Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе.

Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы (1 май 1919 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе.

Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы
Гражданлыҡ  СССР
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 1 май 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 7 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Тимер ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Эш урыны урман хужалығы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены
Тышҡы һүрәттәр
Алтынбаев Фәтхулла Йәғәфәр улы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтхулла Йәғәфәр улы Алтынбаев 1919 йылдың 1 майында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Тимер ауылында тыуған.

Фәтхулла Йәғәфәр улы 1939 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына алына. 92-се уҡсылар дивизияһы 203-сө уҡсылар полкы составында, ноябрь айынан 26-сы уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында Көнбайыш һәм Калининград фронттарында була. Яралана.

1942 йылда демобилизациялана. 1943 йылдың 13 апрелендә НКВД саҡыртып ала. Уны Советтар Союзына ҡаршы пропагандалауҙа һәм фашистарға ярҙам итеүҙә ғәйепләп, Ҡаҙағстанға холоҡ төҙәтеү лагерына ебәрәләр. Колонияла 10 йыл буйына баҡыр руднигында ла, көтөүсе лә булып эшләй. Унан һуң 2 йыл БАССР-ҙан ситтә йөрөгәндән һуң, ауылына ҡайта[1].

1955—1979 йылдарҙа Бөрйән урман хужалығында эшләй. 2009 йылдың 7 июнендә Тимер ауылында вафат була һәм Тимер ауыл Советы зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Шәжәрәһе[4]

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә