Алференко Геннадий Петрович

Алференко Геннадий Петрович (15 декабрь 1948 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре, социаль инноватор. II дәрәжә Изге Сергий Радонежский ордены кавалеры (2002).

Геннадий Алференко
Тыуған көнө

15 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)

Тыуған урыны

СССР Омск өлкәһе Совхоз 42

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

социаль инноватор

Наградалары һәм премиялары

Икенсе дәрәжәләге Изге Сергий Радонежский ордены (2002)

Биографияһы

үҙгәртергә

Генна́дий Петро́вич Алфере́нко 1948 йылдың 15 декабрендә Омск өлкәһендә тыуған. 1966—1973 йылдарҙа Новосибирск дәүләт университетында геология һәм геофизика буйынса юғары белем һәм һөнәр ала.

1970 йылда Геннадий Алференко СССР-ҙа юридик шәхес хоҡуғы булған тәүге төбәк ижтимағи ойошма — «Терпсихора» Новосибирск берекмәһен[1] ойоштора. Йәмғиәт балет сәхнәһе йондоҙҙары (Е. С. Максимова, В. В. Васильев, А. Алонсо, М.-Р. Э. Лиепа, М. Н. Барышников һ. б.) сығыштары менән саралар ойоштора[2][3].

1973—1985 йылдарҙа тиклем Көнсығыш Себерҙә һәм Сахалин утрауында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау буйынса тикшеренеүселәр төркөмөн етәкләй.

1985 йылда Новосибирск ҡалаһында Алференконың инноваторҙарға һәм энтузиастарға ярҙам итеү милли кампанияһы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыҡҡандан һуң[4], Михаил Горбачёв уны Мәскәүҙә социаль инновацияларға булышлыҡ итеүсе фонд ойошторорға саҡыра[5]. Геннадий Алференко «Комсомольская правда» гәзите эргәһендә, асыҡ гражданлыҡ йәмғиәте төҙөлөүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеүсе инициативаларҙы тормошҡа ашырыр өсөн, уҡыусыларҙың ирекле ассоциацияһы булараҡ, "Социаль уйлап табыуҙар фонды"н ойоштора. Фонд Афғанстан ветерандары союзын төҙөй һәм уға финанс һәм ойоштороу буйынса ярҙам күрһәтә[6].

1989 йылда Фонд патронажы аҫтында Чернобыль АЭС аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең йәмәғәт ойошмаларының юридик рәсмиләштерелә[7]. Фонд шулай уҡ «Баһадирҙар» (рус. «Богатыри» шахтёрҙар[5] һәм «СССР-ҙа осоштарҙың авиацион именлеге фонды» ассоциациялары менән хеҙмәттәшлек иткән[8].

1989 йылда Геннадий Алференко Dakin Company директорҙар советы рәйесе Генри Дейкин һәм Рокфеллер фонды президенты Питер Голдмарк булышлығында[9] "АҠШ социаль инновациялар фонды"н төҙөй[5]. СССР-ҙағы фонд менән берлектә АҠШ социаль инновациялар фонды тәүге СССР һәм АҠШ араһында талиптар менән алмашыу программаларын, һәм тағы ла Вьетнам һәм Афған һуғыштары ветерандары араһында үҙ-ара ярҙам программаларын төҙөү өсөн осрашыуҙар ойошторған.

1989 йылда Esalen Institute менән берлектә Алференко Борис Ельциндың АҠШ-ҡа тәүге сәфәрен һәм уға АҠШ президенты Джордж Буш, экс-президент Рональд Рейган һәм башҡа сәйәси һәм иҡтисади лидерҙар менән осрашыуҙар ойоштора[10].

1992 йылда ЦСКБ-Прогресс, «Прогресс» заводы һәм «Санкт — Петербург» менән берлектә Алференко «Европа-Америка-500» космос аша осош проектын ойоштороусыһы була[11]. Геннадий Алференко АҠШ-та Рәсәй эшҡыуарҙарының стажировкаһын ойоштороу тураһында программа төҙөүҙә ҡатнаша[12][13].

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Икенсе дәрәжәләге Изге Сергий Радонежский ордены кавалеры (2002).
  • Новый Орлеан (Луизиана штаты), Сан-Франциско, Сан-Диего (Калифорния штаты), Атланта (Джорджия штаты), Джуно (Аляска штаты), Сиэттл (Вашингтон штаты) ҡалаларының хөрмәтле гражданы.
  • 2010 йылдың 9 февралендә Төньяҡ Осетия — Алания республикаһы президенты Т. Д. Мамсуров указына ярашлы «Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән» өсөн «Осетия данлығына» медале менән бүләкләнә[14]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Борис Мездрич «Наше лицо должно быть узнаваемо!». — Вечерний Новосибирск, 30.01.2003.
  2. «Новосибирск 110 лет, Энциклопедия». — Новосибирск: Новосиб. кн. изд-во, 2003 страницы=868. — 1071 с.
  3. Александр Ботвинник «Самые яркие воспоминания молодости» // Новосибирский государственный академический театр оперы и балета Сибирский колизей. — Декабрь-январь 2006-2007. — № 2. — С. 4.
  4. Водолазская Е. С. Горбачева Р. М.. — Ростов на Дону: Феникс, 2000. — С. 132. — 320 с. — (След в истории). — ISBN 5-222-01072-4.
  5. 5,0 5,1 5,2 Anne White. «Democratization in Russia Under Gorbachev, 1985-91: The Birth of a Voluntary Sector». — Palgrave Macmillan, 1999. — P. 8, 99–101. — 272 p. — ISBN 0333747755.
  6. Александр Котенев. «Помоги себе сам» // «Неоконченная война». — Москва: Союз ветеранов Афганистана, 1994. — 157 с. // - полая версия 2011 йыл 9 август архивланған.
  7. президент Союза «Чернобыль» РФ, Л.В.Гришин. Союзу «Чернобыль» России — 10 лет (билдәһеҙ). Сборник «Чернобыль: долг и мужество», том II, глава IV: Чернобыльское движение.. Дата обращения: 14 август 2011. Архивировано 31 июль 2012 года.
  8. Партнёрству «Безопасность полётов» — 20 лет(недоступная ссылка). ФГУП «Авиапромсервис».
  9. The Rockefeller Foundation Annual Report, 1989 2011 йыл 12 август архивланған., P. 86
  10. «Первый девятидневный визит Бориса Ельцина в Америку под патронажем Фонда социальных изобретений…»

    Institute for Citizen Diplomacy "Past and Present Accomplishments" = Esalen Soviet-American Exchange Program // The Russian-American Center. — 1989.

  11. Александр Железняков «Из России в Америку — на космическом аппарате» // Энциклопедия «Космонавтика». — 16 ноября 2002 года.
  12. Михаил Сергеев Старт проекта "Космический перелет". — Коммерсантъ, 06.11.1992. — № 028.
  13. О российско-американской программе, в которой с 1993 по 2000 годы принимали участие около 3 000 человек:

    Business For Russia Program (билдәһеҙ). Bureau Of Educational And Cultural Affairs Office Of Policy And Evaluation (18 май 2001). Дата обращения: 14 август 2011. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 19 октябрь архивланған.

  14. Указ от 9 февраля 2010 г. № 19. О награждении медалью «Во Славу Осетии» Алференко Г. П., Герендаши П.(недоступная ссылка) // Сайт администрации главы РСО-А и правительства РСО-А

Һылтанмалар

үҙгәртергә