Пшеничнюк Анатолий Харитонович

(Анатолий Пшеничнюк битенән йүнәлтелде)

Пшеничнюк Анатолий Харитонович (2 ғинуар 1936 йыл — 5 ғинуар 2016 йыл) — археолог. Тарих фәндәре кандидаты (1968). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).

Пшеничнюк Анатолий Харитонович
Тыуған көнө

2 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы Литенка ауылы

Вафат көнө

5 ғинуар 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих, археология

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты (1968)

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Харитонович Пшеничнюк 1936 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ районы Литенка ауылында (1970-се йылдарҙа бөткән, ерҙәре хәҙер Әлшәй районына ҡарай) тыуған.

1959 йылда Октябрҙең 40-йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 2014 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 19782006 йылдарҙа бүлек мөдире була.

Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуатына, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә, Савромат мәҙәниәтенә, Сармат мәҙәниәтенә һәм башҡаларға арналған.

Байтаҡ археологик ҡомартҡылар, шул иҫәптән Бикеш ҡурғандарын, Шипов археологик комплексын, Әлмөхәмәт ҡурғандарын аса һәм өйрәнә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Кара-абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) // Археология и этнография Башкирии.— Т.5. — Уфа, 1973.
  • Культура ранних кочевников Южного Урала. — М., 1983.
  • Звериный стиль Филипповских курганов // Южный Урал и сопредельные территории в скифо-сарматское время. — Уфа, 2005.