Акрополь музейы
Акрополь музейы (грек. Μουσείο Ακρόπολης) — Грециялағы музей. 2003 йылдың 22 декабрендә Афинала нигеҙ һалына һәм рәсми рәүештә 2009 йылдың 20 июнендә асыла[26].Музей асылыу уңайынан Греция президенты Каролос етәкселегендә рәсми тантана уҙғарыла, унда Европа Советы һәм сит илдәр етәкселәре ҡатнаша. Ул ваҡытта мәҙәниәт министры вазифаһын биләгән Антонис Самарас, Грецияға Ватикан музейҙары ҡайтарып биргән метоп фрагментын тапшыра һәм шуның менән грек халҡының илдән сығарылған мәрмәр фрагменттарҙы акрополдең яңы музейында урын алғандары менән берләштереү үтенесен символлаштыра[27].
Музейҙы төп ойоштороусы булып Салоникиҙағы Аристотель университетының археология профессоры Димитриос Пандермалис. Музей проекты Швейцария архитекторы Бернар Чуми тарафынан эшләнә.
Музей тарихы
үҙгәртергәАкропол>дең беренсе музейы 1874 йылда төҙөлә. Тикшеренеүселәр ике быуат дауамында бер-береһен алмаштыра, һәм XIX быуат башынан ғына бинаның күҙалланған һыйҙырышлығынан күпкә артығыраҡ булыуын раҫлаған бихисап артефактар табыла. Яңы музей төҙөүгә Грецияның Британия хөкүмәте менән лорд Элгин тарафынан сығарылған мәрмәр скульптураларҙы кире ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр башлауы өҫтәмә стимул булып тора. Британия яғының контрдәлилдәренең береһе булып Грецияның экспозиция, бигерәк тә боронғолоҡто һаҡлау өсөн кәрәкле шарттарға эйә булмауы була. Мәрмәрҙән скульптураларҙы күрһәтеү өсөн галерея булдырыу шарты яңы музейҙың яҙмышын хәл итә лә инде[28].
Архитекторҙарҙың беренсе конкурсы 1976 йылда үтә һәм унда грек архитекторҙары ғына ҡатнаша. Әйткәндәй, 1976 йылдағы конкурс та, 1979 йылда үткәрелгән икенсеһе лә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй, сөнки конструкцияны планлаштырыу өсөн һайланған урын төҙөлөш өсөн яраҡһыҙ тип табыла.
1989 йылда өсөнсө, был юлы инде Халыҡ-ара конкурс үткәрелә, шулай уҡ һайлап алыуға өс ер участкаһы тәҡдим ителә. Конкурста итальян архитекторҙары Манфреди Николетти менән Лусио Пассарелли еңеү яулай. 1990 йылдағы тынлыҡтан һуң, музей төҙөлөшө башлана. Әммә бинаның нигеҙе өсөн котлован ҡаҙа башлағас, археологик ҡомартҡылар табыла һәм Хөкүмәт 1999 йылда конкурс һөҙөмтәләрен ғәмәлдән сығара.
Дүртенсе конкурсҡа боронғо ҡәберлектәрҙе емерергә рөхсәт иткән бер генә проект та үтмәй. Һуңыраҡ был шарттар грек һәм сит ил белгестәрен йәлеп итеп еренә еткерелеп эшләнә. Ниһайәт, грек архитекторы Михалис Фотиадис менән берлектә яңы план шундай итеп үҙгәртелә, бинаның барлыҡ конструкциялары археологик ҡаҙылмаларға зыян килтермәһен өсөн уларҙың өҫтәндә колонналар ярҙамында күтәртелеп торорға тейеш.
Тәүҙә музейҙы Афинала 2004 йылда үткән Олимпия уйындарына ҡарата асыу планлаштырыла[26]. Әммә төҙөлөш һуҙыла. 2007 йылдың 14 октябрендә төҙөлөш тамамланыуға яҡынлаша һәм Акрополь убаһы итәгендә урынлашҡан иҫке музейҙан артефакттарҙы ташыу башлана. ике музей араһы 400 метр самаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, был эште башҡарыу өсөн өс ҙур кран йәлеп ителә[29].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.theacropolismuseum.gr/en/organisation-management
- ↑ ORGANISATION & MANAGEMENT — Акрополь музейы.
- ↑ Acropolis Museum The year that passed — Акрополь музейы, 2022.
- ↑ 4,0 4,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Τζεβελέκου Β. Μετατροπή δημόσιων μουσείων σε Νομικά Πρόσωπα Δημοσίου Δικαίου (грек) — 2020.
- ↑ https://www.hellenicparliament.gr/UserFiles/67715b2c-ec81-4f0c-ad6a-476a34d732bd/9514034.pdf (грек) — Υπουργείο Πολιτισμού και Αθλητισμού, 2016.
- ↑ Το πρόσωπο: Ο άνθρωπος πίσω από το Μουσείο Ακρόπολης (грек) — Αθήνα: Στάθης Τσαγκαρουσιάνος, 2007.
- ↑ http://www.photiadis.gr/new-acropolis-museum-2009/
- ↑ Νέο Μουσείο Ακρόπολης χωρίς εκζήτηση (грек) — 2001. — ISSN 1108-9792
- ↑ Κωνσταντινίδης Γ. Μιχάλης Φωτιάδης: Σχεδιάζοντας ένα ζωντανό μουσείο (грек) — 2007. — ISSN 1790-6164
- ↑ Ιστορικά πρωτοσέλιδα – Εγκαίνια Νέου Μουσείου Ακρόπολης (грек) — 2020. — ISSN 1108-9792
- ↑ Ανδριτσόπουλος Γ. «Τα Γλυπτά του Παρθενώνα ανήκουν στην Αθήνα» (грек) — 2022.
- ↑ Φαλίδα Έ. Το Νέο Μουσείο Ακρόπολης με τη ματιά του αρχιτέκτονα (грек) — 2009.
- ↑ https://www.theacropolismuseum.gr/psifiako-mouseio
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 https://dspace.lib.ntua.gr/xmlui/bitstream/handle/123456789/44204/ΠΙΝΑΚΑΣ5.1.pdf (грек) — Ελληνική Στατιστική Αρχή, ΕΜΠ.
- ↑ http://www.statistics.gr/documents/20181/f9e20032-6a71-49a7-90cf-da9e07e6d31c (грек) — Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2018.
- ↑ http://www.statistics.gr/documents/20181/f9e20032-6a71-49a7-90cf-da9e07e6d31c (грек) — Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2022.
- ↑ Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2018 // The Art Newspaper — 2019. — Vol. XXVIII, Iss. 311. — ISSN 0960-6556
- ↑ Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2019 // The Art Newspaper — 2020. — Vol. XXIX, Iss. 322. — ISSN 0960-6556
- ↑ Art's most popular (ингл.): Exhibition and museum visitor figures 2021 // The Art Newspaper — 2022. — ISSN 0960-6556
- ↑ 21,0 21,1 21,2 21,3 21,4 21,5 21,6 21,7 https://www.theacropolismuseum.gr/organosi-episkepsis
- ↑ https://www.theacropolismuseum.gr/metra-ygeionomikis-prostasias-sto-moyseio-akropolis
- ↑ 23,0 23,1 23,2 https://www.theacropolismuseum.gr/syhnes-erotiseis
- ↑ https://www.theacropolismuseum.gr/epikoinonia
- ↑ Zuckerberg M., Saverin E., Moskovitz D., Hughes C. Facebook (ингл.) — 2004.
- ↑ 26,0 26,1 В Афинах открылся музей Акрополя . Lenta.ru (20 июнь 2009). Дата обращения: 23 декабрь 2009. Архивировано 13 апрель 2012 года.
- ↑ Ватикан одолжил Греции фрагмент фриза Парфенона . РИА Новости (5 ноябрь 2008). Дата обращения: 4 ғинуар 2018.
- ↑ Экспонаты Акрополя переносят в новый музей . www.travel.ru. Дата обращения: 23 декабрь 2009. Архивировано 13 апрель 2012 года.
- ↑ Ольга Токарюк. В Афинах открылся новый музей Акрополя . podrobnosti.ua (20 июнь 2009). Дата обращения: 4 ғинуар 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергәАкрополь музейы Викимилектә |
- theacropolismuseum.gr — музея рәсми сайты