Акоста Оскар (яҙыусы)

Гондурас яҙыусыһы, шағир

Оскар Акоста Зеледон (исп. Óscar Acosta; 14 апрель 1933 йыл, Лас-Делиас — 15 июль 2014 йыл, Тегусигальпа) — Гондурас яҙыусыһы, шағир, журналист, мөхәррир, әҙәби тәнҡитсе һәм дипломат.

Акоста Оскар
исп. Óscar Acosta
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Гондурас
Тыуған көнө 14 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3]
Тыуған урыны Тегусигальпа[d], Гондурас
Вафат булған көнө 15 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[3] (81 йәш)
Вафат булған урыны Тегусигальпа[d], Гондурас
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат, яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, шағир
Эш урыны Национальный университет Гондураса[d]
Ойошма ағзаһы Гондурасская академия языка[d] һәм Североамериканская академия испанского языка[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Оскар Акоста үҙенең карьераһын Перуҙа журналист булараҡ башлай. Tegucigalpa журналы менән хеҙмәттәшлек итә. «50-се йылдар быуыны» тип аталған әҙәби быуындың төп вәкиле булып һанала, улар өсөн телде яңыртыуға һәм текстарҙы ентекле метафорик эшкәртеүгә ынтылышы хас.

Башҡа Гондурас интеллектуалдары менән бергә Nuevo Continente, Extra y Presente, Present, Editorial Iberoamericana журналдарына нигеҙ һала.

1960-сы йылдарҙа Гондурас Автономиялы милли университеты нәшриәт йортоноң һәм Universidad de Honduras әҙәби журналының директоры булып эшләй

Карьералы дипломат. Был сифатта Перу, Испания, Италия һәм Ватиканда Гондурасты күрһәтә; аҙаҡ Гондураста сит ил эштәре министрлығында кәңәшсе була.

Гондурас тел академияһының ағзаһы һәм президенты, Гондурас Матбуғат ассоциацияһын етәкләй. Уның Гондурас тел академияһында эшләгән ваҡытында «Гондурас телдәре һүҙлеге» (Diccionario de las Lenguas de Honduras) и «Гондурас халҡы һүҙлеге» (Diccionario de Hondureñismos) проекты әҙерләнә.

Шиғриәт һәм хикәйәләр йыйынтығы авторы. Оскар Акостаның шиғырҙары интим һәм патриотик юҫыҡта яҙылған.

Һайланма әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Responso al cuerpo presente de José Trinidad Reyes (1953).
  • El arca (1956)
  • Poesía Menor (1957).
  • Tiempo detenido (1962).
  • Antología personal (1965 и 1971).
  • Mi país (1971).

Гондурас авторҙарының антологияһы, «Яңы Гондурас шиғриәте антлогияһы» (Antología de la nueva poesía hondureña, 1967) һә «Гондурас шиғриәте бөгөн» (Poesía hondureña de hoy, 1971) авторы, шул иҫәптән Автор гондурасский антологияһы авторы. Уның әҙәби-тәнҡит тикшеренеүҙәре Rafael Heliodoro Valle, vida y obra (1964) хеҙмәтенә индерелгән

Наградалары

үҙгәртергә

Бер нисә халыҡ-ара әҙәби премиялар менән бүләкләнгән:

  • 1960 — Darío Rubén Premio (Никарагуа)
  • 1979 — Literatura Nacional de Premio Ramón Sosa
  • Juegos de Quetzaltenango Florales Centroamericanos, (Гватемала)
  • Католик Изабелла орденының Ҙур тәре кавалеры

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Record #56636781 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France Oscar Acosta // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.