Алдар (фольклор персонажы)

(Алдар (әкиәт персонажы) битенән йүнәлтелде)

Алдар («алдаҡсы» һүҙенән) — башҡорт фольклоры персонажы, көнкүреш әкиәттәре геройы.

Алдар

хәйләкәр, йылғыр, алдаҡсы

Мифология

Башҡорт халыҡ әкиәттәре

Башҡа мәҙәниәттә

Джоха — ғәрәптәрҙә, Пулу-Пуги — әрмәндәрҙә, Хужа Насретдин — көнсығыш халыҡтарында, Омирбек — ҡарағалпаҡтарҙа, Әхмәт ағай — ҡырым татарҙарында, Мушфике — тажиктарҙа, Саляй Чаккан һәм Молла Зайдин — уйғырҙарҙа, Кемине — төрөкмәндәрҙә, Тиль Уленшпигель — немец халҡында, Хәйләкәр Пётр — көньяҡ славяндарҙа, Острополер, Герш — йәһүдтәрҙә, Пэкалэ — румындарҙа.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Башҡорт әкиәттәренең персонажы Алдар «Алдар менән Ямар», «Алдар менән сәсән», «Пеләш Алдар һәм муллалар», «Алдар һәм Зөһрә»[1] һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәрендә осрай.

Зирәк Алдар образы — алдаҡсы, хәйләкәр һәм йылғырҙарҙың йыйылма образы ул.

Алдар — үҙендә халыҡ аҡылын туплаусы ла. Алдар образы наҙанлыҡты, һаранлыҡты сағылдырыусы образдарға ҡапма-ҡаршы ҡуйыла.

Башҡорт әкиәттәрендә Алдар хан, мулла йәки һатыусы менән осраша. Ғәҙәттә, бындай осрашыуҙар уларҙың Алдарҙан алданыуы менән тамамлана. Алдар йә кешенең атын урлап, хәйлә тоғо артынан өйөнә ҡайтып китә, йә, йәнәһе лә, кәкре ҡайынды терәп торорға ҡушып, ҡасып китә, шул рәүешле язанан ҡасып ҡала («Хан менән Алдар», «Алдар менән һатыусы малайҙары», «Алдар менән шайтан» һәм башҡа башҡорт халыҡ әкиәттәре).

Алдар хәрәкәт иткән әкиәттәр өсөн афористик һығымтаһы булған тамамланыу хас.

Алдар персонажы башҡа төрки телле халыҡтар әкиәтендә лә популярлыҡ яулаған (ҡаҙаҡтарҙың «Алдар Косе тураһында әкиәттәре», осетиндарҙың «Алдар һәм көтөүсе» һәм башҡалар). Башҡорт әкиәттәрендә Алдар образына таҙ образы яҡын тора. Рус халыҡ әкиәттәрендә лә Алдарға оҡшаған образ бар, әммә уның исеме аталмай, бары йылғыр һәм зирәк крәҫтиән тип алына.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Башкирское народное творчество (БНТ). т. I—VIII — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987—1995. т. V — Бытовые сказки.

Һылтанмалар

үҙгәртергә