Аллаяров Ғәзим Закир улы
Аллаяров Ғәзим Закир улы (19 декабрь 1912 йыл — 24 декабрь 1993 йыл) — партия эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуcы. 1941 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. КПСС-тың XXII съезы делегаты[2].
Ғәзим Аллаяров | |||||
Аллаяров Ғәзим Закир улы | |||||
Тыуған көнө: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||
Вафат булған көнө: |
24 декабрь 1993 (81 йәш) | ||||
Вафат булған урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Дебют: |
«Бер юлдан» (1965) | ||||
Наградалары: |
| ||||
Биографияһы
үҙгәртергә- Ғәзим Закир улы Аллаяров 1912 йылдың 19 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ураҙ ауылында тыуған.
- 1933—1934 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совет-партия мәктәбендә уҡый.
- 1934—1935 йылдарҙа Учалы МТС-ының сәйәси бүлек секретары, «Ударсы» гәзите хеҙмәткәре.
- 1939—1941 йылдарҙа Ҡыйғы районының «Социализмға» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары.
- 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, танкист була.
- 1945—1948 йылдарҙа КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының партия кабинеты мөдире.
- 1947—1949 йылдарҙа Өфөлә Өлкә партия мәктәбендә уҡый.
- 1949 йылдан КПСС-тың Ҡыйғы, Матрай һәм Мәләүез район комитеттарының 2-се, 3-сө секретары.
- 1955—1962 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының 1-се секретары.
- 1962—1970 йылдарҙа КПСС-тың Бәләбәй район комитетының 1-се секретары.
- 1993 йылда Өфөлә вафат була.
Ижады
үҙгәртергә«Бер юлдан» тигән тәүге китабы 1965 йылда донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һәм тыл хеҙмәтсәндәре тормошон һүрәтләүсе «Хинган тауҙары аша» (1975), «Утлы ҡойон эсендә» (1978) повестары очерк характерында, йәғни документаль әҫәрҙәр. «Үргә табан» (1967), «Һынау» (1970), «Ай урағы» (1990) китаптарының темаһы — һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдың көндәлек тормошо. «Алһыу таңдар атҡанда» (1985) повесы 30-сы йылдар комсомолдарына — Магнитогорск ҡалаһын төҙөүселәргә арнала.
Ордендары
үҙгәртергә- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3];
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957; 1966);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (20.01.1943)[4]
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Бер юлдан: Повесть. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. — 100 бит.
- Үргә табан. — Өфө, 1967.
- Һынау. — Өфө, 1970.
- Хинган тауҙары аша. — Өфө, 1975.
- Шифалы ямғыр: повесть һәм хикәйәләр. — Өфө, 1977.
- Утлы ҡойон эсендә. — Өфө, 1978.
- Ер һулышы: повестар. — Өфө, 1983.
- Алһыу таңдар атҡанда. — Өфө, 1985.
- Ырыҫлы ер. — Өфө, 2013.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
- ↑ Материалы С. П. 22-й съезд КПСС. Стенографический отчет. Ч.3 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- башҡа сығанаҡтар
- Аллаяров Ғәзим Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2022)
- Ғәлиева Г. «Ырыҫлы ер» ҡалдырҙы // Башҡортостан, 2013 йыл, 27 июль.
- Аллаярова Р. Зәңгәр һағыш. // Ағиҙел, 2013, 1-се һан.