Альмира

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Альмира — ҡатын-ҡыҙҙар исеме.

Альмира

Этимологияһы

үҙгәртергә

Альмира (Әлмира) исеме неологизм, Испаниялағы Әлмерия тигән ер-һыу атамаһынан килеп сыҡҡан[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы (5 октябрь 1940 йыл — 25 сентябрь 2016 йыл) — инженер, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты (1991—1995), Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.

Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт-Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Йәнбухтина Әлмира Ғәйнулла ҡыҙы (28 июль 1938 йыл) — СССР һәм Рәсәй сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).

Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (30 октябрь 1957) — театр һәм кино актёры, режиссёр. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Альмира (опера), «Альмира, королева Кастильская» операһы — барокко эпохаһының немец һәм инглиз композиторы Геóрг Фри́дрих Ге́нделдың (23 февраль (5 март) 1685 йыл, Галле — 14 апрель 1759, Лондон) беренсе операһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ