Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкы разведчигы, 1-се эскадрон посыльныйы. Гвардия кесе серж
(Абдуллин Мөхәмәтйән Усман улы битенән йүнәлтелде)

Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы (рус. Абдуллин Мухаметгали Усманович) (19221987) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. 62-се гвардия кавалерия полкы разведчигы[1], полк батареяһының ат йөрөтөүсеһе, 1-се эскадрондың посыльныйы. Гвардия кесе сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[2].

Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 18 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Бишауыл-Уңғар, Һәүәләй ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 1987
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтғәли (Мөхәмәтйән) Усман (Ҡоман)[3] улы 1922 йылдың 18 авгусында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған[2].

1941 йылдың 1 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Гвардия кесе сержанты Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. 62-се гвардия кавалерия полкы разведчигы, полк батареяһының ат йөрөтөүсеһе, 1-се эскадрондың посыльныйы була[1].

Ҡыйыу яугир Мөхәмәтғәли Усман улы Абдуллиндың батырлығы тураһында командирының фекере:

  1942 йылдың 24 апрелендә формалашҡандан башлап, 62-се полкта Абдуллин иптәш разведчик булып хеҙмәт итте. 1942 йылдың 1 декабрендә яраланғандан һуң, хәрби хеҙмәткә сикләнгән яраҡлы булғанлыҡтан, эскадрондың связнойы булды, ҡыйыу яугир булараҡ командованиеның бойороҡтарын теүәл башҡарҙы.

1943 йылдың 19 сентябрендә дошман аяуһыҙ көслө бомбаға тотҡанда, ҡаты яраланған полк парторгы гвардия өлкән лейтенанты Хәсәновты хәүефһеҙ урынға күтәреп алып сығып, тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. Бынан тыш, парторг ҡулында булған полктың бөтә партия документтарын һаҡлап алып ҡалды. 1943 йылдың 25 сентябренән 26 сентябренә ҡаршы төндә уға 10 йөк боеприпасты алғы һыҙыҡҡа дошмандан тулыһынса таҙартылмаған территория буйынса оҙатып алып барыу бурысы ҡуйылды. Абдуллин, шәхсән үҙе юлды разведкалап, башы яралнһа ла, боеприпастарҙы имен-аман алып барып тапшырҙы. Госпиталгә ятыуҙан баш тартты, әле лә һуғышып йөрөй. Бурыстарын намыҫлы үтәй, егәрле.[1]

 

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Абдуллин Мөхәмәтғәли Усман улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5684.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә