Дан Кинельский

(Абдулла Иҙрисов битенән йүнәлтелде)

Дан Кинельский (төп исеме — Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов; 15 декабрь 1896 йыл — 5 ноябрь 1982 йыл) — педагог. Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеүсе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1956). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Дан Кинельский
Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов
Тыуған көнө

15 декабрь 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе[1]

Вафат булған көнө

5 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (85 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Иглин районы Рәсмәкәй ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Биографияһы

үҙгәртергә

Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов (Дан Кинельский) Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы) Иҫке Ҡолшәрип ауылында тыуған. Атаһы Мәхмүтйән сығышы менән күрше Тархан ауылынан, ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто, Иҫке Ҡолшәрип ауылының икенсе мәхәлләһендә имам-хатип булған[2].

Ауыл мәсете янындағы мәктәптә уҡый. 1912 йылда Һамар ҡалаһында Манашевтарҙың мәҙрәсәһен тамамлай. 1912—1915 йылдарҙа Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы) Иҫке Мөьмин ауылында мәхәллә мәктәбе мөдире вазифаһын башҡара[3]. 1916 йылдың 1 ғинуарынан Тархан ауылында уҡытыусы һәм мәктәп мөдире булып эшләй башлай[2].

1918 йылдан Архангел губернаһы һәм Урта Волга крайының (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең) ауыл мәктәптәрендә уҡыта. 1930—1956 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Иглин районы Рәсмәкәй ауылы, Ҡаҙаяҡ разъезы ҡасабаһында, Оло Теләк ауылында уҡыта. 1938 йылда Өфө уҡытыусылар институтын тамамлай[3].

Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итә.

1982 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Иглин районы Рәсмәкәй ауылында вафат була, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районы Иҫке Ҡолшәрип ауылы
  2. 2,0 2,1 Кинельский Дан. Оренбургские башкиры (2 апрель 2011). Дата обращения: 20 ноябрь 2016.(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Башҡорт энциклопедияһы — КинельскийДан

Һылтанмалар

үҙгәртергә