМ Антонова К.В.
  6. Анкета делегата 4-го Всероссийского съезда РКСМ
  7. 7,0 7,1 Савин, 1992
  8. Кин, 1968
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Следственное дело
  10. Вся Москва на 1930 год, стр. 171. Архивировано 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  11. Антонов, 1930
  12. Антонов, 1931
  13. Сборники В.1, 1932
  14. Сборники В.2, 1932
  15. Сборники В.3, 1932
  16. Сборники В.4, 1933
  17. Бородин
  18. Следственное дело, с. 223–226
  19. «Книга памяти работников дипломатической службы». Дата обращения: 18 декабрь 2014. Архивировано 24 март 2014 года. 2014 йыл 24 март архивланған.
  20. «Расстрелы в Москве (Улица Бурденко)».
  21. «Сталинские расстрельные списки». Дата обращения: 18 декабрь 2014. Архивировано 13 апрель 2015 года. 2015 йыл 13 апрель архивланған.
  22. Приказ наркома внутренних дел СССР Л.П. Берии № 001365 «О награждении работников НКВД». 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  23. Новая газета. Спецвыпуск «Правда ГУЛАГа» от 07.07.2008 №6 (6). 2015 йыл 22 март архивланған.
  24. skorbim.com.
  25. Сахаровский центр.
  26. Книга Памяти Жертв Коммунистического Террора. 2016 йыл 5 март архивланған.
  27. Справочник, 1999
  28. Пензенские хроники.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

• Антонов Константин Владимирович // РГАСПИ. Ф. М1. Оп.  18. Д. 186. Лена 3-7. 7 ла.

• Списки, анкеты и делегатов 1-й Всероссийской конференции РКСМ // РГАСПИ. Ф. М37. Оп. 1. Д. 6. Л. 11–12.

• Списки, анкеты и мандаты делегатов 3-го Всероссийского съезда РКСМ // РГАСПИ. Ф. М6. Оп. 3. Д. 16. Л. 5 оборот, 14 оборот, 54-55.

• Списки, анкеты и мандаты делегатов 4-го Всероссийского съезда РКСМ // РГАСПИ. Ф. М6. Оп. 4. Д. 8. Л. 52, 52 оборот.

• Следственное дело №407 по обвинению Антонова Константина Владимировича // Центральный архив ФСБ России. Д. Р4648. 262 л.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Антонов К.В.  Некоторые итоги конфликта на КВжд // Советское государство и революция права. : статья. — Москва: Изд-во Ком. Акад, 1930. — № 2. — С. 122-138.
  • Антонов К.В. Суньятсенизм и китайская революция. — М.: Изд-во Ком. Акад, 1931. — 135,1 с.
  • Сборники документов по международной политике и международному праву: Разоружение. / Под ред. К.В. Антонова. — Москва: Изд. НКИД, 1932. — В. 1.
  • Сборники документов по международной политике и международному праву: Европейский союз аграрные конференции и региональные соглашения. / Под ред. К.В. Антонова. — Москва: Изд. НКИД, 1932. — В. 2.
  • Сборники документов по международной политике и международному праву: Японо-китайский конфликт. План Гувера и репарационная проблема. Деятельность Лиги Наций и др. / Под ред. К.В. Антонова. — Москва: Изд. НКИД, 1932. — В. 3.
  • Сборники документов по международной политике и международному праву: Лозанские соглашения. Женевская конвенция по разоружению. Признание Маньчжоу-ГО и др.. / Под ред. К.В. Антонова. — Москва: Изд. НКИД, 1933. — В. 4.
  • Антонов К.В.  К вопросу о международном праве // Советское государство : статья. — Москва, 1938. — № 4. — С. 62-73.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә