Абдуллин Ғәли Хәлил улы
Абдуллин Ғәли Хәлил улы (рус. Абдуллин Гали Халилович) (1914 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкының административ хеҙмәте гвардия старшинаһы, полк штабының өлкән писаре. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].
Абдуллин Ғәли Хәлил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1914 |
Тыуған урыны | Күсәрбай, Рязановка ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы), Стәрлетамаҡ районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәли Хәлил улы Абдуллин 1914 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дыуанай улусы (хәҙер — Башҡортостан Благовар районы) Күсәрбай ауылында тыуған. 1942 йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына[2].
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергәАбдуллин Ғәли Хәлил улы 1-се Белорус фронтында 7-се кавалерия корпусы составындағы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкы штабында өлкән писарь вазифаһын башҡара йәғни хәрби званиеһы буйынса полктың административ хеҙмәте гвардия старшинаһы була[1]. Ғ. Абдуллиндың ҡаһарманлығы тураһында 62-се гвардия полкы командиры гвардия подполковнигы Маркарян наградаға тәҡдим итеү ҡағыҙында түбәндәгеләрҙе белдерә:
1945 йылдың 18 ғинуарында Томашув ҡалаһы өсөн алышта иптәш Абдуллин штаб начальнигынан команда пунктына тиҙ арала ике радиостанция менән бергә ике радисты оҙатып барырға тигән бойороҡ ала. Боҙ ярсыҡтары буйлап Пилица йылғаһы аша сығып, Абдуллин ҡалаға үтә. КП-ға тиҙерәк барып етер өсөн, дошмандан таҙартылмаған тағы бер нисә квартал араны үтергә кәрәк була. Ут яуып торған ҡурҡыныс шарттарҙа ул, юлды ҡыҫҡартып, команда пунктына радиостанцияны алып барып еткерә: дивизия штабы менән элемтә көйләнә... Шул уҡ көндөң төнөндә Абдуллин Томашув ҡалаһында 2 сәғәт буйына КП менән бәйләнешкә сыҡмаған 2-се эскадронды эҙләп таба һәм улар менён элемтә яйлана. Шулай уҡ Томашув ҡалаһы эргәһендәге урманды тикшереп йөрөгәндә, ике дошман һалдатын юҡ итә.
Үҙенең ҡыйыулығы менән иптәш Абдуллин командованиеға Томашув ҡалаһын яулап алыу бурысын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүгә лайыҡлы.[3] |
Наградалары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4]
Хәтер
үҙгәртергәАбдуллин Ғәли Хәлил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Благовар районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Абдуллин Гали Халилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Дрорга памяти. Абдуллин Гали Халилович 2021 йыл 5 июнь архивланған.
- Память народа. Абдуллин Гали Халилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Благоварский район, т. 4, 2003 ISBN 5-295-03187-X