Айыш
Айыш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Айыш ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Айыш татар. Аеш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1745 йыл[1] |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423761 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Башҡортостан Республикаһы менән сик эргәһендә, Аҡтаныш ауылынан көньяҡтараҡ 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәАйыш — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[3]. 1745 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Байсары түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә.
Ауыл мәсете тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1831 йылға ҡарай (уға яңы бина 1882 йылда төҙөлә), мәсет ҡарамағында мәктәп булған. ХХ быуат башында земство мәктәбе эшләй[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Коллективизация осоронда ауылда Ленин исемендәге колхоз ойошторола, 1991 йылда ул «Айыш» колхозы тип үҙгәртелә.
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — 142 йән аҫаба башҡорт, 10 йән керҙәш башҡорт (керҙәштәр сығышы менән Ырымбур өйәҙе Тамъян улусынан) һәм 64 йән типтәр; 1816 йылда — 244 йән башҡорт (уларҙың 3-һө — ике ҡатынлы); 1834 йылда — 352 йән башҡорт (уларҙың 7-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — дүрт ҡатынлы) һәм 24 йән мишәр; 1859 йылда — 293 йән башҡорт; 1912 йылда — 1045 башҡорт йәшәй[3].
1795 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1921 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
216 | 1006 | 1029 | 1084 | 1450 | 1644 | 1265 | 1268 | 830 | 728 | 844 | 723 | 524 | 468 |
Халыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2012[4] | 2013[5] | 2014[6] | 2015[7] | 2016[2] |
441 | ↘436 | ↘427 | ↘415 | ↗425 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән, комбикорм заводы эшләй. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года . Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 241—246. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014 . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.