Абзалетдинов Мөхәмәтзаһир Абзалетдин улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 1942 йылдың декабренә тиклем хеҙмәт итә. Ҡыҙылармеец, рядовой.
(Абзалетдинов Мөхәмәтзаһир А. битенән йүнәлтелде)

Абзалетдинов Мөхәмәтзаһир Абзалетдин улы (рус. Абзалтдинов Мухаматзагир Абзалтдинович) (1906-1980) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында 1942 йылдың декабренә тиклем хеҙмәт итә. Рядовой ҡыҙылармеец[1].

Абзалетдинов Мөхәмәтзаһир Абзалетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Кәлтәй, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1980
Һөнәр төрө Һалдат
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтзаһир (Мөхәмәтзакир) Абзалетдин улы Абзалетдинов 1906 йылда Тәтешле районы Кәлтәй ауылында тыуған.

1941 йылдың 15 декабрендә Тәтешле районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

1942 йылдың декабренә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың мартынан НКВД ҡарамағындағы хөкүмәт элемтәһенең 251-се Одесса полкында линейный ҡараусы (надсмотрщик) була.

1946 йылда демобилизациялана.

1980 йылда вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Яугир Абзалетдинов Мөхәмәтзаһир Абзалетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Тәтешле районы Кәлтәй ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә