Абдулла Сурағолов

Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин; 17731845) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 14-се Башҡорт атлы полкының поход старшинаһы, подпоручик.

Абдулла Сурағолов
Тыуған ваҡыты

1773({{padleft:1773|4|0}})

Тыуған урыны

Таһир ауылы, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы)

Үлгән ваҡыты

1845({{padleft:1845|4|0}})

Вафат урыны

Билал ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы)

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18121835

Хәрби звание

подпоручик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
IV дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Абдулла Сурағолов (Ғабдулла Сурағол улы Яугилдин) 1773 йылда Ырымбур губернаһы Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Таһир ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Үрге Таһир ауылында) тыуған. Төрки телендә уҡый-яҙа белгән[1].

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында 1812 йылдың сентябренән 1814 йылдың декабренә ҡәҙәр поход старшинаһы Абдулла Сурағолов полк командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша[1].

1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендәә Лейпциг янындағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1813 йылдың 31 октябрендә Абдулла Сурағолов 14-се класс чинын ала, һуңыраҡ IV дәрәжәләге ике Изге Анна ордены менән бүләкләнә[1][2].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[3].

1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[4].

1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота. 1821 йылға ҡарай подпоручик званиеһын ала[1].

1834 һәм 1845 араһында Абдулла Сурағолов ғаиләһе менән Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Билал ауылына күсә һәм бында 1845 йылда 72 йәшендә вафат була[1].

Бүләктәре үҙгәртергә

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатындары — Итбикә һәм Зөләйха; улдары — Мөхәмәтәмин, Әбүбәкир, Ғүмәр, Әхмәтйән, Әхмәтшаһ; ҡыҙҙары — Гөлъямал һәм Сюрюмаш[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә