Аврас Леонид Фёдорович

Аврас Леонид Федорович (17 ғинуар 1907 йыл2 июль 1986 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Аврас Леонид Федорович
Тыуған көнө

17 ғинуар 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Киев, Киев губернаһы,
Рәсәй империяһы

Вафат булған көнө

2 июль 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (79 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө, БАССР,
СССР

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1971
Ленин ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1907 йылдың 17 ғинуарында Киев ҡалаһында тыуған.

Эшселәр факультетын тамамлай (19271930), һуңынан — Харьков авиация институтын (1935).

1922 йылда Украина ССР-ының Октябрь революцияһы исемендәге Криворог мәғдән бассейны руднигында слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. 1936 йылдан алып инженер, техник контроль бүлеге башлығы, баш инженер урынбаҫары, 27-се Ҡазан заводы директоры урынбаҫары булып эшләй. 19401941 йылдарҙа — 234-се Ленинград заводы механик цехы начальнигы.

19411958 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводында техник контроль бүлеге башлығынан алып баш инженер һәм директор урынбаҫарына тиклем юл үтә. Аврас Л. Ф. етәкселеге аҫтында заводта яңы авиация двигателдәрен, атап әйткәндә, иң яҡшы сит ил өлгөләрен уҙып киткән реактив двигателдәрен сериялы етештереү үҙләштерелә. Яңы техника индереү, технологияларҙы камиллаштырыу буйынса ойоштороу-техник саралар үткәрелә: 50 махсус һәм юғары етештереүсәнле агрегат станоктары, 210 күп урынлы тиҙ хәрәкәт итеүсе ҡулайламалар, 200-ҙән ашыу махсус һәм универсаль ҡорамалдар эшләнә һәм производствоға индерелә.

19581963 йылдарҙа — Башҡортостан халыҡ хужалығы советы рәйесе урынбаҫары.

19631974 йылдарҙа — Өфө элемтә аппаратураһы заводы директоры[1].

19661970 йылдарҙа биш йыллыҡ пландарҙы үтәүҙә күренекле хеҙмәттәре өсөн һәм яңы техника тауарҙары етештереүҙе ойошторғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән, Л. Ф. Аврасҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1974 йылда хаҡлы ялға сыға.

1986 йылдың 2 июлендә Өфөлә вафат була. Социалистик Хеҙмәт Геройы — Леонид Федорович Аврастың ҡәбере Көньяҡ зыяратта дан Аллеяһында урынлашҡан. Ҡәбергә ҡуйылған һәйкәл аҡһыл-һоро мәрмәрҙән эшләнгән 1,5 метр бейеклектәге стеланан ғибәрәт. Стела мәрмәр плиталарҙан эшләнгән саркофагҡа терәлеп торған мәрмәр нигеҙгә нығытып ҡуйылған. Стеланың өҫкө өлөшөндә һул яҡта — Алтын Йондоҙ һүрәте, уртаһында — ҡара гранит пластинала портреты ҡуйылған. Обелиск янында сәскәләр өсөн мәрмәрҙән декоратив ваза нығытып ҡуйылған.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
  • Ленин ордены (1957, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1945) һәм миҙалдар.
  • СССР-ҙың почетлы моторҙар төҙөүсеһе (1985).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
  • Отмечалось 100-летие со дня рождения Леонида Федоровича[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә