Абдулла (Илеш районы)

(Абдуллино (Илишевский район) битенән йүнәлтелде)

Абдулла (рус. Абдуллино) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 285 кеше була[2]. ОКАТО коды — 80230826002.

Абдулла
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иғмәт ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 285 кеше (2010)[1]
Почта индексы 452282
Карта

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Иғмәт ауыл Советына ҡарай. Район үҙәге Үрге Йәркәйҙән көньяҡ-көнсығышҡа 20 км һәм Бүздәк тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 102 км алыҫлыҡта, Наҙы йылғаһы (Кеүәш йылғаһының ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1117 кеше; 1920 — 1320; 1939 — 879; 1959 — 651; 1989 — 340; 2002 — 326; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1718 йыл керҙәшлек килешеүе буйынсаса типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 йылда 200 кеше йәшәгән, 1865 йылда 112 йортта — 621 кеше. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 25 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 йыл мәсет, мәҙрәсә, бакалея һәм һыра кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Т. Л. Рахманов, Ә. Л. Рахманов, З. И. Сәйетғәлиев ошо ауылда тыуған.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 879 397 482 45,2 54,8
1959 йыл 15 ғинуар 668 282 386 42,2 57,8
1970 йыл 15 ғинуар 650 291 359 44,8 55,2
1979 йыл 17 ғинуар 461 194 267 42,1 57,9
1989 йыл 12 ғинуар 340 140 200 41,2 58,8
2002 йыл 9 октябрь 326 153 173 46,9 53,1
2010 йыл 14 октябрь 285 138 147 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 20 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иғмәт): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 102 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә