Абзалов Фәтих Р.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадронында отделение командиры. Сержант.

Абзалов Фәтих Р. (рус. Абзалов Фатих Р.) (19121942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадронында отделение командиры. Сержант[1].

Абзалов Фәтих Р.
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Райман, Төмәнәк ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәтих Абзалов 1912 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Төмәнәк ауыл Советы) Райман ауылында тыуған.

БАССР-ҙың Ҡандра район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра. Абзалов Фәтих яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составындағы 313-сө кавалерия полкының 3-сө эскадроны отделение командиры була.

1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Тербуны ауылы янында хәбәрһеҙ юғала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Яугир Абзалов Фәтих Р. исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Туймазы районы Райман ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында Фәтих Абзалов хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар араһында сержант Абзалов Фәтихтең һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнде.

Абзалов Фәтихтең исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[4][5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә