Абдуллин Әхәт Абдулла улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Лейтенант, взвод командиры.

Абдуллин Әхәт Абдулла улы (рус. Абдуллин Ахат Абдуллович) (19191942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Лейтенант, взвод командиры[1].

Абдуллин Әхәт Абдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1919
Тыуған урыны Яңы Бишенде, Үрге Бишенде ауыл советы, Туймазы районы
Вафат булған көнө 10 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхәт Абдулла улы Абдуллин 1919 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы) Яңы Бишенде ауылында тыуған.

1941 йылда Туймазы район хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. Яңы ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһына билдәләнә.

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындағы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны БТ[2] взвод командиры, лейтенант.

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Тербуны ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала[3][4].

Абдуллин Әхәт Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Туймазы районы Яңы Бишенде ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Оҙаҡ йылдар дауамында Әхәт Абдулла улы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә лейтенант Абдуллин Әхәт Абдулла улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1172  көн күрһәтелмәгән].

Әхәт Абдуллиндың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1172  көн күрһәтелмәгән] .

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә