Алтын миллиард — демографикһәм социологик төшөнсә, донъяның сикләнгән ресурстары шарттарында алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙә халыҡтың тормош кимәле һәм ҡулланыуы араһындағы айырманы сағылдыра.

Кеше потенциалының үҫеш индексы буйынса илдәр: ҡуйы зәңгәр — нығыраҡ үҫкән илдәр, асыҡ зәңгәр — әҙерәк үҫкән илдәр

Тамырҙары менән XVIII быуат аҙағында йәшәгән инглиз ғалимы Томас Мальтус теорияһына — мальтузианлыҡҡа барып тоташа. Атама алдынғы капиталистик илдәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтың һанынан алынған: АҠШ  (311 млн), Канада (34,3 млн.), Австралия (22,5 млн.), Евросоюз илдәре (28 ил, йәмғеһе 500 млн.), Япония (127,4 млн.), шулай уҡ Израиль, Көньяҡ Корея һәм XXI быуатта өҫтәләһе халыҡ һаны[1][2].

Ер ресурстарын ҡулланыу

үҙгәртергә

«Эксперт» журналы биргән мәғлүмәттәр буйынса, «алтын миллиард» — кешелектең сама менән етенсе өлөшө, алдынғы илдәрҙә йәшәүселәр, үткән быуаттың аҙағына тиклем минераль сеймалдың төп файҙаланыусыһы. Төҫлө металдар айырыуса күп ҡулланылған. Улар ҡиммәт булғанлыҡтан (ҡурғаш тимерҙән өс тапҡыр, ә никель ҡырҡ тапҡыр ҡыйбатыраҡ) һәм нигеҙҙә техник яҡтан ҡатмарлы производстволарҙа һәм инновацион продукттарҙа файҙаланылғанлыҡтан төп төҫлө металдарҙы тотоноу Көнбайыш илдәре менән сағыштырғанда уртаса үҫешле илдәрҙә күпкә кәм, ә артта ҡалған илдәрҙә бөтөнләй аҙ була. Үткән быуаттың 70−се — 80−се йылдарында алдынғы дәүләттәр бөтә алюминдың — 90, баҡырҙың — 85, никелдең 80%-ын ҡуллана[3].

XX быуатта ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеге күп тапҡырҙарға арта (дөрөҫ, етештереүҙә энергия тотоноуҙың артыуы иҫәбенә), сеймалға ихтыяжды аҙайтҡан күп төрлө яңы материалдар сығарыла [источник не указан 1931 день], техник прогресс иҫәбенә тәбиғи материалдарҙы синтетикаға алмаштырып булмаған тармаҡтарҙа ла материалдар тотоноу кәмей [источник не указан 1930 дней]. Шул уҡ ваҡытта файҙалы ҡаҙылмаларҙың разведкаланған запастары арта. Ләкин XX быуат уртаһында уҡ әле нефть сығарыуҙың иң юғарғы кимәлгә етәсәге һәм уны тотоноуҙың үҫәсәге фаразлана.[источник не указан 396 дней]

Килеп сығышы

үҙгәртергә

Виталий Бабенко «Алтын унау» тигән мәҡәләһендә билдәләүенсә, 70-се йылдарҙа ваҡытлы матбуғатта «алтын миллиард» тигән төшөнсә йыш осрай. Ул экологияға ҡағылышлы бәхәстәрҙә ҡулланыла. Экологтар фекеренсә, Ерҙең ресурстарына зыян килмәһен өсөн унда йәшәгән халыҡ һаны миллиардтан артырға тейеш түгел[4].

«Әгәр йәшәү мөхите деградацияланһа. „Алтын миллиард“ тураһындағы хыял» («Если деградирует среда обитания. Мечта о „золотом миллиарде“») тигән мәҡәләһендә геолог Рудольф Баландин хәтирәләре менән уртаҡлаша[5]: «Шулай килеп сыҡты: был һайланмаларҙың миллиарды тураһында мин һикһәненсе йылдар аҙағында Рио-де-Жанейролағы кәңәшмәгә СССР-ҙың ул саҡтағы етәксеһе докладының экологик концепцияһын әҙерләгән ғилми төркөмдәрҙең береһендә эшләгәндә ишеттем. Бер ултырышта академик Никита Моисеев сығыш яһаны.

Ул…, яҡынлашып килгән глобаль экологик кризистан сығыу юлы — бөтәһенән элек тыуымды сикләү һәм Ер кешеләренең һанын бер миллиард итеп ҡалдырыу, тине.
 — Бер миллиардта кемдәр? — тип һораным.
 — Иң лайыҡлыларҙан торған бер миллиард. Биосфераны юҡ итмәйенсә шунса ғына кеше йәшәй ала… Ләкин был иң яҡшы кешеләр, алтын миллиард, буласаҡ…»

Публицист А. К. Цикунов (А. Кузьмич тигән псевдоним аҫтында) 1990 йылда «алтын миллиард» фразаһын мөлкәт тиңһеҙлеге сәбәптәренең береһе тип атаны .[6] Цикуновтың трактовкаһы заговор теорияһының бер төрө булып тора[7]. Башҡа трактовкалар 1990 йылға тиклем дә осрай[8][9][10][11]. 1999 йылда «алтын миллиард» термины Сергей Кара-Мурза тарафынан ҡулланыла.

Рәсәйҙә «алтын миллиард» төшөнсәһенең киң таралыуы Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Маргарет Тэтчер исеме менән бәйле. Рәсәйҙә 15 миллион кеше ҡалдырырға кәрәк, тигән фекерҙе ул әйткән тип һанала[12][13].

Был һүҙҙәрҙең инглиз телендәге төп нөсхәһе табылмаған. Тәүге тапҡыр был фраза А. П. Паршевтың 1999 йылда сыҡҡан «Почему Россия не Америка» тигән китабында телгә алына.

...Тогда я изучал английский язык, и как-то раз мне попалось в звукозаписи какое-то публичное выступление М. Тэтчер по внешней политике. Я уважал и уважаю эту политическую деятельницу, особенно за ее английский язык. Она говорит четко, с оксфордским произношением, простым, понятным языком, это вам не Буш какой-нибудь, со ртом, как будто набитым арахисом. Так вот говоря о перспективах СССР, она заявила примерно следующее, никак это не пояснив: «На территории СССР экономически оправдано проживание 15 миллионов человек». Я еще раз прокрутил запись, может быть, хотя бы «фифти» («пятьдесят»?). Нет, точно «фифтиин» — «пятнадцать», я не ослышался[14].

Артабан А. П. Паршев һүҙҙең иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле кешеләр тураһында барыуы хаҡында аныҡлыҡ индерә:

Был фразаның «туҡ миллиард» тигән варианты ла бар.[15]

Теоретик нигеҙләү

үҙгәртергә

Донъяла халыҡ һаны артыуына бәйле ресурстарҙың етмәү ихтималлығы идеяһы беренсе тапҡыр Томас Мальтус тарафынан әйтелә. Халыҡ геометрик прогрессияла, ә ресурстарҙы (аҙыҡ-түлек) үҙләштереү арифметик прогрессияла үҫә, өҫтәүенә, ресурстарҙың киләсәктә бөтөүе лә ихтимал, ти ул (мальтузианлыҡ). Мальтус фекеренсә, нәҡ ошо ҡапма-ҡаршылыҡ сәйәси сайҡалыштар, һуғыштар һәм эпидемиялар сәбәбе булып тора.

С. М. Кара-Мурза[6] раҫлауынса, «алтын миллиард» планета ресурстарының төп өлөшөн ҡуллана. 7 миллиард кешенең яртыһы ғына шунса ҡуллана башлаһа ла, ресурстар бөтәһенә лә етмәҫ.

С. Кара-Мурза фекеренсә, «алтын миллиард» төшөнсәһе артында донъяға бер бөтөн геосәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни ҡараш ята:[кто?] алдынғы илдәр, үҙ халҡы өсөн юғары ҡулланыу кимәлен тәьмин итеп, мәғлүмәти, сәйәси, хәрби һәм иҡтисади саралар менән ҡалған донъяны артта ҡалған хәлдә тоторға тырыша, уны сеймал сығанағы, экологик яҡтан зарарлы производстволарҙы урынлаштырыу, токсик ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны һәм арзан эшсе көс сығанағы сифатында файҙалана.

С. Кара-Мурза әйтмешләй, «алтын миллиард», сәйәси метафора булараҡ, йәмғиәт аңы менән глобаль уйнауҙы күҙҙә тота[16].

Иҡтисадсы А. А. Пороховский билдәләүенсә, ""алтын миллиард"тың һәм өмөтһөҙлөктә көн итеүсе ҡалғандарҙың булыу факты үҙе генә лә донъя өсөн хәүефле, тотороҡлолоҡтан яҙҙырыусы мәғәнәгә эйә"[17].

Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Тарих институты директоры Владимир Ламин, демография проблемаларына арналған конференцияла сығыш яһап, «алтын миллиард» фәҡир илдәр (планетаның Көньяғы тип йөрөтөлгән өлөш) менән ысын мәғәнәһендә бүлешә башламаһа, яҡын киләсәктә ресурстар өсөн һуғыштар башланасаҡ[18].

Новосибирск дәүләт университетының макросоциология үҙәге етәксеһе социолог Николай Розов фекеренсә, глобалләшеү, бөтә бәйләнештәрҙе көсәйтеп, көслө уйынсылар өсөн мөмкинлектәрҙең бик ныҡ үҫеүенә килтерә. Глобалләшеү үҫешенең ҡотолғоһоҙ эҙемтәләренең береһе — сағыштрмаса тиңһеҙлектең киҫкен үҫеүе, ул иһә социаль көсөргәнешлекте арттыра. Баҙарҙа конкуренцияның аяуһыҙлаша барыуы донъя люмпендары массаһы барлыҡҡа килеүгә һәм социал-дарвинистик процестар көсәйеүгә — баҙарҙа ла тәбиғи һайлап алыу башланыуға — килтерә.

Айырыуса көслө державалар глобалләшеү шарттарында тағы ла ҙурыраҡ көскә эйә була бара. VIP-зона («алтын миллиард») менән түбәнге фәҡир ҡатлам араһында айырма артҡандан-арта[19].

Фекерҙәр

үҙгәртергә
  • Анатолий Вассерман алтын миллиард «теорияһын» «легенда» тип атай[20]

    Бына ни өсөн «алтын миллиард» тураһындағы легенда популяр. Ул бөтә ҡалған донъяның бөтә уңышһыҙлыҡтарын бына тигән итеп аңлата. Һәм һәр хаким, уңышһыҙлыҡтан шөрләп (ә кем унан шөрләмәй?), ошондай ышаныслы һәм популяр йәшен ҡайтарғысты ҡуллана… Иң хәүефлеһе — был теория варварлыҡты һәм артталыҡты нығыта… Шулай итеп, «алтын миллиард» тураһындағы легенданың заказсылары һәм уны яҡлаусылар — бөтәһенән элек, тәүәккәллекте ығы-зығылыҡ менән бутаусы сәйәсмәндәр. Был эшкинмәгәндәр ҡулы аҫтында ҡалғандар ғына түгел, уларҙың мәнфәғәтендә эш иткән мифҡа ышаныусылар ҙа уның ҡорбаны булып тора.

  • Ингушетия президенты Юнысбәк Евкуров фекеренсә (ул уны 2012 йылдың сентябрендә әйтә): «дөйөм алғанда, донъяла планета халҡын „алтын миллиардҡа“ тиклем глобаль ҡыҫҡартырға йыйыналар. Йәнәһе, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, тағы әллә нәмәләр етмәйәсәк, шуға халыҡты кәметергә кәрәк, имеш. Бындай ҡарарҙы Хоҙай Тәғәлә урынына Алла көнөн хасил итергә йыйынған аллаһыҙҙар сығарған»[21].
  • Тарих фәндәре кандидаты Батюк билдәләүенсә, мәғлүмәт технологиялары үҫеүе арҡаһында «үҫеш юлына баҫҡан илдәрҙә йәшәгән фәҡирҙәр кешелек тарихында тәү тапҡыр „алтын миллиард“ тип йөрөтөлөүселәрҙең нисек йәшәүен күрә алды»[22].

«Алтын миллиард» төшөнсәһен тәнҡитләүселәр халыҡ һаны һәм ресурстар етешмәү проблемаһы әүәлдән күтәрелә килгәнлеген билдәләй. Иртә христиан теологы Квинт Септимий Тертуллиан (б.э. II һәм III быуаттары араһы) был хаҡта хәүефләнеп саң ҡаға.

1798 йылда инглиз иҡтисадсыһы руханиТомас Роберт Мальтус (әйткәндәй, Петербург Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы) сығарған фәнни гипотезаға ярашлы, планета халҡы — геометрик прогрессия буйынса, ә йәшәү өсөн кәрәкле ресурстар арифметик прогрессия буйынса үҫә, ошо рәүешле мальтузиан ҡапҡаны хасил була[23]. Мальтус «Ерҙең һыйҙырышлылыҡ һәләтен» билдәләүгә башланғыс һала, был күрһәткес төрлө ваҡытта 1 миллиардтан 1 триллионға тиклем кеше һанына тиң була. XX быуат аҙағына был интервал 8 — 16 миллиардҡа ҡала.

Мальтустың вафатынан һуң үткән ике быуат уның Ер шарындағы халыҡтың күбәйеү тураһында әйткәнен раҫланы. XX быуатта халыҡ һаны айырыуса йылдам үҫте: 1900 йылда — 1,6 миллиард, 2011 йылда инде — 7 миллиард. Планета халҡының 84%-ы үҫеүсе илдәрҙә йәшәй[24]. Демографик үҫеште иҡтисади күрһәткестәргә бәйләү мәсьәләһе ҡатмарлыраҡ булып сыҡты.

С. П. Капица биләмә, энергия, аҙыҡ-түлек һәм мәғлүмәт ресурстарының халыҡ һаны үҫешенә йоғонтоһон анализлай һәм донъя демографик процесының математик моделен төҙөй[25]. Ул шундай һығмта яһай: кешелек глобаль демографик күсеш тигән осорҙа тора, уның асылы халыҡ һанының киҫкен үҫеп, артабан шулай уҡ киҫкен кәмеүенән һәм тотороҡлашыуынан ғибәрәт[26]. С. П. Капицаның фаразына ярашлы, киләсәктә Ер халҡы артыуҙан туҡтаясаҡ һәм 14 миллиард самаһы тәңгәлендә ҡаласаҡ[27].

Донъяла барған глобалләшеүгә ҡарата ыңғай баһалар «алтын миллиард» концепцияһы яҡлыларҙың дәлилдәрһеҙ ҡалдыра. Клиодинамика яҡлылар фекеренсә, һуңғы йылдарҙа алдынғы илдәр менән ҡалған донъяның иҡтисади үҫеш кимәле тигеҙләшеүе күҙәтелә[28][29][30].

Белгестәр быны иҡтисади процестарҙың глобалләшеүе эҙемтәһе[31], шулай уҡ донъяла белемлелек күтәрелеү һөҙөмтәһе тип һанай: XX быуат аҙағына үҫештәге илдәрҙең күпселеге халҡының белемлелеген күтәреүгә өлгәште, был иһә, бер яҡтан, иҡтисади үҫеште йылдамлаштырҙы, икенсе яҡтан, тыуым кәмеүенә һәм халыҡ һаны артыу тиҙлегенең аҡрынайыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә, үҫештәге илдәрҙең күбеһендә йән башына ЭТП иҡтисади алдынғы илдәрҙәгегә ҡарағанда юғарыраҡ булып китте. Шулай итеп, алдынғы илдәрҙә һәм үҫеш кисереүсе илдәрҙә тормош кимәле, ҡулланыу араһында айырма кәмей.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. World Population to 2300 / United Nations, Department of Economic and Social Affairs Population Division.
  2. World Population Prospects, the 2010 Revision / United Nations, Department of Economic and Social Affairs Population Division.
  3. Иван Рубанов. Дешевле не 2015 йыл 26 апрель архивланған.. Журнал Эксперт (12 ноября 2007). Проверено 13 августа 2010. Архивировано из первоисточника 30 марта 2012.
  4. Цит по: Виталий Бабенко. Золотая десятка // Наука и жизнь. — 2001. — № 11. Электронный ресурс
  5. Рудольф Баландин. Если деградирует среда обитания // Независимая газета. — 2000. — 12 января.
  6. 6,0 6,1 Кара-Мурза С. Концепция «золотого миллиарда» и Новый мировой порядок, 1999
  7. Кузьмич А. Заговор «Мирового правительства» (Россия и «золотой миллиард») — М: 1994 г.
  8. Леге Ж. Экология и политика // Мир науки. — 1976.
  9. Meadows D. et al.
  10. Печчеи А. Человеческие качества. — М.: Прогресс, 1985. — 312 с.
  11. Kara-Murza S. The Gold Billion
  12. Миф о том, что концепция «Золотого миллиарда» — единственный выход из демографического кризиса, В. 2012 йыл 8 август архивланған.
  13. СКколько в России лишних людей?
  14. А. Паршев. Почему Россия не Америка. М.: 1999
  15. Переписка Б.
  16. Кара-Мурза С. Манипуляция сознанием. М.: 2005
  17. http://www.mgimo.ru/fileserver/2004/kafedry/mirec/smesh_ec.doc(недоступная ссылка)
  18. Демографические альтернативы будущего 2013 йыл 28 июль архивланған.. Журнал Эксперт (24 сентября 2007). Проверено 13 августа 2010. Архивировано из первоисточника 8 февраля 2012.
  19. Мария Роговая. Автаркия или интеграция 2013 йыл 28 июль архивланған.. Журнал Эксперт (27 февраля 2006). Проверено 13 августа 2010. Архивировано из первоисточника 8 февраля 2012.
  20. А.
  21. Лекарство от болезни | Сегодня.
  22. Интернет-издание Россия и Америка в XXI веке 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
  23. Мальтус Т. Р. Опыт о законе народонаселения. СПб., 1868.
  24. Atlas of Global Development: A Visual Guide to the World’s Greatest Challenges / World Bank and Collins, 4th Edition.
  25. Капица С. П. Российский анти-Мальтус // Вестн. РАН.- 2000. — № 6.
  26. Капица С. П. Рост населения Земли и его математическая модель // Наука и жизнь. — 1998. — № 3.
  27. Общая теория роста человечества: Сколько людей жило, живёт и будет жить на Земле. М.: Наука, 1999.
  28. Коротаев А. В. и др. Законы истории: Математическое моделирование и прогнозирование мирового и регионального развития / Изд. 3, сущ.
  29. Коротаев А. В., Халтурина Д. А. Современные тенденции мирового развития. — М.: Либроком, 2009
  30. Системный мониторинг. Глобальное и региональное развитие. — М.: Либроком, 2009.
  31. PDF