Анискин Михаил Александрович
Анискин Михаил Александрович (19 ноябрь 1922 йыл — 25 июнь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
Михаил Александрович Анискин | |||
Тыуған ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
(хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районы Костин Күле ҡасабаһы | ||
Үлгән ваҡыты | |||
Вафат урыны |
Витебск өлкәһе Сенненский районы | ||
Хеҙмәт иткән урыны | |||
Ғәскәр төрө |
бронялы танк ғәскәрҙәре | ||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||
Хәрби звание |
гвардия лейтенанты | ||
Командалыҡ итеү |
танк менән | ||
Хәрби алыш/һуғыш | |||
Наградалар һәм премиялар |
(үлгәндән һуң) |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Александрович Анискин 1922 йылдың 19 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Костино Озеро ҡасабаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған, рус. Урта белемле.
Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың июнендә Иглин районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1943 йылда Һарытау танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдың авгусынан хәрәкәттәге армияла. 3-сө Белорус фронтында, 3-сө механизацияланған гвардия корпусының 8-се гвардия механизацияланған бригадаһында һуғыша. 44-се гвардия полкының танк командиры була.
1944 йылдың 25 июнендә разведка взводы танк командиры гвардия лейтенанты М. А. Анискин Студенка ауылы янына (Витебск өлкәһе Сенненский районы) разведкала була. Шул саҡта уға 60-тан ашыу автомашина колоннаһы менән ротаға яҡын дошман һалдаты һәм офицеры тап була. Колоннаны үҙйөрөшлө орудие һәм бер-нисә пушка һаҡлай. Анискиндың танкы ауылға бәреп ингәндә уның юлын дошман ҡамап ала. Артҡа юл юҡ, гвардия лейтенанты Анискин дошманға ҡаршы һуғышырға ҡарар итә. Танк ҡоралы ярҙамында ул колоннаны ҡыйрата башлай. Ул бойороҡ биреү менән бер рәттән, пушканың артына үҙе тороп, колонна өҫтөнә ут яуҙыра башлай. Тәүге снарядтар колонна башына төшә. Дошман араһында паника башлана. Шунан Анискин утты колоннаның ҡойроғона йүнәлтә. Ә аҙаҡ инде колонна буйлап йәҙрә артынан йәҙрә ебәреп дошмандың машиналарын һәм тере көсөн юҡ итә.
Гвардия лейтенанты Анискиндың ҡыйыу, сая һәм көтөлмәгән һөжүме дошман пушкаларына ут асырға мөмкинлек бирмәй. Бер сәғәткә һуҙылған алышта гвардия лейтенанты Анискин дошмандың үҙйөрөшлө орудиеһын сафтан сығара, аҙыҡ-түлек келәте һәм башҡа хәрби милек тейәлгән 60 автомашинаны баҫып ала һәм ҡыйрата. Был һуғышта иң һуңғы булып гвардия лейтенанты Анискин үҙе һәләк була. Һуғыш барышында дошмандың 75-тән ашыу һалдаты һәм офицеры юҡ ителә[1][2].
Анискин Михаил Александровичҡа, үлгәндән һуң, 1945 йылдың 24 мартында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1945)
- "Алтын Йондоҙ" миҙалы (24.03.1945)[3]
- Ленин ордены
Хәтер
үҙгәртергә- Витебск өлкәһе Сенненский районы Пустынка ауылында ерләнгән. Был ауылда уға обелиск ҡуйылған[4].
- Пустынка урта мәктәбенә уның исеме бирелгән.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 2, л. 325, 326)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 626, л. 35)
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Анискин Михаил Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2022)
- Анискин Михаил Александрович . «Герои страны» сайты. (Тикшерелеү көнө: 22 август 2011)