Төп менюны асырға
Төньяҡ-көньяҡ бүленешенә яңыса ҡараш. Зәңгәр төҫкә «һигеҙ ҙур ил» һәм капиталистик донъяның алдынғы илдәре буялған. [орисс?]

Төньяҡ менән көньяҡтың ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы — донъяның бай төньяҡ һәм фәҡир көньяҡ илдәргә бүленеше, алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙең бер-береһенә глобаль ҡапма-ҡаршылыҡта тороуы[1].

Һатып алыу һәләте нисбәтенә ярашлы йән башына ЭТП. Тотош донъяла һәм айырым-айырым һәр материкта төньяҡ илдәрҙең (көньяҡ ярымшарҙа — көньяҡ илдәрҙең) өҫтөнлөк алыуы күренә. Ҡайһы бер илдәрҙең (Ливия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Алжир, Ангола) сағыштырмаса юғары ЭТП-ғы эйә булыуы минераль сеймал сығарыуға бәйләнгән.

Донъяның иң бай 20 илендәге йән башына уртаса килем иң фәҡир 20 илдәгенән 37 тапҡырға артығыраҡ, һуңғы 40 йыл эсендә был айырма ике тапҡырға артҡан. БМО-ның Үҫеш программаһы аналитиктары баһаһына ҡарағанда, XXI быуат башына планетаның иң бай 225 кешеһенең байлығы, бөтәһен ҡушып һанағанда, 1 трлн долларҙан артып киткән, был сумма донъя халҡының 47%-ын тәшкил иткән 2,5 млрд фәҡирҙең йыллыҡ килеменә тиң. «Forbes» журналы исемлегендәге иң бай 500 кешенең килемдәре донъялағы иң фәҡир 416 млн кешенең дөйөм килеменән күберәк.

БМО-ның Үҫеш программаһы баһалауынса, иң бай илдәрҙең донъя ЭТП-һындағы өлөшө — 86 %, уртасаларҙың өлөшө — 13 %, ә иң фәҡирҙәрҙең өлөшө 1 % тәшкил итә. Иҡтисади үҫеш тиҙлегенең төрлөлөгө бай һәм ярлы илдәр араһындағы айырманы ҙурайта бара.

Глобаль тиңһеҙлек эҙемтәләреҮҙгәртергә

 
«The World Factbook» (2013) мәғлүмәттәренә ярашлы, илдәрҙең уртаса киңлеге һәм уларҙа йән башына тура килгән ЭТП. Ҡалын һыҙыҡ — Брандт һыҙығы.

«Глобаль Төньяҡ» менән «глобаль Көньяҡ» үҫешендәге тигеҙһеҙлек эшсе көстәрҙең Көньяҡтан Төньяҡҡа ағылыуына сәбәпсе.

Тикшеренеүселәрҙең күбеһе антиамериканизм һәм тотош көнбайыш цивилизацияһына нәфрәт үҫеүе, ислам фундаментализмының һәм исламсыл терроризмдың таралыуы сәбәбе тип ошо тигеҙһеҙлекте һанай.[2]

Политолог Ф. И. Гобозов фекеренсә, бай һәм ярлы илдәр араһында упҡындың тәрәнәйә барыуы милләтселек үҫешенә килтерә, ярлы милләттәр, үҙенең милли иҡтисадын күтәреүгә һәм ысын бойондороҡһоҙлоҡ алыуға өмөтләнеп, үҙ дәүләтселеген төҙөргә тырыша, милли айырымланыуға ынтыла[3].

Ҡайһы бер илдәр эсендәге төньяҡ һәм көньяҡ айырмаһыҮҙгәртергә

Төньяҡ һәм көньяҡ айырмаһы айырым илдәр эсендә лә күҙәтелә. Типик миҫалдар:

Шулай уҡ Мексикала, Францияла, Ираҡтаһ.б. илдәрҙә лә төньяҡ һәм көньяҡ төбәктәр араһында айырма күренә. Көньяҡ ярымшарҙа иһә бындай айырма КАР, Аргентина, Австралия һ.б. эсендә бар.

Көнбайыш — КөнсығышҮҙгәртергә

Төньяҡ менән көньяҡ араһындағы контрастарҙан тыш, иҡтисадсылар көнбайыш-көнсығыш йүнәлешендә лә айырмалар барлығын билдәләй (Көнбайыш һәм Көнсығыш Германия, Көнбайыш һәм Көнсығыш Венгрия, Көнбайыш Белоруссия, Рәсәйҙең Европа өлөшө, СССР һәм БДБ — уларҙың һәр береһендә сағыштырыу көнсығыш файҙаһына түгел. Ә Ҡытай, Парагвай, Бразилия, Австралия һәм Канадала, киреһенсә, илдең көнсығышында халыҡ тығыҙыраҡ ултырған һәм иҡтисад нығыраҡ үҫкән.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Хипплер Й.
  2. М.
  3. Хостинг-Центр

ҺылтанмаларҮҙгәртергә