Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы

ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе
(Анас Махмутов битенән йүнәлтелде)

Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (15 ғинуар 1930 йыл31 июль 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1991—1998 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 1998—2001 йылдарҙа «Экономика и управление» журналының баш мөхәррире, 1982—2005 йылдарҙа СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984), РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры[1].

Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы
Тыуған көнө

15 ғинуар 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР, Өфө кантоны, Абрай улусы, Яңы Уҫман ауылы

Вафат көнө

31 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (90 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

СССР, Рәсәй

Ғилми даирәһе

иҡтисад

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты (1955)

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1983)

Ғилми исеме

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995)

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995)

Награда һәм премиялары

«Заслуженный деятель науки Башкирской АССР» (1977), «Заслуженный деятель науки Российской Федерации» (1990), «Почётный работник высшего профессионального образования России» (1999).

Биографияһы

үҙгәртергә

Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов[2] 1930 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Өфө кантоны Абрай улусының Яңы Уҫман ауылында, хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы. 1943 йылда Әнәс Совет Армияһының Өфө хәрби музыканттар тәрбиәләнеүсе мәктәп курсанты булып китә. Мәктәптәге хәрби хеҙмәте ете йыл самаһы тәшкил итә.

1955 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетытын тамамлай.

Институтта уҡығанда Әнәс Мәхмүтов әүҙем комсомолец була — юғары уҡыу йортоноң комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. 1957 йылда Әнәс Хөсәйен улы Мәскәүҙә үткән Йәштәрҙең һәм студенттарҙың VI Бөтә донъя фестивалендә Башҡортостан йәштәре делегацияһын етәкләй.

Юғары белем алғандан һуң, 1955-1959 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары, икенсе секретары булып эшләй. 1959 йылда БАССР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1966 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай («иҡтисадсы» һөнәре буйынса) һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Өфөгә ҡайтҡас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтында политэкономия кафедраһы мөдире була.

19671991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының политэкономия кафедраһын етәкләй, бер үк ваҡытта «Иҡтисад фәндәре» журналының Башҡорт АССР-ы буйынса йәмәғәт башлағысында хәбәрсеһе була (1970—1989).

1982 йылда Мәхмүтов Ленинград иҡтисади-финанс институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983 йылда профессор исеме бирелә.

1991—1998 йылдарҙа Ә. Х. Мәхмүтов — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, 1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан белем биреү учреждениелары консорциумының президенты-ректоры. 1994 йылдан ул «Иҡтисад һәм идара итеү» фәнни-ғәмәли журналының баш мөхәррире.

Ә. Х. Мәхмүтов хәҙерге иҡтисадтың теоретик проблемаларын тикшереүсе республика иҡтисадсыларының ғилми мәктәбен булдыра, Башҡорт дәүләт университетында аспирантура, диссертация советы ойоштора.

Ғалим иҡтисад һәм социология буйынса биш диссертация советы ағзаһы була, һуңғы биш йылда — иҡтисад фәндәре буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау Төбәк диссертация советы ағзаһы.

Ул Башҡортостан иҡтисадын үҙгәртеп ҡороуҙың һәм уны баҙар иҡтисадына күсереүҙең фәнни нигеҙен эшләй. Мәхмүтов етәкселегендә: «Башҡорт ССР-ы иҡтисадының тотороҡланыуы һәм баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү» (1991—1992) Хөкүмәт программаһы, «Башҡортостан Республикаһының ҡыҫҡа (2000 г.) һәм оҙайлы (2005.) киләсәккә социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы (Концептуаль нигеҙҙәр)» (1994), «Башҡортостан-2015» Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең оҙайлы мөҙҙәткә стратегияһы концепцияһы" (2004) эшләнелә.

Рәсәйҙең Үҙәк фәнни (Ирекле) иҡтисади йәмғиәт идараһы ағзаһы һм Башҡортостан Республика идаралығы рәйесе (1982—2005). 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана.

Ғаиләһе: ҡатыны Мәхмүтова Асия Миңлеәхмәт ҡыҙы. Ике улы М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. Биш ейән-ейәнсәренең өсөһө шулай уҡ МДУ-ны тамамлаған; ике бүләһе һәм ике бүләсәре бар.

Уҡыусыларының 14-е — фән кандидаты, берәү — фән докторы.

Ә. Х. Мәхмүтов — Рәсәй Федерацияһы Социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, БР ФА тулы хоҡуҡлы (академик) ағзаһы. 1982—2005 йылдарҙа Рәсәй иҡтисади йәмғиәтенең Башҡортостан республика Фәнни (Ирекле) идараһы рәйесе, Рәсәй ирекле иҡтисад йәмғиәтенең үҙәк идараһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы социаль фәндәр бүлегенең академик-секретаре булып эшләй, ә 1996 йылдан һуңғы ваҡытҡа тиклем — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы ағзаһы.

Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтов 2020 йыылддың 31 июлендә Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1977)
  • «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1990)
  • «Рәсәйҙең юғары профессиональ белем биреүҙеү Почётлы хеҙмәткәре» (1999)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)[4]
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2010)
  • Салауат Юлаев ордены (2020)

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Әнәс Мәхмүтов Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен, Халыҡтар дуҫлығы монументын проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнаша.

Абруйлы шәхес етәкселегендә Башҡортостан артистарының Һиндостанда, Непалда һәм Бирмала гастролдәре уңышлы үтә. Һиндостанда ул илдең күренекле дәүләт һәм сәйәси эшмәкәрҙәре Джавахарлал Неру, Индира Ганди, Раджив Ганди менән осраша.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, уның ғилми етәкселегендә 30-ҙан ашыу коллектив хеҙмәт баҫыла.

  • Промышленные комплексы и их эффективность. Уфа,1968.
  • Проблемы становления и развития государственности Республики Башкортостан. Уфа, 2000 (соавтор, науч. рук., отв. ред.).
  • Башкортостан-2015: стратегия развития. Концепция долгосрочного социально-экономического развития Республики Башкортостан. Уфа, 2004 (соавтор, науч. рук., отв. ред.).
  • Проблемы бедности в трансформационный период. Уфа, 2006 (соавтор, науч. рук., отв. ред.).
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә